Маноэль
Маноэль (мальт. Il-Gżira Manoel) — Мальтаның Марсамксетт (Marsamxett Harbour) гаване эсендә, көнсығышта Мальтаның баш ҡалаһы Валетта менән көнбайышта Гзира ҡалаһы араһында урынлашҡан Мальта утрауы. Административ яҡтан Гзира муниципалитетына ҡарай.
Маноэль | |
---|---|
мальт. Filfla | |
Характеристики | |
Майҙаны | 0,03 км² |
Урынлашыуы | |
35°54′18″ с. ш. 14°29′40″ в. д.HGЯO | |
Архипелаг | Мальта архипелагыМальта архипелагы |
Акватория | Урта диңгеҙ |
[[ Мальты|Регион административ бүленеше]] | Гзира |
Маноэль Викимилектә |
Географияһы
үҙгәртергәМаноэль утрауы — формаһы буйынса ағас япрағын хәтерләткән яҫы, бейек бәләкәй утрау. Ул Марсамксетт гаване үҙәгендә, Лазаретто ҡултығынан төньяҡҡа, Слима ҡултығынан көньяҡҡа табан урынашҡан. Маноэль Мальта утрауы менән күпер менән тоташтырылған. Бөтә утрауҙы Валлеттаның баш ҡалаһы бастиондарынан күрергә мөмкин[1].
Тарихы
үҙгәртергә1570 йыл утрауҙы Мдинаның кафедраль башлығы һатып ала, ул Мальта епискобы милегенә әүерелә. Шуға күрә ул l’Isola del Vescovo (мальт. Il-Gżira tal-Isqof, мальта теленән тәржемә иткәндә «Епископ утрауы» тигәнде аңлата.
1592 йылда тағун (чума) таралғандан һуң Лазаретто (Lazzaretto of Manoel Island) тип аталған карантин дауаханаһы төҙөлә. Дауахана ағас өйҙәрҙән торған, ул сир баҫылғандан һуң бер йыл үтеүгә һүтелгән. 1643 йылда, Мальта ордены Бөйөк магистры Жан де Ласкарис идара иткән осорҙа орден сиркәүе менән бергә утрауҙы Рабаттағы ергә алмаштыра һәм, караптарҙа килтерелгән тағун һәм ваба (холера) сирҙәре ағымын контролдә тоторға тырышып, элекке Лазаретто исеме аҫтында даими файҙаланырлыҡ яңы дауахана төҙөй. Башта ул карантин үҙәге булараҡ ҡулланыла, унда карантин суднолары пассажирҙары килтерелә. Һуңынан, магистрҙар Котоне Николас (Nicolas Cotoner), Карафа һәм Антониу Мануэль де Вильен идара иткән осорҙа, дауахана яҡшыртыла.[2]
1723-1733 йылдарҙа утрауға Бөйөк магистр Антонио Маноэль де Вильен бойороғо буйынса уның исеме менән аталған яңы форт төҙөлә. Шулай уҡ утрау үҙе лә магистр хөрмәтенә үҙгәртелә. Форт-Маноэль XVIII быуат, хәрби техникаһының типик өлгөһө тип һанала, уның тәүге планын Рене Жакоб де Тиньеныҡы (René Jacob de Tigné) тип һәм, имеш, уның Форт-Маноэль янындағы кәшәнәлә ерләнгән дуҫы һәм коллегаһы Шарль Франсуа де Мондьон (Charles François de Mondion) тарафынан үҙгәртелгән, тип фаразлайҙар. Фортта дүрт мөйөшлө эске ихата, парад майҙансығы һәм аркада, шулай уҡ изге Антоний Падуанскийға бағышланған барокко стилендәге часовня булған.
Британия осоронда Лазаретто ҡулланылыуын дауам итә һәм сэр Генри Бувери (Henry Bouverie) губернаторлыҡ иткән осорҙа, 1837-1838 йылдарҙа, киңәйтелә. Бер ни тиклем ваҡыт ғәскәрҙәр урынлаштырыу өсөн ҡулланыла, әммә 1871 йылда ҡабат дауаханаға әйләндерелә. XIX быуат дауамында утрауға килтерелгән почтаға, сирҙәр таралыуын булдырмау маҡсатында, дауаханала дезинфекция үткәргәндәр.
Икенсе донъя һуғышы осоронда, Мальта ҡамауҙа булғанда, Маноэль утрауы һәм уның форты Король флотының 10-сы һыу аҫты кәмәләре флотилияһы (British 10th Submarine Flotilla) хәрби-диңгеҙ базаһы сифатында ҡулланыла, был ваҡытта ул «HMS Talbot» йәки «HMS Phnicnicia»тип телгә алынған. Изге Антоний сиркәүе 1942 йылдың мартында Люфтваффе бомбардировщиктары туранан-тура һөжүм иткәндән һуң емерелә. Һуғыштан һуң утрау ташландыҡ хәлдә ҡала һәм күп йылдар дауамында форт һәм Лазаретто ҡулланылмай, ваҡыт үтеү менән емерелә[3].
Хәҙерге заманда
үҙгәртергә- Yacht Marina and Yacht Yard
Әлеге ваҡытта Маноэль утрауында яхта паркы һәм яхта маринаһы урынлашҡан. 2011 йылдан марина 80 метр оҙонлоҡтағы караптарҙы һыйҙыра. Дөйөм алғанда, уның 350 причалы бар.[4] Яхт-парк 50 метр оҙонлоҡтағы һәм 500 тонна һыу һыйҙырышлы яхталарҙы һәм катамарандарҙы һыйҙыра ала. Парк кәмә һаҡлағысы, йөҙөүсе причал, ә такеж яхталарҙы ремонтлау һәм тулыһынса үҙгәртеп ҡороу буйынса хеҙмәттәр тәҡдим итә[5].
- Duck Village
Бер нисә йыл дауамында Маноэль утрауында, утрауҙы төп утрау менән тоташтырыусы күпер янында, өйрәктәр һәм башҡа һыу ҡоштары өсөн рәсми булмаған һыйыныу урыны ғәәмәлдә. Ул урындағы ирекмән тарафынан булдырылған һәм хупланған һәм тулыһынса шәхси иғәнәләр иҫәбенә финанслана.[6]
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Manoel Island . Local Councils' Association. Дата обращения: 22 август 2014. Архивировано 7 март 2016 года.
- ↑ Muscat, Ben Brief history of the lazaretto (1) . Times of Malta (27 октябрь 2008). Дата обращения: 22 август 2014. Архивировано 26 август 2014 года.
- ↑ Said, Frans H. Brief history of the lazaretto (2) . Times of Malta (27 октябрь 2008). Дата обращения: 22 август 2014. Архивировано 5 май 2015 года.
- ↑ About Us . Manoel Island Yacht Marina. Дата обращения: 22 август 2014. Архивировано 20 март 2011 года.
- ↑ Overview . Manoel Island Yacht Yard. Дата обращения: 22 август 2014. Архивировано из оригинала 18 апрель 2018 года.
- ↑ Duck Village . howtomalta.com. Дата обращения: 22 август 2014. Архивировано из оригинала 25 ноябрь 2012 года.