Троицк һыуһаҡлағысы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
14 юл:
Оҙонсай түңәрәк формалағы һыу ятҡылығы менән 80 метр бейеклегендәге Троицк ГРЭС плотинаһы эргәһендә урынлашҡан. Шуға йылылыҡ электр станцияһы һыу ятҡылығындағы торошҡа үҙ йоғонтоһон керетә. Ҡышҡыһын ГРЭС тирәһендә боҙ тиҙ ирей башлай. Шул уҡ сәбәп менән Троицк һыу һаҡлағысында балыҡтарҙың ыуылдырыҡ сәсеүе иртәрәк башлана. Балыҡ тотоуға ла тыйыу башҡа һыу ятҡылыҡтарына ҡарағанда иртәрәккә күсә..
 
Яһалма һыу ятҡылығында тереклек төрлөлөгө менән айырылып тормай. Һыу аҫты өлөшөн - ни бары бер нисә төр үҫемлек тәшкил итә. Яр буйҙарын башлыса камыш, екән биләй.. Был һыуҙың юғары дәрәжәлә минералләшеүенә бәйле. Составындағы азот, нитриттар, фториттар, марганец һәм баҡыр флора һәм фаунаны төр яғынан бик ныҡ сикләй..
 
Ярҙары һөҙәк.Тик урыны менән генә текә ерҙәре бар. Төньяҡ ярҙары буйлап хужалыҡ һәм торлаҡ йорттары, коллектив баҡсалар китә. Башҡа урындарҙы ылыҫлы һәм япраҡлы ағастарҙан торған урман биләй.
 
== Хайуандар донъяһы ==