Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы (Силәбе): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
16 юл:
Йыл һайын китапхананың фондына яңы китаптар өҫтәлә. А. Пушкин, Н. Гоголь, И. Тургенев, Л. Толстой һәм башҡа рус яҙыусыларының әҫәрҙәре лә күренә башлай. [[1917 йыл]]дың Октябрь революцияһынан һуң, башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһына әйләнә.
 
1920 йылдар аҙағында китапханаға [[Шәйехзада Бабич]] исеме бирелә. Был осорҙа китапхана менән Нурислам Бабичев етәкселек итә<ref>[https://www.ye02.ru/litra/print:page,1,482-babich-ye117711771241re-bujlap.html Бабич эҙҙәре буйлап.Йәшлек гәзите Ш.Бабич исемендәге китапхана тураһында]</ref>. 1930 йылдарҙа китапханан бөтә дини китаптарҙы ла алып китәләр. Китапханала ҡысҡырып китап уҡыу, лекциялар, күргәҙмәләр ойошторола. УҡыусыларҙыКитап уҡыусыларҙы йәлеп итер өсөн түңәрәктәр эшләй.
 
1925 йылда бында өс түңәрәк— драма, революционерҙар һәм китап һөйөүселәр түңәрәге эшләй. 1929 йылда мосолман ҡатын-ҡыҙҙарҙы китапханаға йәлеп итеү өсөн тегеү түңәрәге асыла.<ref name="Челябинская библиотека башкирской и татарской литературы имени Шайхзады Бабича отмечает 100-летний юбилей "/>
24 юл:
Шәйехзада Бабич исемендәге 15-се башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы— Силәбе ҡалаһы һәм Силәбе өлкәһенең милли- мәҙәни аралашыу үҙәге лә. Китап һөйөүселәр бында китап уҡыр өсөн генә түгел, ә тыуған телдә аралашыр, тыуған телдә йырҙар йырлар һәм тыңлар өсөн дә йөрөй. Китапхана хеҙмәткәрҙәре халыҡ йолаларын һаҡлау һәм башҡорт һәм татар мәҙәниәтен үҫтереүгә күп көс һала. Китап фондында башҡорт һәм татар халҡының тарихы, этнографияһы, мәҙәниәте, дине, теленә бағышланған китаптар бар.
 
Китап уҡыусыларҙыһөйөүселәрҙе китапханаға йәлеп итеү өсөн төрлө саралар уҙғарыла. «Әсәләр көнө», «Ололар көнө», «Еңеү көнө», «Туҡай уҡыуҙары», «Бабич уҡыуҙары», [[Салауат Юлаев]] тыуған көн һ.б. Китапханала китап һөйөүселәр өсөн «Шишмә» аралашыу клубы булдырылған<ref>[https://kulturarb.ru/ba/news/arkhiv-novostej/sil%D3%99bel%D3%99ge-sh%D3%99jehzada-babich-isemend%D3%99ge-kitaphana%D2%93a-105-jyl Ҡамса Мортазин.Силәбеләге Шәйехзада Бабич исемендәге китапханаға — 105 йыл]</ref>.
 
XX быуат уртаһынан бында өлкә башҡорт һәм татар яҙыусылары берләшмәһе, 1990 йылдарҙан алып—Башҡорт һәм татар мәҙәниәте үҙәге эшләй.