Ирек (Ишембай): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
22 юл:
"Юрматы ере" мемориаль комплексы борондан ошо ерҙәрҙе күҙ ҡараһылай һаҡлаған юрматылар рухына арнап төҙөлә (Юрматы ырыуының 1990,1992 йылдарҙа үткәрелгән ҡоролтайҙарында ҡабул ителгән ҡарарҙар буйынса)<ref>https://kurultay-ufa.ru/ru/2017/05/26/юрматылар-ҡор-йыйҙы/</ref>. Мемориалдең үҙәгендә Юрматы ырыуының символы — әтәлге һүрәте төшөрөлгән стела ултыра, стеланың осон ҡурай сәскәһе биҙәй. Стела тирәләй ҡуйылған ете мәрмәр плита ете күсерелгән ауылды кәүҙәләндерә<ref>https://ba.wikipedia.org/wiki/«Юрматы_ере»_мемориаль_комплексы</ref>.
 
Төп монументтан төньяҡ-көнбайышҡа табан һалынған йәйәүлеләр юлының ике яғында «[[Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмайонотолмаған]]» тигән яҙыу яҙылған 8 мәрмәр плитә тора. Был ауылдарҙан һуғышҡа киткән 1428 яҡташтың һәр өсөнсө тиерлек һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған. Уларҙың — 513 фронтовиктың исемдәре плитәләргә уйып яҙылған. Аллағыуат ауылында тыуып үҫкән [[Советтар Союзы Геройы]] [[Әхтәмов Хәсән Баһҙый улы]]на бюст ҡуйылған.
 
Мемориаль комплекс [[Башҡортостан Республикаһы]] Президенты указы буйынса асыла. Комплексты тантаналы асыу ваҡытында Башҡортостан Республикаһының Президенты М. Ғ. Рәхимов ағас ултырта.