Башҡорт алфавиты: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
96 юл:
== Алфавит тарихы ==
=== Исламға тиклем ===
[[Рәсем: 2313 DREVNETJURK-RUN-PISMO.jpg|thumb|200px250px|leftright|Боронғо төрки рун яҙмаһының хәрефтәре]]
[[Ислам|Ислам дине]]н ҡабул иткәнгә тиклем башҡорттар, башҡа төрки халыҡтар кеүек үк, боронғо төрки ырын (рун, руна) яҙмаһын ҡуллана.<ref>[http://xn--80aagbtgxrj0akcl.xn--p1ai/uploads/posts/2011-10/1318919812_s5.jpg Бороғо төрөк ырын алфавиты]</ref><ref>[http://xn--80aagbtgxrj0akcl.xn--p1ai/uploads/posts/2011-10/1318920129_s6.jpg Ырындарҙың өҫтәлмә уҡылыуы, Йыһат Солтановтың кулъяҙмаларынан]</ref> Билдәле яҙыусы, тарихсы [[Йыһат Солтанов]] яҙыуынса, «Ырын» (рун, руна) ғәзиз бабаларыбыҙҙың ағасҡа йә ташҡа ырып яҙыу ысулы ул». Силәнгә — Өргөн (Селенга — Орхон) ырын яҙмалары бөйөк [[Төрк ҡағанаты]] ([[552]] — [[745]] йылдар) дәүерендә барлыҡҡа килгән.<ref>[http://зигатсултанов.рф/roman/selenga/ Йыһат Солтанов. «Ырып яҙған ырындарыбыҙ»]
</ref> Был боронғо төрки алфавитында 37 хәреф булһа, уның 17-һе башҡорт тамғаларына тап килә.
<blockquote>
Башҡортостандан көнбайышҡа яҙмаларҙың был төрө йыш ҡына [[Дон]] һәм [[Донец]], [[Днестр]] һәм [[Днепр]] йылғалары һыуы баҫҡан туғайҙарҙа, [[Дунай]]ҙың урта ағышының һул ярында һәм Дунай тамағында осрай. Башҡортостандан көнсығышҡа табан руна яҙмаларын [[Иртыш]] үҙәндәрендә, [[Урта Азия]]ла, [[Алтай]]ҙа, [[Яҡутстан]]да, [[Көнсығыш Төркөстан]]да ([[Ҡытай]]) һәм [[Тибет]]та табырға мөмкин. Яҙмабыҙҙың төп төрө булып руна XV быуат һуңына тиклем хеҙмәт итә.<ref>[http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=1588 Иршат Йәнбирҙин. «БАШҠОРТ ЯҘМАҺЫ... ете мең йыллыҡ тарихҡа эйә», «Киске Өфө» гәзите, №37, 15 - 21 сентябрь, 2012]
</ref></blockquote>
Юл 111 ⟶ 112:
ХVI быуат уртаһында башҡорттар [[Рәсәй|Урыҫ дәүләте]]нә ҡушылғас, батша самодержавиеһы төрки телен рәсми яҙма тел тип таный. Ошо телдә төрлө документтар, манифестар, указдар, өндәмәләр, фармандар, хаттар, шәжәрәләр һәм нәфис әҫәрҙәр һәм башҡа яҙма ҡомартҡылар һаҡланған.
 
[[Рәсем: Shezhere jurmati.JPG|thumb|170px200px|leftright| Ғәрәп яҙмаһында төҙөлгән юрматы ырыуы шәжәрәһенең бер бите. Р. Г. Кузеевтың «Башҡорт шәжәрәләре» китабынан]]
Башҡорт яҙма әҙәби телен булдырыу йүнәлеше башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы тарихында тәүге тапҡыр XIX быуатта күренекле башҡорт педагогы, мәғрифәтсе ғалим һәм яҙыусы [[Биксурин Мирсалих Мирсәлим улы|Мирсалих Мирсәлим улы Биксурин]]дың эшмәкәрлегендә тормошҡа ашырыла. Башҡорт мәғрифәтселәренән шулай уҡ [[Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев]] ғәрәп алфавитын камиллаштырырға, башҡорт теленә ҡулайлаштырырға ынтыла.
<blockquote>М . Өмөтбаев үҙенең грамматикаһында туған теле факттарын киң ҡуллана, мөмкин тиклем уға ғына хас һыҙаттарҙы асып бирергә тырыша; башҡорт теленең фонетик үҙенсәлектәренә яуап биреп бөтмәгән ғәрәп алфавитына бер нисә хәреф өҫтәй, аңҡау гармонияһы законын, телмәр ағышында тартынҡы өндәр менән булған үҙгәрештәрҙе яҙыуҙа сағылдырырға тәҡдим итә һ.б. <ref>[http://www.vatandash.ru/pdf/12.2011.pdf Ғиниәт Ҡунафин. «Ул үҙенә һәйкәл ҡуйып китте». «Ватандаш» журналы, №12, 2011 йыл]</ref></blockquote>
Юл 120 ⟶ 121:
 
=== Латин яҙылышындағы алфавиттар ===
[[Рәсем: GIshbulat UkiuKitabi.jpg|thumb|170px200px|right| Латин алфавитында яҙылған башҡорт китабы. Ғ. Ишбулат «Башланғыс мәктәп өсөн уҡыу китабы», Өфө, Башҡортостан дәүләт нәшриәте, 1934 йыл]]
[[1920]]-се йылдарҙа [[СССР]] халҡының яҙмаһын латиницаға күсереү буйынса хәрәкәт башлана. Был хәрәкәтте совет яҙыусыһы, йәмғиәт эшмәкәре [[Анатолий Луначарский]] яҡлап сыға. [[Владимир Ленин|В.И. Ленин]] шулай уҡ латинлаштырыу яҡлы, әммә был эште [[урыҫ теле]] яҙмаһынан башлауға ҡаршы була. Латинлаштырыу ғәрәп алфавиты нигеҙендәге яҙманы ҡулланған телдәрҙән башлана.
==== Беренсе латин алфавиты ====