Ҡолой кантон (йыр): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
24 юл:
 
== Тарихы ==
Фольклор материалдарына ҡарағанда, [[Көсөковтар|Мөхәмәтҡолой Көсөков]] [[Башҡортостан АССР-ы]] [[Арғаяш кантоны]] (хәҙерге [[Силәбе өлкәһе]]нең [[Арғаяш районы]]) тыуған, сирек быуат дауамында кантон башында торған: 1800—1825 йылдарҙа үҙәге Иҫәнгилде ауылында булған [[Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы|5‑се башҡорт кантоны]] башлығы вазифаһын үтәгән. Үҙ заманының иң бай феодалдарының береһе булған. 5 мең баш самаһы йылҡыһы булған, 5 тирмәнгә эйә булған (улар [[Мейәс (йылға)|Мейәс]], [[Ҡараһыу (Мейәс ҡушылдығы)|Ҡараһыу йылғаларында]] ҡоролған булған), көймәһенә 13 ат ектереп йөрөр ине, тигән хәтирәләр һаҡланған. [[Ҡолой (ауыл)|Мөхәмәтҡолой (Ҡолой)]] ауылына нигеҙ һалған. Шул уҡ ваҡытта уны «ил күҙенән ҡанлы йәш ағыҙған» холоҡһоҙ түрә итеп ҡылыҡһырлауҙар ҙа бар.
 
«Ҡолой кантон» йыры ошо кантон башлығына арналған. Йырҙың йөкмәткеһендә ҡанһыҙлығы менән даны сыҡҡан Ҡолой кантон тураһында бәйән ителә. Силәбе өлкәһе Арғаяш районында йырҙың геройын белемле һәм мәрхәмәтле кеше итеп һүрәтләгән варианты ла таралған. Йыр айырыуса [[Урал аръяғы]] башҡорттары араһында киң билдәле.
 
Шағирә [[Кәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатова]] [[Башҡортостан АССР-ы]] [[Арғаяш кантоны]] (хәҙерге [[Силәбе өлкәһе]]нең [[Арғаяш районы]]) [[Мәүлит (Силәбе өлкәһе)|Мәүлит]] ауылында тыуған. Үҙҙәрендәге башланғыс һәм ''Мөхәммәтҡолой'' ете йыллыҡ мәктәптәрендә белем ала. Мөхәммәтҡолой ауылы тап ана шул Ҡолой кантон ауылы булып та тора. Шағирә кантон башлығының яуызлығы тураһындағы юлдар синфи көрәш шауҡымы булараҡ аҙаҡ өҫтәп яҙылған тип һанаған. [[Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия]] лауреаты журналист ''Гүзәл Сулпан ҡыҙы Хәмитова'' ошолай тип яҙа:
 
{{Цитата|Мин "Ҡолой кантон" йыры буйынса тапшырыу эшләгәндә, Кәтибә Кинйәбулатова геройҙың ни өсөн шулай яуыз кеше итеп һүрәтләнеүен шулай тип аңлатҡайны. Шағирә ошо йырҙы яҙып алып "Ағиҙел" журналына килә һәм баҫтырып сығарырға теләй. Ул заманда баш мөхәррир булып эшләгән Кирәй Мәргән йырҙың ҡайһы бер һүҙҙәрен төҙәткеләй башлай. Үҙенең ҡылығын элек кантондар бай булған, шуға күрә улар бер нисек тә һәйбәт кеше була алмай, тип аңлата. Моғайын, совет осоронда хөкөм һөргән сәйәсәттең йоғонтоһо арҡаһында Мөхәмәтҡолой яуыз кеше итеп һүрәтләнгәндер <ref>[http://kitaplong.ru/page8309758.html Ҡолой кантон]</ref>}}