Бензол: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Бензол — ('''C<sub>6</sub>H<sub>6</sub>''', '''PhH''') ар…" исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

13:57, 29 ғинуар 2014 өлгөһө

Бензол — (C6H6, PhH) ароматик углеводород.


Үҙенсәлекле еҫле, төҫһөҙ шыйыҡса; tиреү 5,5°С, tҡайнау 80,1°С, тығыҙлығы 879 кг/ м3. Углеводородтарҙа, эфирҙарҙа яҡшы, этиленгликолдә, глицеринда, һыуҙа насар эрей; май, каучук, гудронды һ.б. эретә. Ядроһына юғары т‑ралар, окислаусылар тәьҫиренә ҡаршы юғары сыҙамлылыҡ хас (ҡара: Ароматик берләшмәләр); электрофилгә алмаштырыу (хлорлау, нитратлаштырыу, сульфирлау һ.б.) реакциялары еңел, ҡушыу (гидрирлау) реакциялары ауыр үтә. Тирене ҡуҙғыта; юғары концентрацияла парҙары үҙәк нервы системаһына тәьҫир итә, түбән концентрацияларының күп тапҡырлы тәьҫиренән ҡан составы үҙгәреүе күҙәтелә (ПДК 5 мг/ м3). Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. алып Б. тура ҡыуылған бензиндарҙың тар фракцияһына (tҡайнау 62—85°С) водород баҫымы аҫтында каталитик риформинг үткәреп етештереү үҙләштерелә (ҡара: Башҡортостан нефтехимия компанияһы, “Газпром нефтехим Салават”). Б. хлор‑ һәм дихлорбензолдар (ҡара: Хлорорганик берләшмәләр), этилбензол (ҡара: Стирол), кумол, өҫкө йөҙҙә актив матдәләр, анилин, малеин ангидриды һ.б. ҡиммәтле ярым продукттар, фармацевтик препараттар, лак‑буяу материалдары етештереүҙә, мотор яғыулығына өҫтәмә сифатында ҡулланыла. 60‑сы йй. башында Өфө нефть эшкәртеү заводында Б. нигеҙендә айырыуса таҙа циклогексан (ҡара: Алициклик берләшмәләр) етештерелә.