Нәсихәттәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
4 юл:
'''Нәсихәттәр''' — билдәле башҡорт һәм татар мәғрифәтсеһе [[Ризаитдин Фәхретдинов]]тың ислам дине ҡағиҙәләренә таянып яҙылған, дөйөм әхләҡи ҡиммәттәргә эйә әҫәрҙәре йыйынтығы.
 
Тәүге тапҡыр 1903 йылда донъя күрә. Бынан һуң бер нисә тапҡыр башҡорт, татар, рус телдәрендә яңынан нәшер ителә.
 
2003 йылда Өфөлә башҡорт телендә «Ғилем» нәшриәтендә баҫыла<ref name=" Нәсихәттәр. Риза Фәхретдиновтың нәсихәттәре хаҡында. Сәриә Сәлихова">[https://kitaptar.bashkort.org/storage/files/%D0%9D%D3%99%D1%81%D0%B8%D1%85%D3%99%D1%82%D1%82%D3%99%D1%80.pdf Нәсихәттәр. Риза Фәхретдиновтың нәсихәттәре хаҡында. Сәриә Сәлихова]</ref>.
 
[[2018 йыл]]да башҡорт телендә [[Мәскәү]]ҙә «Мир знаний» нәшриәтендә сыға <ref name="Р.Фәхретдинов. Нәсихәттәр"> [https://www.academia.edu/36724641/%D0%A4%D3%99%D1%85%D1%80%D0%B5%D1%82%D0%B4%D0%B8%D0%BD%D0%BE%D0%B2_%D0%A0%D0%B8%D0%B7%D0%B0%D0%B8%D1%82%D0%B4%D0%B8%D0%BD_%D0%9D%D3%99%D1%81%D0%B8%D1%85%D3%99%D1%82%D1%82%D3%99%D1%80_%D0%90%D0%B2%D1%82%D0%BE%D1%80-%D1%82%D3%A9%D2%99%D3%A9%D2%AF%D1%81%D0%B5%D2%BB%D0%B5_%D2%BB%D3%99%D0%BC_%D1%82%D3%99%D1%80%D0%B6%D0%B5%D0%BC%D3%99%D1%81%D0%B5%D2%BB%D0%B5_%D3%98%D1%85%D3%99%D1%82_%D0%A1%D3%99%D0%BB%D0%B8%D1%85%D0%BE%D0%B2._%D0%9C%D3%99%D1%81%D0%BA%D3%99%D2%AF_%D0%9C%D0%B8%D1%80_%D0%B7%D0%BD%D0%B0%D0%BD%D0%B8%D0%B9_2018._108_%D0%B1 Р.Фәхретдинов. Нәсихәттәр] </ref>.
Юл 15 ⟶ 17:
«Ғаҡидә», «Ғаилә»,"Ир балалар өсөн нәсихәт", «Ҡыҙҙар өсөн нәсихәт», «Ололар өсөн нәсихәт» , «Тәрбиәле әсә», «Тәрбиәле ата», «Тәрбиәле бала», «Шәкертлек әҙәбе», «Әҙәбе тәғлим» исемле тәрбиәүи әһәмиәткә эйә китаптар авторы. Был китаптар уҡыу йорттарында педагогик әсбап итеп тә ҡулланылған.
 
Уның әҫәрҙәрендә, йәштәр төплө белем һәм яҡшы тәрбиә алғанда ғына, уларҙың хыялдары тормошҡа ашыр, бәхетле булыр, тигән фекер ята. Р.Фәхретдиновтың шундай әҫәрҙәренең береһе «Нәсихәт» тип атала. Ул өс китаптан тора. Беренсеһе— ир балаларға, икенсеһе— ҡыҙ балаларға, өсөнсөһө — ололарға тәғәйенләнгән <ref name="Ф.Баишев.Общественно-политические и нравственно-этические взгляды Ризы Фахретдинова ">[https://search.rsl.ru/ru/record/01001737442 Ф.Баишев.Общественно-политические и нравственно-этические взгляды Ризы Фахретдинова ]</ref>.
 
Ризаитдин Фәхретдинов был китапты үҙем гүзәл холоҡломон, шуға һеҙҙе өйрәтергә булдым тигән фекерҙән сығып яҙмауы тураһында әйтеп үтә. Һәр бер кешенең ниндәйҙер кәмселектәре бар, шуға ҡарамаҫтан һәр беребеҙ балабыҙға дөрөҫ тәрбиә бирергә тырышырға бурыслыбыҙ, ти.
 
«Ир балалар өсөн нәсихәт» — 35, ә «Ҡыҙ балалар өсөн нәсихәт» 27 бүлексәнән тора. Бүлексәләр бер үк баш аҫтында бирелһә лә, был ике китап ир һәм ҡыҙ балаларҙың енси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып яҙылған. Тәүге бүлексәләрҙә ата-әсә, туғандар, күршеләр, өй эсендәгеләр, мөғәллим һәм мөғәллимәләр, шәкерттәр, дуҫтар менән аралашыу ҡағиҙәләре ентекләп өйрәтелә. Автор гигиена, тәнде, өҫ-башты таҙа тотоу, йорт-ерҙә тәртип һәм таҙалыҡ булдырыуҙың, гимнастиканың һаулыҡ һәм күңел көрлөгө өсөн файҙаһын аңлата. Йөҙ, күҙ, ауыҙ, танау, ҡолаҡ, ҡул, баш, сәс тәрбиәһе кеүек һәр ағзаға айырым бүлексәләр бағышлана. Автор ашау-эсеү, мәжлес, табын ҡағиҙәләре лә балаларға кесе йәштән һеңдерелергә тейеш тип иҫәпләй. Р.Фәхретдинов балаларға ултырыу әҙәбен, хатта урамда, тимер юл, пароходта йөрөү тәртибен дә өйрәтә<ref name=" Нәсихәттәр. Риза Фәхретдиновтың нәсихәттәре хаҡында. Сәриә Сәлихова">[https://kitaptar.bashkort.org/storage/files/%D0%9D%D3%99%D1%81%D0%B8%D1%85%D3%99%D1%82%D1%82%D3%99%D1%80.pdf Нәсихәттәр. Риза Фәхретдиновтың нәсихәттәре хаҡында. Сәриә Сәлихова]</ref>.
 
Ауырыуҙың хәлен белергә, кәрәк булһа, улар тураһында һис ауырһынмай хәстәрлек күрергә, кешенең ҡайғыһын уртаҡлашырға кәрәклеген аңлата, әҙәпле итеп кеше менән һөйләшеү ҡағиҙәләренә лә иғтибар бүлә мәғрифәтсе.
Юл 29 ⟶ 31:
Белем алыу һәм һөнәр үҙләштереү тураһында Ризаитдин Фәхретдиновтың: «Мөбәрәк динебеҙгә зарар килтермәҫлек, әхләгегеҙҙе боҙмаҫлыҡ һәм белгәндәрегеҙ менән тәкәбберләнмәҫлек шарт менән нимә генә булһа ла уҡығыҙ, нимә генә булһа ла өйрәнегеҙ һәм ни булһа ла белегеҙ. Былар өсөн һис кем алдында ғәйепле булмаҫһығыҙ һәм бер ваҡытта ла үкенмәҫһегеҙ. Бәлки һеҙ ата-әсә, бөтә ҡарындаштар һәм ҡәбилә, ҡәүем һәм милләт өсөн олуғ шәрәф эшләнгән һәм бөйөк ядкәр ҡалдырған кеше булырһығыҙ», — тигән нәсихәте бөгөн генә хәҙерге заман балаларына төбәп яҙылған кеүек яңғырай.
 
Р.Фәхретдинов һүрәтләгән ҡайһы бер [[этикет]] ҡағиҙәләре бынан йөҙ йыл элек мосолмандар өсөн яҙылғанлыҡтан [[Европа]] ҡағиҙәләренә ҡайһы ваҡыт тап килмәүе лә күҙәтелә. Мәҫәлән, ул ҡунаҡҡа йөрөгөндә бер аҙ һуңлап барығыҙ, тип өйрәтә (һәм беҙҙең халыҡ һаман да ошо ғәҙәтен ташламай). Автор ҡыҙ балаға эске кейемегеҙ өсөн киндер туҡыманы үҙегеҙ туҡыһағыҙ, һәйбәт булыр, тигән фекерҙе лә яҙып үтә. Уның эшләп тапҡан аҡсағыҙҙы атайығыҙға һаҡларға биреп ҡуйығыҙ тигән нәсихәтен бәлки бөгөн дә берәйһе үтәй торғандыр, ләкин күпселек был талапты үтәмәй икәне барыбыҙға ла билдәле.
"Ир балаларға нәсихәт"ендә ҙур тормош тәжрибәһе туплаған остаз әллә ниндәй ҙур байлыҡ, дәрәжәләргә ирешһәгеҙ ҙә элек бергә уҡыған иптәштәрегеҙ менән үҙегеҙҙе һауалы, тәкәббер тотмағыҙ, итәғәтле булығыҙ, тип өйрәтә.
 
=== Ололар өсөн нәсихәт ===
«Ололар өсөн нәсихәт» 15 бүлексәнән һәм 11 өгөттән төҙөлгән. Р.Фәхретдинов "Нәсихәт"ен өйләнеүҙең маҡсатын асыҡлауҙан башлап китә һәм башҡа бүлексәләрҙә нисек итеп ышаныслы ғаилә башлығы һәм яҡшы холоҡло ҡатын булырға өйрәтә («Ир әҙәбе», «Ҡатын әҙәбе» һ.б.). Буласаҡ хәләл ефетегеҙҙең байлығына, уның дәрәжәһенә генә ҡарап түгел, холоҡ-фиғелен белеп, үҙегеҙгә тиң булырҙай кешене һайлағыҙ, «күркәм тормош мөхәббәткә, мөхәббәт тәбиғәт берлегенә бәйләнгән өсөн тормош иптәшегеҙ менән тәбиғәтегеҙ тура килгәненә иғтибар итегеҙ, йәғни ни ҡәҙәр ауыр булһа ла тәбиғәтегеҙгә оҡшаш кешеләрҙе табырға тырышығыҙ», тип кәңәш бирә<ref name=" Нәсихәттәр. Риза Фәхретдиновтың нәсихәттәре хаҡында. Сәриә Сәлихова">[https://kitaptar.bashkort.org/storage/files/%D0%9D%D3%99%D1%81%D0%B8%D1%85%D3%99%D1%82%D1%82%D3%99%D1%80.pdf Нәсихәттәр. Риза Фәхретдиновтың нәсихәттәре хаҡында. Сәриә Сәлихова]</ref>.
 
Әгәр инде Аллаһ балалар бирһә, уларға яҡшылыҡ һәм әҙәп өйрәтеп, тәрбиәләргә кәрәклекте иҫкәртә.
Юл 40 ⟶ 42:
«Ата һәм әсә ҡағиҙәләре» бүлексәләрендә 22 өгөт-нәсихәттә баланы тыуғандан алып өйләнгәнгә тиклем нисек ҡарарға, уға ниндәй тәрбиә бирергә икәнлеге аңлатыла. Артабан үҙләштергән һөнәреңә, белемеңә тырышлығыңды ҡушып хужалығыңды, ғаилә иҡтисадын нисек алып барырға өйрәтә. Тапҡан малды исраф итмәй, ғаиләң кәрәгенә тотонорға, насар маҡсатта тотонмаҫҡа, лотерея һәм башҡа ҡомарлы уйындар уйнап, туҙҙырмаҫҡа кәңәш бирә.
 
Китаптың һуңғы өлөшөндә бирелгән 11 өгөттә Ризаитдин Фәхретдинов кешеләр араһында таралған ҡайһы бер боҙоҡлоҡтарҙан, алама ғәҙәтле кешеләрҙән йыраҡ булырға өндәй<ref name=" Нәсихәттәр. Риза Фәхретдиновтың нәсихәттәре хаҡында. Сәриә Сәлихова">[https://kitaptar.bashkort.org/storage/files/%D0%9D%D3%99%D1%81%D0%B8%D1%85%D3%99%D1%82%D1%82%D3%99%D1%80.pdf Нәсихәттәр. Риза Фәхретдиновтың нәсихәттәре хаҡында. Сәриә Сәлихова]</ref>. Һигеҙенсе өгөттә ул ҡайһы бер мосолмандар араһында ла тарала башлаған кешене түбәнлеккә төшөрә торған эскелеккә, иҫерткес эсеүсе кешеләргә кире ҡарашын белдерә һәм: «Был боҙоҡ ғәҙәт ни ҡәҙәр ҡыҙғаныс һәм күңелдәргә йәрәхәт бирәсәк хәлдер», — ти. Олуғ аҡыл эйәһе Р.Фәхретдиновтың өгөттәрендәге әҙәп, [[әхлаҡ]], кешелеклелек, изгелек, ғәҙеллек, намыҫ һәм башҡа төшөнсәләр хаҡындағы фекерҙәренең әһәмиәте бик ҙур, уларҙа ислам ҡанундары менән бер рәттән быуаттар буйы тупланған ата-бабалар тәжрибәһе, халыҡтың рухи, мәҙәни ҡиммәттәре һәм традициялары сағылыш тапҡан.
 
Халыҡ араһында йәшәп килгән яҙылмаған ҡанундарҙы үҙләштергән, йәғни тәрбиәле, әҙәпле кеше халыҡ ихтирамын яулай, үҙ итмәгәнен, киреһенсә, халыҡ дошман күрә. Риза Фәхретдинов был турала: «Әҙәпле кешеләрҙе Йәнәб-и-Аллаһ һөйә, халҡы ла һөйә, исемдәре онотолмай, донъяла хөрмәтле һәм әхирәттә бәхетле булыр. һәр кем уларҙы үрнәк итер, һәр кем хәйер-доға менән иҫкә алыр, һағыныр. Әҙәпһеҙ кешеләр иһә уларҙың киреһе, Аллаһы Тәғәлә ҡаршында хөрмәтһеҙ, халыҡ күҙендә дошман күренә, исемдәре һөйләнмәй, донъянан үткәндәренә һәр кем рәхәтләнер, бер-ике сәғәт үткәс тә тулыһынса оноторҙар һәм гүйә донъяға килмәгән кеүек иҫәпләрҙәр»,- тип иҫкәртә.
 
Халыҡ араһында йәшәп килгән яҙылмаған ҡанундарҙан бер нисәһе. «Ололар өсөн нәсихәт»тә «Ватан һәм милләт» бүлексәһендә Риза Фәхретдинов «ватанығыҙҙы ныҡ һөйөгөҙ, уның исемен бөйөк итеү өсөн тырышығыҙ», «милләтегеҙ өсөн хеҙмәт итеүҙе йәнегеҙ өсөн бәхет тип белегеҙ», тип өгөт бирә. Икенсеһе — ата-әсәгә ҡарата хөрмәт һәм ихтирам. Балалар өсөн яҙылған ике «Нәсихәт» тә «Ата һәм әсә» бүлексәләренән башлана. «Ата-әсәгеҙ һеҙгә ҡарата иң ауыр һәм мәшәҡәтле хеҙмәттәрҙе башҡарған һәм һаман да үтәй. Һәр ваҡыт ҡайғығыҙҙы уртаҡлашып, бәхетегеҙ өсөн тырыша, һеҙҙең өсөн Аллаһы Тәғәләгә ялбара һәм доға ҡыла. Шуның өсөн, мөмкин тиклем уларҙың хеҙмәттәренә ҡаршылыҡ күрһәтмәгеҙ, мәшәҡәттәренең хаҡын ҡайтарыу мөмкин булмаһа ла, уларға ихласлыҡ менән хеҙмәт итеүсе һәм хөрмәт күрһәтеүсе булығыҙ!»- тип һис шикһеҙ үтәлергә тейешле талапты еткерә. Өсөнсөһө- «Олоно оло ит, кесене кесе ит». Ололар менән итәғәтле булырға, кеселәргә шәфҡәтле булырға саҡыра, кеселәргә ҡаты күңеллелек, оятһыҙлыҡта үрнәк күрһәтмәгеҙ ти.
Ризаитдин Фәхретдинов ялҡаулыҡ һәм нәфсе артынан йөрөүҙе хупламай, эшһеҙ һәм хәрәкәтһеҙ кеше тәбиәғәтен боҙа, был уны фәҡирләндерә ти.
Юл 65 ⟶ 67:
* Фәхретдинов Ризаитдин, Нәсихәттәр / Автор-төҙөүсеһеһәм тәржемәсеһе Әхәт Сәлихов. Мәскәү: Мир знаний,2018. 108 б. ISBN 978-5-9500224-7-0
 
* Баишев, Ф.Н.Фаниль Нафикович.Общественно-политические и нравственно-этические взгляды Ризы Фахретдинова / Ф. Н. Баишев; Рос. акад. наук, Уфим. науч. центр, Ин-т истории, яз. и лит. - Уфа : Башк. изд-во "Китап", 1996. - 175 с. ISBN 5-295-01503-3
 
== Һылтанмалар ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Нәсихәттәр» битенән алынған