Черногория географияһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
47 юл:
Черногорияла төрлө йүнәлештәрҙә ағыусы ике төп йылға системаһына бар. Пива, Тара (144 саҡрым), Чеотина (125 саҡрым) һәм Лим (123 саҡрым) йылғалары төньяҡ-көнбайышҡа аға һәм Дрина йылғаһы ҡушылдыҡтары (Дунай бассейны) булып тора. Илдең көньяҡ йылғалары Адриатик диңгеҙ бассейнына ҡарай. Уларҙың иң ҙурҙары — Морача (99 саҡрым) һәм уның ҡушылдығы Зета (65 саҡрым) (Скадарь күле бассейны). Скадарь күленән сыҡҡан Бояна йылғаһы элек Черногорияның берҙән-бер суднолар йөрөрлөк ине, әммә әлеге мәлдә уның буйында суднолар йөрөй алмай. Черногорияның өс йылғаһы (Морача, Зета һәм Пива) тулыһынса Черногория биләмәһе буйлап аға.
 
Черногория йылғаларының күбеһе — таулы йылғалар, тәрән каньондар барлыҡҡа килтерә. Тара йылғаһындағы яҡынса 1200 м тәрәнлектәге каньон Европала иң тәрәне һәм донъяла тәрәнлеге буйынса икенсе урында тора. Черногория йылғалары 1 саҡрымлыҡ биләмәгә 115 кВт энергетик потенциалға эйә. Был бик юғары күрһәткес. Пива и Зета йылғаларында ГЭС-тар бар, әммә тулы гидроэнергетик потенциал төрлө сәбәптәр, шул иҫәптән экологик, сәбәптәр арҡаһында тормошҡа ашырыла алмай.<ref name="geo">{{ССГН|Черногория}}</ref>
[[Файл:ZalewPiva-przy.tamie.jpg|мини|200x200пкс|Пива йылғаһының Мратинья дамбаһы эргәһендәге һыуһаҡлағыс ]]
Төбәктең карст ағымы күселек өлөшө ер аҫты каналдар буйлап үтә.