Башҡорт алфавиты: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
4 юл:
 
== Бөгөнгө алфавит ==
Бөгөнгө көндә ҡулланылған башҡорт алфавиты [[1940]] йылда ҡабул ителгән<ref name="abc1940">Башҡорт әҙәби теленең алфавите hәм орфографияhы. Өфө, 1940</ref>. Был алфавитта 42 хәреф, шуларҙың туғыҙы телдең үҙенсәлекле өндәрен билдәләй — Ә ә, Ө ө, Ү ү, Ғ ғ, Ҡ ҡ, Ң ң, Ҙ ҙ, Ҫ ҫ, Һ һ хәрефтәре. Шуныһы тағы ла иғтибарға лайыҡ Ҡҡ, Ҙҙ хәрефтәре башҡа бер төрки телдә лә осрамай.<ref>[http://lingtown.ru/blog/linguistic/28.html Юлия Филиппова. «Письменность башкирского народа», lingtown.ru сайты]</ref>
 
Хәрефтәрҙе урынлашыу тәртибе рус алфавитындағыса ҡабул ителгән. Башҡорт теленең специфик өндәре өсөн алынған яңы хәрефтәр, ғәҙәттә, рус графикаһындағы ҡайһы хәреф нигеҙендә яһалған булһа, башҡорт алфавитында шул рус хәрефе артынса ҡуйылған. Мәҫәлән, ғ (Гг – Ғғ), ҡ (Кк – Ҡҡ), ң (Нн – ң), ө (Оо – Өө), ҫ (Сс – ҫ), ү (Уу – Үү), ә (Ээ – Әә) хәрефтәренең урынлашыу тәртибе ошо принциптан сығып билдәләнгән. Ҙ хәрефе, был принциптан сығып ҡарағанда, яһалышы буйынса (Зз – Ҙҙ) з хәрефенән һуң торорға тейеш ине, ләкин ул үҙенең урынын латин графикалы башҡорт алфавиты буйынса һаҡлаған һәм д хәрефенән һуң бирелгән, сөнки латин графикаһы нигеҙендәге алфавитта ҙ хәрефе д хәрефе нигеҙендә яһалған һәм уның артынса ҡуйылған.