Манарола (лиг. Manaea, манарольск. Manaöa) — ҙур булмаған ҡала һәм Риомаджор коммунаһының фракцияһы . Был ҡала Италия төньяғындағы Специя провинцияһында урынлашҡан. Ул Чинкве-Терра паркындағы туристар йыш килә торған иң бәләкәй ҡала.

Манарола
лиг. Manea
итал. Manarola
Рәсем
Рәсми атамаһы Manea һәм Manarola
Дәүләт  Италия
Административ-территориаль берәмек Риомаджоре[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 25 метр
Почта индексы 19017
Изге ҡурсалаусы Святой Лаврентий[d]
Урындағы телефон коды 0187
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Manarola[d]
Карта
 Манарола Викимилектә

Ҙур тәгәрмәс, бәлки, ҡалаға уның исеме бирелгәндер

Манарола — Чинкве-Терралағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе. Бында 1338 йылда төҙөлгән Сан-Лоренцо сиркәүе бар. Сиркәү ҡаланың бағыусыһы — б. э. тиклем III быуатта йәшәгән һәм император Валериан әмере буйынса язаланған Римдың Изге Лаврентийы — хөрмәтенә уның исеме менән аталған.

Манарола диалекты күрше өлкәләрҙең диалектынан бик аҙ айырылып тора. «Манарола», моғайын, эволюцияға бирелгән һүҙ бәйләнешенән тора: лат. magna rota әйләнә һәм «magna roea», был «ҙур тәгәрмәс» тигәнде аңлата. Ҡалала тысынлап та ҙур тәгәрмәс тора. Моғайын, шул тәгәрмәстән ҡаланың исеме барлыҡҡа килгәндер.

Ҡалала төп ғәҙәттәге эшмәкәрлек төрө — балыҡсылыҡ һәм шарап әҙерләү. Урындағы Sciacchetrà шарабы айырыуса билдәле — уның юғары сифаты рим яҙмаларында телгә алынған. Манарола күрше ҡалалар менән бергә популяр туристик йүнәлеш булып тора, бигерәк тә йәй айҙарында. Бында билдәле «Мөхәббәт юлы» һуҡмағы, убаларҙа йөҙөм баҡсалары бар. Манарола Чинкве-Терраға ҡараған биш ауылдың береһе булып тора. Күпселек йорттары күркәм һәм сағыу. Манароланы рәссам [[|it]] (Antonio Discovolo) (1874—1956)[1] картиналарында күрергә мөмкин.

Популяр мәҙәниәттә

үҙгәртергә

Ҡала Риамаджоре менән бергә [./https://ru.wikipedia.org/wiki/Forza_Horizon_2 Forza Horizon 2] видеоуйындарында күрһәтелә. Шулай уҡ ул Overwatch уйыны авторҙарына Дорадо картаһын төҙөргә илһам бирә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Риомаджоре
  • Вернацца
  • Монтероссо-аль-Маре
  • Корнилья

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Монтефинале, Джино, Портовенере и Чинкве-Терре. Con Illustrazioni a colori e testi in quattro lingue (Foto Turano, Milan, 1987)