Фәҡирлектә үткән тереклек

Башҡорт АССР-ының тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың хикәйәһе. 1902 йылда яҙыла

«Фәҡирлектә үткән тереклек» — Башҡорт АССР-ының тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың 1902 йылда яҙылған хикәйәһе[1].

Фәҡирлектә үткән тереклек
Атамаһы Фәҡирлектә үткән тереклек
Сәнғәт формаһы хикәйә
Автор Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы
Әҫәрҙең теле башҡортса‎
Нәшер ителеү ваҡыты 1902

Сюжеты һәм идеяһы үҙгәртергә

«Фәҡирлектә үткән тереклек» хикәйәһе — тәнҡитле реализм өлгөһө. Хикәйәнең сюжеты ул осорҙа ысынбарлыҡта күҙәтелгән реаль тормош күренешен һүрәтләүгә ҡоролған. Был әҫәр башҡорт әҙәбиәтендә яңы һүҙ булып яңғырай. Төп геройҙары байҙар, муллалар, сауҙагәрҙәр, шәкерттәр булған әҙәбиәт донъяһына әлегә тиклем билдәле булмаған герой — ауыл ярлылары килеп инә.

Ниғмәтулла һәм уның ҡатыны Сәрүиҙең ауыр тормошо трагикомик ситуацияларға ҡуйылып бәйән ителә. Ниғмәтулла буран мәлендә вафат була, ә Сәрүи тағы ла бер фәҡир иргә кейәүгә сыға. Әммә уның менән дә оҙаҡ йәшәмәй, низағлашып айырылыша. Автор ауылдаштарының ҡатмарлы һәм юҡсылыҡта үткән михнәтле тормошон тәрән теләктәшлек һәм йәлләү тойғолары менән һүрәтләй. Әммә Мәжит Ғафури был ҡараңғылыҡтан сығыу юлын аңлата алмай[2].

Мәғрифәтселек йүнәлешендә торған Мәжит Ғафури фәҡирлеккә илткән һәләкәтле ғәҙәт-үртештәрҙән азат булырға өндәй. Яҙыусының тәүге әҫәрҙәре белемлелек артта ҡалғанлыҡтан азат итеү һәм бөтә ҡапма-ҡаршылыҡтарҙан ҡотолоу юлы тигән идеяға нигеҙләнгән[3].

Төҙөлөү тарихы үҙгәртергә

«Фәҡирлектә үткән тереклек» әҫәре 1902 йылда яҙыла. Һәм 1904 йылда Ҡазанда донъя күрә.

Фәҡирлек һүрәтләнеше үҙгәртергә

Филология фәндәре кандидаты М. С. Арыҫланова Мәжит Ғафуриҙың «Фәҡирлектә үткән тереклек» әҫәрендәге аяныс ярлылыҡты «яҙыусы ҡулланған лексик берәмектәр аша күрәбеҙ» ти:

  мейес, ул аҙыраҡ алға табан ҡыйшайған, ҡолап емерелмәһен өсөн мейескә терәү һуҡҡандар; күҙ алдына ҡыйшайып, емерелеп барған, йылылыҡ

бирмәгән мейес килеп баҫа; ярыҡлы мейес аша төтөн сыға; ямаған ҡыҙыл аласа тышлы ике мендәр; мендәрҙең тышын яңыртыу өсөн, әлбиттә, аҡса юҡ; ең төптәре йыртылған иҫке бер тун; был кейем бер йылылыҡ та бирмәй, башҡа кейер әйбер булмағас, ташламайҙар; сығанаҡтары ватылған иҫке бер һандыҡ; һандыҡ ватыҡ, әммә нәмә һалыр өсөн, күрәһең, башҡа өй йыһазы юҡ; сынаяҡтар ҡоршап, нығытылып ҡуйылғандар; ҡалаҡтар китек; бер-ике бөртөк шырпы менән ике тин аҡса; [4]

 

Әҫәр геройҙарының портреты ла бында бик ярлы кешеләр йәшәүенә ишаралай: Сәрүиҙең башында «түбәһе туҙып тишелгән» яулыҡ. Ниғмәтулла «иҫке шарф ураған… тишек бүрек, сабата кейгән».

«Барлыҡ яраштыра, юҡлыҡ талаштыра», ти халыҡ мәҡәле. Уларҙың телмәре лә тупаҫ, «һөйләшкәндә бер-береһе менән асыуланышҡан кеше кеүек ҡаты-ҡаты, ҡысҡырып-ҡысҡырып һөйләшәләр ине». Һүҙҙәрҙе ҡабатлау аша автор көсөргәнешлек картинаһын бирә. Үҙ-ара мөнәсәбәттәр кире һәм түбән дәрәжәле икәнлеге асыҡ күренә[5].

Тәнҡит үҙгәртергә

  Шағирҙың тәүге ижады бер яҡтан дин фанатизмына ҡаршы булһа, икенсенән, ул осорҙағы ябай кешеләрҙең фәҡир тормошон һүрәтләүе лә беҙҙе әсе хәҡиҡәткә алып ҡайта. Ярлы һәм бай араһындағы ҙур айырманың булыуы, айырыуса балаларҙы йәлләү тойғоһо уның һәр шиғырында һәм әҫәрендә ярылып ята. Ғафуриҙың «Фәҡирлектә үткән тереклек» тигән әҫәрен, ундағы яҙмыштарҙы әле лә тыныс ҡына уҡып булмай[6] Шағирҙың алтын донъяһында... «Башҡортостан ҡыҙы»  

.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • История башкирской литературы. Т.1: С древнейших времен до начала XX вкека/Мажит Гафури (421—428 с.) — Уфа: Китап, 2012. — 560 с. ISBN 978-5-295-05562-1 (т.1) ISBN 978-5-295-05561-4
  • Мажит Гафури: новый взгляд на творчество поэта / Ф. Ш. Сибагатов. — Уфа: Китап, 2020—280 с. ISBN 978-5-295-07507-0

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Фәҡирлектә ʏткән тереклек. Ғафури Мәжит
  2. Фәҡирлектә үткән тереклек
  3. Мажит Гафури: новый взгляд на творчество поэта / Ф. Ш. Сибагатов. — Уфа: Китап, 2020 — 280 с. ISBN 978-5-295-07507-0
  4. [1] М. Ғафуриҙың «Фәҡирлектә үткән тереклек» әҫәрендә лексик үҙенсәлектәр. 29-33 бб.
  5. [2] М. Ғафуриҙың «Фәҡирлектә үткән тереклек» әҫәрендә лексик үҙенсәлектәр. 29-33 бб.
  6. Шағирҙың алтын донъяһында... 2015, 21 август