Нәсихәттәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
29 юл:
Ризаитдин Фәхретдинов бигерәк тә туғандар менән араларҙы боҙоп ҡуйыуҙан ҡурҡырға өйрәтә. Оло туғандарығыҙҙы хөрмәт итегеҙ, кеселәре тураһында ҡайғыртығыҙ, улар ата-әсәгеҙҙән ҡала иң яҡын кешеләрегеҙ, тип яҙа ул китабында. «Ҡулығыҙҙа булған әйбер менән туғандарығыҙҙы ҡыҙыҡтырып ҡаратып ҡуймағыҙ, уларға ла өлөш сығарығыҙ. Һәр ваҡыт уларға шәфҡәтле булығыҙ»,- тип донъя малы өсөн туғандар менән ыҙғышыуға юл ҡуймаҫҡа өндәй.
 
Белем алыу һәм һөнәр үҙләштереү тураһында Ризаитдин Фәхретдиновтың: «Мөбәрәк динебеҙгә зарар килтермәҫлек, әхләгегеҙҙе боҙмаҫлыҡ һәм белгәндәрегеҙ менән тәкәбберләнмәҫлек шарт менән нимә генә булһа ла уҡығыҙ, нимә генә булһа ла өйрәнегеҙ һәм ни булһа ла белегеҙ. Былар өсөн һис кем алдында ғәйепле булмаҫһығыҙ һәм бер ваҡытта ла үкенмәҫһегеҙ. Бәлки һеҙ ата-әсә, бөтә ҡарындаштар һәм ҡәбилә, ҡәүем һәм милләт өсөн олуғ шәрәф эшләнгән һәм бөйөк ядкәр ҡалдырған кеше булырһығыҙ», — тигән нәсихәте бөгөн генә хәҙерге заман балаларына төбәп яҙылған кеүек яңғырай<ref name=" Нәсихәттәр. Риза Фәхретдиновтың нәсихәттәре хаҡында. Сәриә Сәлихова">[https://kitaptar.bashkort.org/storage/files/%D0%9D%D3%99%D1%81%D0%B8%D1%85%D3%99%D1%82%D1%82%D3%99%D1%80.pdf Нәсихәттәр. Риза Фәхретдиновтың нәсихәттәре хаҡында. Сәриә Сәлихова]</ref>..
 
Р.Фәхретдинов һүрәтләгән ҡайһы бер этикет ҡағиҙәләре бынан йөҙ йыл элек мосолмандар өсөн яҙылғанлыҡтан [[Европа]] ҡағиҙәләренә ҡайһы ваҡыт тап килмәүе лә күҙәтелә. Мәҫәлән, ул ҡунаҡҡа йөрөгөндә бер аҙ һуңлап барығыҙ, тип өйрәтә (һәм беҙҙең халыҡ һаман да ошо ғәҙәтен ташламай). Автор ҡыҙ балаға эске кейемегеҙ өсөн киндер туҡыманы үҙегеҙ туҡыһағыҙ, һәйбәт булыр, тигән фекерҙе лә яҙып үтә. Уның эшләп тапҡан аҡсағыҙҙы атайығыҙға һаҡларға биреп ҡуйығыҙ тигән нәсихәтен бәлки бөгөн дә берәйһе үтәй торғандыр, ләкин күпселек был талапты үтәмәй икәне барыбыҙға ла билдәле.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Нәсихәттәр» битенән алынған