Вестволл Хансен Гюда: өлгөләр араһындағы айырма
"Вестволл Хансен, Гюда" битен тәржемә итеп төҙөлгән |
(айырмалар юҡ)
|
13:54, 22 апрель 2021 өлгөһө
Гюда Вестволл Хансен (норв. Gyda Westvold Hansen; тыу. 20 апрель 2002 20 апрель 2002[1][2][3] (22 йәш), Тронхейм[d]) — Норвегияның саңғысыһы, саңғы буйынса икебәйгелә сығыш яһай. 2021 йылда донъя чемпионы, Үҫмерҙәр Олимпия уйындары-2020 чемпионы. IL Nansen клубы өсөн сығыш яһай.
2021 йылда тарихта беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар араһында саңғы икебәйгеһе буйынса донъя чемпионы була[4]. Ул шулай уҡ шәхси ярышта 2021 йылда юниорҙар араһында донъя чемпионы, 2019 һәм 2020 йылдарҙа ошо турнирҙа көмөш призер. Вестволл Хансен шулай уҡ норвегия йыйылма командаһы составына инә , ҡатнаш командаһы алтын миҙал яулаһа, ярыштарҙы 2020 йылда Ҡышҡы үҫмерҙәр Олимпия уйындарында ҡатнаш команда ярыштарында алтын миҙал яулаған Норвегия командаһы составында була.
Ул — саңғысы Йохауг Терезаның ике туған һеңлеһе[5].
Карьераһы
Вестволл Хансен Рамзауҙа 2020 йылдың 18 декабрендә беренсе һәм әлегә берҙән-бер ҡатын-ҡыҙҙар араһында саңғы икебәйгеһе буйынса донъя кубогы ярыштарында ҡатнаша. Ул HS98 трамплинынан һикергәндән һуң алға сыға[6], ләкин Тара Герати-Моутс 5 километрға йүгереүҙә уны уҙып китә. Һөҙөмтәлә Гюда финишҡа икенсе булып килә[7].
Вестволл Хансен иҫәбендә тағы ла 5 шәхси еңеү һәм саңғы икебәйгеһе буйынса Континенталь кубокта 15 подиум[8]. Ул шулай уҡ трамплиндан һикереү буйынса махсус ярыштарҙа ҡатнаша һәм 2 Контененталь кубок ярыштарында еңә[9].
Һөҙөмтәләре
Һөҙөмтәләрҙең сығанағы булып Саңғы спортының Халыҡ-ара федерацияһы (FIS)[10] тора.
Донъя чемпионаты
- 1 миҙал (1 алтын)
Йыл | Йәше | NH-ТӨРКӨМДӘРЕ |
---|---|---|
2021 | 18 | Алтын |
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://www.the-sports.org/gyda-westvold-hansen-ski-jumping-spf526791.html
- ↑ https://www.lausanne2020.sport/results/nh/en/Participant/List
- ↑ https://www.skiforbundet.no/contentassets/f7f90f67e0a1475f8f4c621e352ca2dc/20191220-norgescup-hopp-20192020---rankingliste-kvinner.pdf
- ↑ Her blir Gyda (18) historisk – tok tidenes første VM-gull i kombinert for kvinner (билдәһеҙ). NRK.
- ↑ Kombi-Gyda (18) tok historisk 2. plass: Har lært av Johaug (билдәһеҙ). Aftenposten.
- ↑ Ramsau am Dachstein Women Individual Gundersen NH/5km – Intermediate Results Ski Jumping . International Ski Federation.
- ↑ Dette er en historisk seierspall .
- ↑ Gyda Westvold Hansen Nordic Combined Continental Cup Podiums . International Ski Federation.
- ↑ Gyda Westvold Hansen Ski Jumping Continental Cup Results . International Ski Federation.
- ↑ Gyda Westvold Hansen . International Ski Federation.