Ураҙай (Һарытау өлкәһе): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
4 юл:
== Тарихы ==
[[XIX быуат]] башында барлыҡҡа килгән, Ураҙай тигән кеше нигеҙләгән Ураҙай ауылы [[Кәмәлек (йылға)|Кәмәлек]]тең түбәнге ағышында урынлаша. [[1816 йыл]]да унда 5 хужалыҡта 12 ир-ат иҫәпкә алына. [[1834 йыл]]да уларҙың һаны 98 кешегә етә. 1889 йылда ауылда 305 кеше теркәлә, ауылдың үҙенең мәсете була<ref>[http://elib.shpl.ru/nodes/8973#mode/inspect/page/227/zoom/6 Кругликов П. В. Список населенных мест Самарской губернии, по сведениям 1889 года. - Самара, 1890.]</ref>. [[1897 йыл]]дағы беренсе Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 65 йортта 316 кеше йәшәүен теркәй, ауылда мәктәп тә була<ref>[http://elib.shpl.ru/ru/nodes/8858#mode/inspect/page/410/zoom/5 Протопопов И. А. Список населенных мест Самарской губернии... - Самара, 1900.]</ref>. 1910 йылда 325 кеше йәшәүе теркәлә. [[1918 йыл]]да 526 кеше иҫәпкә алына<ref name="Уразаево. Саратовская область" />.
Ауылдың икенсе исеме — Ҡыпсаҡ. Был уның этник составы тураһында ла һөйләй. Ғәмәлдә иһә ҡыпсаҡ этнонимы башҡорттарҙың Ҡарай(ҡарағай)-ҡыпсаҡ волосынан булыуына бәйле. Был хаҡта [[1842 йыл]]да Ураҙай ауылы кешеһе Йосоп Сәғитовтың 9-сы кантондың 3-сө йортона ҡараған Бесәнсе ауылы башҡорттарынан алған хаты ла раҫлай<!-- : {{цитата|«Нашей волости и ближайшие сродственники Уральского войска 2-й юрты деревни Уразаевой башкирцу Юсуфу Сагитову на 16 дворов 65 душ мужского пола желаем, есть ли дозволит начальство, которых в нашу деревню возвратив, причислить. В нашем владении имеющих покосных, равно и пахотных земель весьма довольно. В чем знающие грамоту руку, незнающие тамгу приложили: Габдулатиф Сагитов, Юлдашбай и Яшкялян Буранчины (Псянчины) и др.»|конец цитаты}} --><ref name="Уразаево. Саратовская область" />.
Бынан тыш, Ураҙай ауылы үҙенең ышаныслы кешеләрен Верхнеурал волосының 6-сы кантонына йүнәлтә, уларҙа ла Ҡарағай-Ҡыпсаҡ волосының бик күп ауылдары була.
Бөгөн Һарытау өлкәһе картаһында Ураҙай ауылы юҡ<ref name="Уразаево. Саратовская область" />.