Фәҡирлектә үткән тереклек: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
5 юл:
«Фәҡирлектә үткән тереклек» хикәйәһе — тәнҡитле реализм өлгөһө. Хикәйәнең сюжеты ул осорҙа ысынбарлыҡта күҙәтелгән реаль тормош күренешен һүрәтләүгә ҡоролған. Был әҫәр башҡорт әҙәбиәтендә яңы һүҙ булып яңғырай. Төп геройҙары байҙар, муллалар, сауҙагәрҙәр, шәкерттәр булған әҙәбиәт донъяһына әлегә тиклем билдәле булмаған герой — ауыл ярлылары килеп инә.
 
Ниғмәтулла һәм уның ҡатыны Сәрүиҙең ауыр тормошо трагикомик ситуацияларға ҡуйылып бәйән ителә. Ниғмәтулла буран мәлендә вафат була, ә Сәрүи тағы ла бер фәҡир иргә кейәүгә сыға. Әммә уның менән дә оҙаҡ йәшәмәй., низағлашып айырылаайырылыша. Автор ауылдаштарының ҡатмарлы һәм юҡсылыҡта үткән михнәтле тормошон тәрән теләктәшлек һәм йәлләү тойғолары менән һүрәтләй. Әммә Мәжит Ғафури был ҡараңғылыҡтан сығыу юлын аңлата алмай<ref>[https://wikisource.org/wiki/Фәҡирлек_менән_үткән_тереклек Фәҡирлектә үткән тереклек]</ref> .
Мәғрифәтселек йүнәлешендә торған Мәжит Ғафури фәҡирлеккә илткән һәләкәтле ғәҙәт-үртештәрҙән азат булырға өндәй. Яҙыусының тәүге әҫәрҙәре белемлелек артта ҡалғанлыҡтан азат итеү һәм бөтә ҡапма-ҡаршылыҡтарҙан ҡотолоу юлы тигән идеяға нигеҙләнгән.
 
== Төҙөлөү тарихы ==