Мандари́нка[1] (лат. Aix galericulata) — өйрәктәр ғаиләһендәге ҡош.

Мандаринка
Ата һәм инә мандаринка Карлсруэ зоопаркында
Ата һәм инә мандаринка Карлсруэ зоопаркында
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Aix galericulata
(Linnaeus, 1758)

Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 100600418

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  554037
NCBI  345735
EOL  1048478
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы
һирәк осрай торған төр
Төр тураһында мәғлүмәт
Мандаринка (ҡош)

ИПЭЭ РАН сайтында

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Мандаринка — ҙур булмаған, 0,4—0,7 кг ауырлыҡтағы өйрәк. Ата ҡоштоң ҡауышыу осоронда биҙәлеше төҫлө ҡауырыйҙар менән айырылып тора. Ата ҡоштоң башында бүреге бар һәм инә ҡоштар асыҡ төҫтере менән айырылып тора. Ҡоштоң башҡа исемдәре лә бар — «мандарин өйрәге» йәки «ҡытай өйрәге»[2].

Таралыуы

үҙгәртергә

Мандаринка Көнсығыш Азияла таралған. Рәсәйҙә мандаринка Амур өлкәһендә, Сахалин өлкәһендә, Хабаровск өлкәһендә һәм Приморье крайында оялай. Ҡытай һәм Японияла оялай.

Тереклек итеү рәүеше

үҙгәртергә

Өйрәк урманлы тау йылғаларында, йылға буйындағы урмандарҙа тереклек итә. Мандаринка яҡшы йөҙә, һыу өҫтөндә ҡойроғон бер аҙ өҫкә күтереп ултыра. Һирәк сума. Етеҙ оса, ҡайһы саҡта тура өҫкә күтәрелә. Башҡа өйрәктәрҙән айырмалы булараҡ мандаринкана ағас ботағанда ҡунғанын йәки ҡаяла ултырғанын күрергә мөмкин. Мандаринка Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына керетелгән, һунар тыйылған. Декоратив ҡош булараҡ парктарҙа үрсетәләр.

Туҡланыуы

үҙгәртергә

Үҫемлек емештәре, сәтләүек һәм һыу үҫентеләре менән туҡлана. Шулай уҡ моллюскалар, селәүсендәр һем балыҡ ыуылдарағы менән туҡлана.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Коблик Е. А., Редькин Я. А., Архипов В. Ю. Список птиц Российской Федерации. — М.: Товарищество научных изданий КМК, 2006. — 256 с. ISBN 5-87317-263-3
  2. Брем А. Э. «Жизнь животных», 1937 г., том 4
  • Красная книга РФ М.: АСТ 2001

Һылтанмалар

үҙгәртергә