25 июль: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
32 юл:
==== 1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар ====
<onlyinclude>{{#if: {{replace|{{{1|}}}|4|}} ||
* Ғәбдрәхимов Рәшит Латип улы (1926), ауыл хужалығы эшмәкәре. Туймазы районы «Илсембәт» совхозының элекке директоры, районда теплица хужалығына нигеҙ һалыусы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Райондың почётлы гражданы. Сығышы менән Иҫке Туймазы ауылынан.
 
* Соков Борис Михайлович (1936), прокуратура органдары ветераны, юстицияның өлкән кәңәшсеһе. Рәсәй Федерацияһының почётлы хеҙмәткәре (1992), Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы районы Отнурок (Нура) ауылынан.
* Сорокин Валентин Васильевич (1936), СССР һәм Рәсәй шағиры, журналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. 1965 йылдан «Волга» (Һарытау ҡалаһы), 1968 йылдан «Молодая гвардия» (Мәскәү) журналдарының бүлек мөдире, 1970—1980 йылда Мәскәүҙәге «Современник» нәшриәтенең баш мөхәррире; 1983 йылдан М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡарамағындағы Юғары әҙәби курстар етәксеһе; 1980—1983 йылдарҙа Мәскәү ҡала яҙыусылары ойошмаһы секретары, 1994—2010 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар союзы идараһы рәйестәше РСФСР ҙың М.Горький исемендәге Дәүләт премияһы. (1986), Ленин комсомолы (1974), М. А. Шолохов исемендәге халыҡ ара (2000), С. В. Михалков исемендәге (2015), С. А. Есенин исемендәге (2015) һәм башҡа әҙәби премиялар лауреаты. «Почёт Билдәһе» (1984), Дуҫлыҡ (2007) һәм сит ил ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Авашла утарынан (хәҙер бөткән).
* Яковлев Виктор Николаевич (1951), театр ветераны, актёр. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2006). 1977 йылдан Өфөләге «Юбилейный» мәҙәниәт һарайының «Товарищ» халыҡ театры режиссёры—етәксеһе, 1979 йылдан — Псков ҡалаһының А. С. Пушкин исемендәге драма театры актёры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
* Михеева Элла Анатольевна (1961), табип-физиотерапевт. 2-се Республика клиник дауаханаһының физиотерапия бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
}}</onlyinclude>
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/25_июль» битенән алынған