Яуын Сыуашев: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ҡалып:сюэ
4 юл:
== Биографияһы ==
Яуын Сыуашев [[Себер даруғаһы]] [[Өфө наместниклығы]] Тырнаҡлы волосының [[Яуын (Ҡыйғы районы)|Яуын]] ауылында (хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Ҡыйғы районы]] [[Яуын (Ҡыйғы районы)|Яуын]] ауылы) тыуа. Һуңынан ошо уҡ волостың старшинаһы булып китә.
 
1765 йылда Себер линияһында хеҙмәт иткән отряд менән етәкселек итә, уның командаһына 184 йорт инә.
 
1773 йылда улы менән бергә [[Салауат Юлаев]]тың отрядына ҡушыла, 1774 йылда Салауат ғәскәре составында [[Красноуфимск]] һәм [[Көңгөр]] районы эргәһендәге хәрби операцияларҙа ҡатнаша. 1774 йылдың 20 ноябрендә [[Ҡытау-Ивановск]] заводы эргәһендә подполковник И. К. Рылеевтың деташементына ҡаршы алышта ҡатнаша.
 
Силәбе өлкәһе порталында килтерелгән мәғлүмәттәр буйынса, Юлай Аҙналин менән 1774 йылдың 11 ноябрендә Силәбе ҡәлғәһенә полковник И. Л. Тимашевҡа килә<ref name="Яун Чувашёв">[http://chel-portal.ru/enc/Yaun_Chuvashyov Яун Чувашёв]</ref>. Бер мәғлүмәткә ярашлы, И. Л. Тимашев тарафынан ҡулға алына, артабанғы яҙмышы билдәһеҙ<ref name="Яун Чувашев" />. Силәбе өлкәһе порталында яҙылыуынса, батшаға ант итә һәм кире элекке вазифаһына — старшиналыҡҡа кире ҡайтарыла.
 
Тырнаҡлы ырыуы буйынса нәшер ителгән китапта һәм [[Силәбе өлкәһе]] порталында Яуын Сыуашевтың 1784 йылда ла старшина булып хеҙмәт итеүе теркәлә<ref name="Айле, Тырнаклы, Тубаляс"> [https://bashkirica.com/books/istoriya-bashkirskikh-rodov/istoriya-bashkirskikh-rodov-tom-25-1-ayle-tyrnakly-tubalyas/ История башкирских родов том 25(1) АЙЛЕ, ТЫРНАКЛЫ, ТУБАЛЯС, 181-се бит]</ref><ref name="Яун Чувашёв" />.
 
Юл 19 ⟶ 23:
 
== Һылтанмалар ==
* {{БЭ2013СЮЭ|53122}}
* [https://bashkirica.com/books/istoriya-bashkirskikh-rodov/istoriya-bashkirskikh-rodov-tom-25-1-ayle-tyrnakly-tubalyas/ История башкирских родов том 25(1) АЙЛЕ, ТЫРНАКЛЫ, ТУБАЛЯС, 181-се бит]
* [http://chel-portal.ru/enc/Yaun_Chuvashyov Портал Челябинской области. Яун Чувашёв]