Көнбағыш: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
5 юл:
100 г ҡыҙҙырылған көнбағышта 20,7 7 аҡһым, 3,4 г углевод, 52,9 г май бар.
==Көнбағыш тарихы==
Көнбағыштың тыуған иле — [[Төнъяҡ Америка]]. Беренсе көнбағышты [[индейцтәр]] кәбиләләре эйәләштергәндер, күрәһең. Яҡынса б.э. тиклем 3000 йылдарҙа хәҙерге [[Аризона]] һәм [[Нью-Мексико]] штаттары территорияһында көнбағыш үҫтереүҙе [[археология]] раҫлай. Ҡайһы бер археологтар көнбағыш [[бойҙай]]ға ҡарағанда ла иртәрәк эйәләштерелгән тип иҫәпләй.
 
[[Мексика]]ла ацтек һәм отом, [[Перу]]ла Инк [[мәҙәниәт]]ендә көнбағыш [[Ҡояш]] аллаһы символы булып хеҙмәт иткән.
[[Индейцтәр]] көнбағыш орлоғон төйөп [[он]] итеп файҙаланған, онталған көнбағыш орлоғо уларҙың яратҡан ризығы булған. Шулай уҡ көнбағыштан май алғандар, майҙы икмәк бешереүҙә һәм [[косметология]]ла сәс һәм тире майлау өсөн файҙаланғандар.
Көнбағыштан ҡуйы ҡыҙыл буяу алғандар.
 
[[Европа]]ға көнбағышты [[1500]] йылда испан бойһондороусылары алып килә. Тәүҙә [[медицина]]ла файҙалынала торған һәм декоратив үҫемлек итеп файҙаланалар.
 
Көнбағыштан май етештереүҙе инглиздәр уйлап сығара, был турала [[1716]] йылғы патент бар. Шулай ҙа көнбағыш майын етештереү [[Рәсәй]]ҙә киң ҡолас ала.
 
Рәсәйгә көнбағыш орлоғон [[Голландия]]нан [[Пётр I]] алып ҡайта. Үҫемлек башта декоратив үҫемлек итеп файҙаланыла.
Көнбағыш майын етештереү [[сәнәғәт]]ен [[1828]] йылда крепостной крәҫтиән Бокарёв юлға һала. Бокарев [[етен]] һәм [[киндер]] майы етештереү менән таныш була . [[1833]] йылда мөлкәтсе Шереметьев рөхсәте менән сауҙагәр Папушин, Бокарёв ярҙамында, беренсе көнбағыш майы заводын төҙөй. Бөйөк Пост (Великий Пост) көндәрендә ашау тыйылмағанға күрә, көнбағыш майы киң таралыу ала. XIX быуат уртаһында Воронеж һәм Һарытау өлкәләрендә көнбағыш ултыртыу сәсеү майҙанының 30—40 % билләй.
 
Совет селеционерҙары В. С. Пустовойт һәм Л. А. Жданов көнбағыштың майлылығын һәм ҡоротҡостарға тотороҡлолығын арттырырға ирешәләр. Көнбағыш үҫтереү буйынса донъяла абруйлы премия Пустовойт исемен йөрөтә.
 
XIX быуатта Рәсәй эмигранттары көнбағыш культураһын киренән [[АҠШ]] һәм [[Канада]]ға алып баралар. Тиҙҙән [[АҠШ]] ([[Рәсәй]]ҙән һуң) көнбағыш майы етештереүсе алдынғы илдәр рәтенде була.
 
Бөгөнгө көндә көнбағыш һәм көнбағыш майы етештереү бөтә донъға таралған.
 
==Көнбағышты файҙаланыу==
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Көнбағыш» битенән алынған