Мария гимназияһы (Таганрог)

Мария гимназияһы — Рәсәй Көньяғының боронғо уҡыу йорто, Таганрогта 1861 йылда нигеҙ һалынған.

Мария гимназияһы
Нигеҙләнгән

1861

Директор

Кислицына Галина Александровна

Тип

гимназия

Адресы

347900, Рәсәй, Ростов өлкәһе, Таганрог, Чехов урамы, 104

Сайт

http://www.mariinskaya.ru/

 Мария гимназияһы Викимилектә

1861 йылдың 30 авгусында Таганрогта беренсе ҡыҙҙар училищеһы асыла[1].

1862 йылда унда 74 тәрбиәләнеүсе ҡыҙ уҡып йөрөгән була инде. 1864 уҡыу йылына училище император Павел I ҡатыны Мария Фёдоровна идаралығындағы Мария гимназияһына үҙгәртелә[1]. Гимназияға, тотҡан диненә һәм ниндәй дәүләттең даими гражданы булыуына ҡарамаҫтан, 8 йәштән өлкәнерәк булған һәм урыҫса уҡый һәм яҙа белгән теләһә ҡайһы ҡатлам ҡыҙҙары ҡабул ителә[2].

Гимназияла өйрәнелгән мәжбүри предметтар: дин ҡанундары, урыҫ теле, грамматика һәм әҙәбиәт, арифметика һәм үлсәмдәр тураһында төшөнсә, география, тәбиғи тарих һәм физиканың башланғыс нигеҙҙәре, таҙа яҙыу, ҡул эштәре; һәм мәжбүри булмаған предметтар: француз һәм грек телдәре, һүрәт төшөрөү, бейеү, йыр предметтарына бүленә[2].

Өлкән кластарҙа мәжбүри предметтарҙы өйрәнеү өсөн түләү 30 һум күләмендә билдәләнә, ә бәләкәй кластарҙа — йылына 15 һум. Мәжбүри булмаған предметтарҙы өйрәнеү бөтә кластарҙа ла йылына 15 һум тәшкил итә[2].

Балаларының уҡыуы өсөн түләй алмаған ата-әсәләр попечителдәр советына хеҙмәт иткән урыны буйынса етәкселәр биргән ғаиләнең ярлылығы тураһында таныҡлыҡ бирергә тейеш булалар. Был ғаилә аҙаҡ һорауҙары буйынса түләүҙән азат ителәләр[2]. Гимназияла ике әҙерлек класы була (юғары һәм бәләкәй)[2]. Сығарылыш 7 класты тамамлағандан һуң ҡыҙҙарҙың бер өлөшө уҡыуын 8 класта дауам итә ала. Бының өсөн һигеҙенсе класс ҡыҙҙары математика йүнәлешле йәки гуманитар йүнәлешле класты һайлай ала[2].

Ата-әсәләр балаларының уңыштарын һәм тәртибен күҙәтеп бара алалар, бының өсөн һәр уҡыусыға ай һайын уҡыуы һәм тәртибе буйынса бөтә баһалары ҡуйылған исемлек бирелә. Дәрестәрҙә һәм дәрестән һуң уҡыусыларҙың тәртибен гимназия башлығы билдәләгән тәрбиәселәр күҙәтәләр. Улар шулай уҡ тәрбиәләнеүселәр менән уҡыу буйынса шөғөлләнәләр, уҡытыусылары булмағанда дәрестәрҙе ҡабатлайҙар[2].

Ҡаланың хөрмәтле граждандарынан торған попечителдәр советы уҡыу барышына ла, шулай уҡ дөйөм гимназия тормошона ла ҙур йоғонто яһай[2].

Тәүҙә гимназия арендаланған йортта урынлаша, ләкин һуңғараҡ ул бәләкәй була башлай, шуға күрә гимназияның үҙенең йортон төҙөү мәсьәләһе килеп баҫа. Уҡыу йортоноң П. Ф. Перушкин етәкләгән попечителдәр советы төҙөлөш инициаторы була. Оҙаҡламай ҡала архитекторы А. Загоскин төҙөгән 50 мең һумлыҡ смета раҫлана. Яңы бина 1875 уҡыу йылы алдынан изгеләндерелә. П. Ф. Перушкин иғәнә итеп биргән аҡсаға класс бүлмәләре өсөн етешмәгән мебель һәм уҡыу әсбаптары алына[1].

1896 йылдың 1 сентябрендә тимер юл дистанцияһы башлығы Е. И. Трик етәкләгән тимер юл эшселәре һәм хеҙмәткәрҙәре төркөмө инициативаһы буйынса дүрт йыллыҡ училище асыла[3].

1918 йылда Мария ҡыҙҙар гимназияһы бинаһы 4 класлы тимер юл училищеһына бирелә. Был уҡыу йорто аҙағыраҡ яңы исем ала — 6-сы ете йыллыҡ хеҙмәт мәктәбе. 1935 йылда мәктәп урта уҡыу йортона — 10 йыллыҡ урта мәктәпкә әйләнә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында элекке гимназияның иркен бинаһында госпиталь урынлаша. 1945 йылдан 1952 йылға тиклем мәктәптә тик ҡыҙҙар ғына уҡый, ә мәктәп хәҙер инде юҡҡа сыҡҡан 4 класлы ҡыҙҙар училищеһында (прогимназияһы) урынлаша. 1954 йылда тимер юл мәктәбе яңынан үҙенең бинаһына әйләнеп ҡайта, тик хәҙер 15-се мәктәп булып.

Гимназияның бинаһы бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған. Ул 1870-1890-сы йылдарҙағы урыҫ архитектураһына хас «кирбес стиле» өлгөһө булып тора. Планлаштырыуҙың симметриялылығы тура дүртмөйөшлө фронтон, «сиратлашып килгән ярымтүңәрәк һәм тура мөйөшлө тәҙрәләрҙең аныҡ ритмы; өҫтөндә иркен тантаналар залы урынлашҡан парад ишегенең урталыҡта урынлашыуы» менән күрһәтелә[1]. Хәҙерге Мария гимназияһы 1990-сы йылдар башында Таганрог станцияһының 15-се тимер юл мәктәбенән үҙгәртелгән[3]. Ул Рәсәйҙең көньяғындағы ике боронғо уҡыу йортонан: Мария ҡыҙҙар гимназияһынан һәм тимер юл училищеһынан башланғыс алған.

Хәҙерге ваҡытта Комсомол тыҡрығы һәм Чехов урамы мөйөшөндә урынлашҡан.

Гимназияның етәкселәре

үҙгәртергә
  • 2013йылдан хәҙерге ваҡытҡа тиклем — Кислицына Галина Александровна
  • 1989 2013 — Дроздова Ольга Куприяновна[4]
  • 19791986 йылдар — Леметюйнена Евгения Иосифовна[4]
  • 19681979 йылдар — А. Н. Карпов
  • 19371968 йылдар — Балыков Константин Иванович

Гимназияның билдәле хеҙмәткәрҙәре һәм уҡыусылары

үҙгәртергә
  • Барановский Василий Николаевич (1917—1995) — совет дәүләт һәм партия эшмәкәре, Таганрог КПСС ҡала комитетының 1-се сәркәтибе (1964—1966)[5].
  • Блонская Серафима Иасоновна (1870—1947) — уҡыусы, гимназияны 1887 йылда алтын миҙалға тамамлай, рәссам, педагог.
  • Вельтман Владимир Викторович (1959) — уҡыусы, Рәсәй рәссамы.
  • Карева Наталья Сергеевна (1947—2011) — уҡыусы, рәссам.[6][7]
  • Морозов Семён Григорьевич (1914—1943) — уҡыусы, Таганрог йәшерен антифашистик ойошма комиссары, Советтар Союзы Геройы (үлгәндән һуң).
  • Нагорный Владимир Викторович (1908—1982) — музыкант, данлыҡлы виртуоз-балалайкасы.
  • Парнок София Яковлевна (1885—1933) — уҡыусы, гимназияны 1903 йылда алтын миҙалға тамамлай, шағирә, тәржемәсе.[8]
  • Раневская Фаина Георгиевна (1896—1984) — уҡыусы, совет театр һәм кино артисы, СССР-ҙың халыҡ артисы.
  • Сигида Надежда Константиновна (1862—1889) — уҡыусы, Рәсәй революционер-халыҡсыһы.
  • Тараховская Елизавета Яковлевна (1891—1968) — уҡыусы, гимназияны алтын миҙалға тамамлай, шағирә, тәржемәсе.
  • Филевский Павел Петрович (1856—1951) — гимназия уҡытыусыһы, тарихсы, педагог, Таганрог ҡалаһының беренсе тарихсыһы.
  • Чехова Мария Павловна (1863—1957) — уҡыусы, педагог, рәссам, Ялтала А. П. Чеховтың йорт-музейын төҙөүсе. А. П. Чеховтың һеңлеһе.
  • Чумаченко, Ада Артемьевна (18871954) — уҡыусы, гимназияны алтын миҙалға тамамлай, шағирә, яҙыусы.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Мариинская гимназия. mariinskaya.ru. Дата обращения: 10 февраль 2017. 2017 йыл 11 февраль архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Мариинская гимназия Таганрог история учебных заведений Ростовской области. www.donvrem.dspl.ru. Дата обращения: 10 февраль 2017.
  3. 3,0 3,1 Левашова М. Н. Мариинская гимназия // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 475. — ISBN 978-5-88040-064-5.
  4. 4,0 4,1 Шмульян Г. Т. Заслуженные учителя России // Вехи Таганрога. — 2010. — № 45. — С. 27-31.
  5. Ревенко Л. В. Барановский Василий Николаевич / Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 207. — ISBN 978-5-88040-064-5.
  6. Вовк Е. Колючки и тернии Наталии Каревой // Таганрогский пенсионер. — 2016. № 8 (25). — С. 8.
  7. Лужина Е. Вкус творчества // Таганрогская правда. — 2017. — 25 янв. — № 5 (26756). — С. 5.
  8. Романова Е. А. Опыт творческой биографии Софии Парнок. СПб: Нестор-История, 2005. — С. 12. — ISBN 5-98187-088-5.