Башҡортостан: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
124 юл:
Башҡортостан Республикаһы шарттарында ауыл хужалығы етерлек хеҙмәт ресурстарына нигеҙләнә. Ауылда йәшәүселәрҙең һаны буйынса республика Рәсәйҙә Краснодар крайынан ҡала икенсе урынды алып тора.
Аҙыҡ-түлеккә ихтыяжды үҫтереүсе күп һанлы индустрия үҙәктәренең күбәйеүе ауыл хужалығы үҫеше өсөн мөһим этәргес көс булып тора. Икенсе яҡтан, республиканың сәнәғәт предприятиелары ауыл хужалығы предприятиеларын тупраҡҡа ашлама индереү машиналары, моторҙар, умартасылыҡ кәрәк-яраҡтары, малсылыҡ комплекстары әсән вентиляторҙар, электр энергияһы, яғыулыҡ-майлау һәм төҙөлөш материалдары, газ, ашламалар, аҡһым-витамин ҡатнашмалары, йәшелсә үҫтереү парниктары, һуғарыу өсөн полимер материалдар һ. б. менән тәьмин итә.
Баҙар мөнәсәбәттәре ауыл хужалығы структураһына ла ҙур үҙгәрештәр индерҙе, ул күп тармаҡлы булып үҫешә башланы. 1997 йылда 197 крәҫтиән хужалығы ассоциация-һы, 45 күмәк халыҡ предприятиеһы, 29 ауыл хужалығы кооперативы бар ине. 524 колхоз һәм 135 совхоз үҙ статусын һаҡлап ҡалды. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының дөйөм һаны 3,6 меңгә етте, уларға 85 мең гектарға яҡын ер беркетелгәйне. Башҡортостанда, тотош Рәсәй Федерацияһындағы кеүек үк, фермер хужалыҡтарының көс йыйып китә алмауын, бөтәһенән элек, кешеләрҙең быға психологик яҡтан әҙер булмауы һәм тупланма фондтар менән инфраструктураның (юл, коммуникация һ. б. ш.) эре ауыл хужалығы предприятиеларына ҡулайлашҡан булыуы менән аңлатылалыр, күрәһең. Хәҙерге шарттарҙа тегеһен дә, быныһын да (психологияны һәм инфраструктураны) бер юлы емереү ҙур аҡылһыҙлыҡ булыр ине.
Иҡтисадты үҙгәртеп ҡороу шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың үҫеүенә, кешеләр ҡулындағы мал һанының артыуына булышлыҡ итте, ҡала халҡына емеш-еләк һәм йәшелсә баҡсасылығы менән шөғөлләнергә ирек ҡуйҙы. Эшләүселәренең матди хәлен яҡшыртыу маҡсатында һөт, ит етештереүсе, йәшелсә, картуф үҫтереүсе үҙ «аграр цехтарын» булдырырға мәжбүр булған предприятиелар һәм ойошмалар һаны көндән-көн арта. Бындай цехтарҙа хәҙер ит-һөттө эшкәртеүсе минизаводтар барлыҡҡа килә башланы.
Етештереүҙең ҡырҡа түбән төшөүе, уның матди-техник нигеҙен ныҡ ҡаҡшатҡан сәнәғәт һәм ауыл хужалығы продукцияларына хаҡтарҙың тигеҙ булмауы, көрсөклөккә илтеп терәгән башҡа күренештәр һаҡланып ҡалған колхоз һәм совхоздарҙың, башҡа тауар етештереүселәр кеүек үк, тыуып килгән баҙар шарттарына яраҡлашыуын ҡыйынлаш-тыра. Шулай ҙа шаҡтай ҙур алға китеш күҙәтелә, һорау менән файҙаланылмаған ҡайһы бер иген культуралары сәсеүлектәрен ҡыҫҡартып, улар урынына шәкәр сөгөлдөрө, картуф һәм йәшелсә ерҙәрен арттырыу иҫәбенә сәсеүлек майҙандары структураһына үҙгәрештәр индерелә. Ауыл хужалығы продукцияһын һаҡлау һәм эшкәртеүгә күберәк иғтибар бүленә башланы. Хужалыҡтар һәр ҡайһыһы, үҙ мөмкинлегенән сығып, яңы, шул иҫәптән сит ил технологияларын үҙләштерә, яңы сорт үҫемлектәр индерә һ. б. Мәҫәлән, республиканың ҡайһы бер райондарында картуф үҫтереүҙең Голландия һәм Францияла ҡулланылған техноло¬гияларын үҙләштерәләр. Саҡмағош сөгөлдөр үҫтереүселәре, Германия фирмалары тәжрибәһен файҙаланып, шәкәр сөгөлдөрөн ҡул көсө һалмай ғына үҫтереү технологияһын индерҙеләр.
141 юл:
===Баҡсасылыҡ===
Баҡсасылыҡ та урындағы әһәмиәткә эйә. Ул 13 мең га майҙанды биләй. Баҡсалар индустриялы үҙәктәрҙе уратып алған, шулай уҡ Ағиҙел йылғаһының урта һәм түбән ағымында тәбиғәт шарттары уңайлы төбәктәрҙә киң таралған.
 
===Малсылыҡ===
Малсылыҡ республика ауыл хужалығы продукцияһының яртыһынан күберәген бирә. Сабынлыҡтар менән көтөүлектәр 2,6 млн га майҙан биләй. Әммә уларҙың продукт бире үсәнлеге юғары түгел. Шуға күрә улар кәрәкле мал аҙығының яртыһынан да аҙырағын бирә. Мал аҙығының ҡалған өлөшө кукуруз, тамыраҙыҡтар, ҡуҙаҡлы культуралар һәм сәселгән үлән иҫәбенә алына, улар сәсеүлектәрҙең һәр дүртенсе гектарын биләй. Республика сәнәғәте карбамид, аҡһым-витамин ҡат¬нашмалары, ылыҫ оно менән тәьмин итә. Малсылыҡта шулай уҡ шәкәр заводтары ҡалдыҡтары — һығынды, дөйөм туҡланыу предприятиелары ҡалдыҡтары файҙаланыла.
Юл 156 ⟶ 157:
Республикала ғәжәп күп төрлө сәскәләр башҡорт балына иҫ киткес хуш еҫ һәм ҡабатланмаҫ тат бирә. Шуға ла уның башҡорт балы тигән даны бар, халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә һәм йәрминкәләрҙә ул күп тапҡыр миҙалдар һәм грамоталар яуланы.
Умартасылыҡтың башҡа продукцияһы ла: балауыҙ, умарта елеме (прополис), инә ҡорт һөтө лә киң һорау менән файҙалана.
 
==Яғыулыҡ-энергетика комплексы==
Башҡортостандың үҫешкән яғыулыҡ-энергетика комплексына эйә булыуы уның сөнәғәтенең төп үҙенсәлектәренең береһе булып тора. Хеҙмәттең дөйөм Рәсәй территориаль бүленешендә республика эре яғыулыҡ-энергетика базаһы булып сығыш яһай.