Әрмәндәрҙе юҡ итеү сәйәсәте: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
69 юл:
[[1914 йыл]]дың 2 авгусында [[Ғосман империяһы|Төркиә]] [[Германия империяһы]] менән, уның төп пункттарының береһе булып Рәсәй мосолман халыҡтарына сығыуҙы тәьмин итеү һәм әрмәндәр йәшәйалмаһын өсөн, Ғосман империяһының көнсығыш сиктәрен үҙгәртеү буйынса йәшерен герман-төрөк килешеүенә ҡул ҡуйған. Был сәйәсәт [[1914 йыл]]дың 30 октябрендә Төркиә һуғышҡа ингәндән һуң, оттоман хөкүмәте тарафынан асыҡтан-асыҡ иғлан ителә. Мөрәжәғәттә бөтә төрки раса вәкилдәренең «тәбиғи» берләшеүе тураһындағы раҫлау ярылып ятҡан<ref name="The Armenian People from Ancient to Modern Times 2-239-245" /><ref name="Astourian 68-69" />.
[[Файл:NY Times Armenian genocide.jpg|thumb|180px|Миллион әрмән үлтерелгән һәм ҡыуылған. [[New York Times]], 1915 йылдың 15 декабре]]
Германия менән Ғосман империяһы араһында килешеү төҙөлөү менән, христиандарҙың мөлкәтен ғәҙелһеҙ тартып алыу башлана. [[1914 йыл]]дың ноябрендә [[йыһат]] иғлан ителә, һәм был мосолман халыҡтарында христиандарға ҡаршы шовинизмды көсәйтә. Энвер һәм Жемал бойороғо буйынса, Фронттарҙа атакалар ваҡытында [[Истанбул]]дың британ һәм француз халҡы тере ҡалҡан сифатында файҙаланылған. Дошман территорияһында йәшәгән бола башлау ихтималлығы булған этник общиналарҙы файҙаланыу стратегияһы киң таралған: шулай, [[Ғосман империяһы|Төркиә]] [[Рәсәй империһыимперияһы]] мосолмандарын йыһатҡа ҡушылырға саҡыра, Бөйөк Британия һәм Ирландия Берләштерелгән короллеге ғәрәп ихтилалдарын әүҙем хуплаған, ә [[Германия империяһы]] — украин милләтселәренә ярҙам иткән. Ғосман властары Дашнакцутюнды, еңеүгә өлгәшкән осраҡта, төрөк идаралығына буйһонған әрмән районы булдырыуҙы вәғәҙәләп, Рәсәй Кавказ аръяғында йәшәүсе әрмәндәрҙең баш күтәреүен ойоштороуға ылыҡтырмаҡсы була. Әммә Дашнакцутюн вәкилдәре, һәр яҡта ҡалған әрмәндәр үҙ хөкүмәтенә тоғро ҡалырға тейеш тип белдерә<ref name="The Armenian Genocide: An Interpretation" />. Бындай баш тартыуҙан ене сыҡҡан «Тешкилят-и Махсуса|Махсус ойошма» етәксеһе Бехаэддин Шакир дашнактарҙың бер ниә лидерын атырға бойора. Фронттың икенсе яғында, министр иностранных дел Рәсәй империяһы сит илдәр министры әрмән һәм курдтарҙы Төркиәлә ихтилалдар ойоштороуҙа файҙаланырға тигән бойороҡ сығара. Кавказ наместнигы Воронцов-Дашков Илларион Иванович әрмәндәрҙе Рәсәйгә ярҙам итергә саҡыра һәм Рәсәй Төркиәнең әрмән төбәктәрен автономлаштырыу планы өҫтөндә эшләй тигән вәғәҙә бирә, әммә был вәғәҙәләр алдан уйланылған алдаҡ була: Һуғыштан һуң Хәрби-диңгеҙ һәм Ауыл хужалығы министрлыҡтарының һуғыштан һуң Ғосман империяһының әрмән халҡы күп йәшәгән райондарын көсләп ҡушыу тәҡдимдәре булыуына ҡарамаҫтан, империяның юғары етәкселеге, дөйөм алғанда, әрмән милләтселеге менән бәрелешмәҫ өсөн, был перспективаны хупламаны. Шуның өсөн хәрби мәнфәғәт аҡланған хәлдә генә рәсәй ғәскәрҙәре Анатолияға үтә алды; инглиз илсеһе Джордж Уильям Бьюкенен әйткәнсә, сит ил эштәре министры Сазонов Сергей Дмитриевич рәсәйлеләр «Эрзерумдан көнбайышҡа табан артыҡ ер баҫып алыу теләге менән янмай» тигән)<ref name="holquist"/>. Воронцов-Дашков планы буйынса, Кавказда, Көнбайыш Төрөк Әрмәнстанында һәм Кажар Фарсыстанында урыҫтар етәкселек иткән ҡораллы әрмән отрядтары булдырыуҙы күҙ уңында тотҡан. [[1878 йыл]]да Төркиәнең Рәсәй баҫып алған территориялары әрмәндәренән, шулай уҡ Төркиәнән ҡасып килгән әрмәндәрҙән төҙөлгән биш батальон формалашҡан. Әрмән подразделениелары, төрөк территорияларындағы әрмәндәр ихтилалға күтәрелеүенә иҫәп тотоп, Төркиә сигендә урынлаштырыла. Анатолия әрмәндәре, Рәсәйҙән үҙ ирке менән килгән кешеләрҙән ярҙам алып, үҙоборонаға әҙерләнәләр. Төркиә тарафынан ҡотҡоға бирелгән Кавказ мосолмандары араһында ла шуға оҡшаш үҙойоштороу барған. Әрмәндәр һәм төрөктәр араһында низағтар, Ван ҡалаһы янындағы телеграф һыҙығында диверсия һәм [[1914]] йыл аҙағында — [[1915 йыл]] башында Битлистағы локаль бәрелештәр. Төп әрмән халҡы ғосмандарға ҡаршы сәйәсәтте хупламаған. Курдтар араһында алып барылған рәсәй агитацияһы һөҙөмтә бирмәгән. Ысынында, низағта ҡатнашҡан ҡапма-ҡаршы яҡтарҙың дошман территорияһындағы «этник ҡәрҙәштәр»ҙе яяҡлау кәрәклеге тураһындағы хәбәрҙәре урындағы халыҡты пушка ите сифатында файҙаланыуҙы битлеккә йәшерә<ref name="Bloxham 71-75" />.
 
Фарсыстанды һәм Рәсәй Кавказ аръяғын Төркиә баҫып алғандан һуң, бер нисә мең мосолмандың үҙ ирке менән ғосман ғәскәрҙәренә ҡушылыуы Рәсәй сигендә йәшәгән ир-егеттәрҙе йәлеп итеү маҡсатында ойошторолған. Шуға оҡшаш сәйәсәт Төркиә әрмәндәренә лә ҡулланылған. Күргәҙмә һымаҡ ҡаты саралар көнсығыш Анатолияның хәрби һәм регуляр булмаған формированиелары өсөн әрмәндәргә мөғәмәләһе бирелгән «ҡағиҙәгә таянған уйын» булған, урындағы тип һаналмаған теләһә ниндәй инцидентты баҫтырыу өсөн яуыз алымдар ҡулланыуҙа икеләнмәгәндәр. Әммә [[1915 йыл]]дың март аҙағына тиклем әрмәндәрҙе ҡырыу буласаҡ болаларҙы булдырмауҙы иҫкәртеү маҡсатында ойошторолған, һәм был уны артабанғы ахырғы көсләп күсереүҙәрҙән һәм Иттихат лидерҙары йәшерергә ынтылған үлтереүҙәрҙән бик ныҡ айырылған<ref name="Bloxham 71-75" />.