Иҫке Ишембай ауылы мәсете: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
 
12 юл:
Ишембай Аҡбирҙиндың вариҫтары, ҡасабала рәсми рәүештә мәхәллә ойоштороп, яңы мәсет һалыуҙы ниәтләй. 1946 йылдың йәй айҙарында Юныс менән Хәләф Ишембаевтар, Хәйрулла Ғәлиев һәм башҡа бер нисә кеше, Иҫке Ишембай һәм яҡын тирәләге Ирек, Юрматы, Күс, Ҡыҙыл ауыл, Аллағыуат, Бурансы, Көҫәпҡол ауылдары буйлап йөрөп, халыҡтан мәсет төҙөү өсөн иғәнә туплау менән мәшғүл була. Халыҡ, аҡса, йәки баҡсаларында үҫкән йәшелсәне, емеш-еләкте, игенде тапшырып, яңы мәсет төҙөлөшөнә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Йыйылған йәшелсәне баҙарҙа һатып, аҡсаға әйләндерәләр. Ҡаҙна аҡсаһын туплауға Мотиғулла Ишембаев яуаплы була.
 
Аҡса йыйылғас, 1946 йылдың аҙағында ауыл ҡарттары ҡала властарына үҙ үтенестәре менән мөрәжәғәт итә. Ләкин партияның Ишембай ҡала комитеты ла, ҡала Советы башҡарма комитеты ла быға ҡаршы төшә, рөхсәт бирмәй. Шулай ҙа ауыл ҡарттары яҡын тирәләге ауылдарҙан мәсет бинаһы өсөн яраҡлы бина табып, мәсет төҙөүгә рөхсәт алыуҙы юллауҙы артабан дауам итергә була. Юныс Ишембаев үҙенең шәхси еренән 0,20 гектар ерен мәсет өсөн бүлә. 1947 йылдың мартында мәсеткә яраҡлы йорт һатып алына. Хәләф Ишембаев “Башҡортостан” артеленән балта оҫталары бригадаһы менән, йортто һүтеп, мәсет төҙөләсәк урынға ташып ҡуя. Ауылдың ир-егеттәре был изге эштән ситтә ҡалмай. 10-12 көндән яңы мәсет диндарҙыдиндарҙарҙы ҡабул итеүгә әҙер була.
 
Мәсет бинаһы әҙер булғас, революцияға тиклем “Варяг” крейсерында кочегар булып хеҙмәт иткән Хәйрулла Ғәлиев, түшенә Порт-Артурҙағы һуғышта ҡатнашҡан өсөн батша хәҙрәттәренән алған наградаларын тағып, КПСС ҡала комитетына һәм ҡала Советы башҡарма комитетына юл ала. Оло ил ағаһының һүҙе үтә был юлы: ҡала Советында мәсеттең эшләүенә рөхсәт бирелә.