Малышево (Силәбе өлкәһе)
Малышево — Силәбе өлкәһе Сосновка районының Кременкүл ауыл биләмәһе составындағы ауыл.
Малышево | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Кременкульское сельское поселение[d][1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны |
7 кеше (2002)[2], 23 кеше (2010)[3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 236 метр |
Почта индексы | 456501 |
Тарихы
үҙгәртергәАуылға 1744—1763 йылдарҙа Силәбе ҡәлғәһенән килгән кешеләр тарафынан нигеҙ һалына. Ауыл беренсе күсеп ултырыусы кешенең фамлияһы буйынса аталған. 3-сө генераль рәүиз мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда 12 ир-ат енсенән торған кеше (крәҫтиән) теркәлгән. 1775 йылда 6 ихата иҫәпләнгән. Ауылдың Силәбе өйәҙенең генераль планындағы урынлашыуы хәҙерге планға тап килә. 1801 йылда Малышево ауылында Шадрино һәм Силәбе ауылдарынан дүрт крәҫтиән ғаиләһе күсеп килә. 1841 йылда бөтә крәҫтиәндәр ҙә казак сословиеһына теркәлә. 20 быуат башында мәктәп эшләй, ауыл Силәбе станицаһы ОКВ 3-сө хәрби бүлегенә инә. 1930 йылда «Ҡыҙыл Байраҡ» колхозы ойошторола, уға 1477,18 га ер биләмәләре ҡарай[4]. Халҡы иген культуралары һәм йәшелсә үҫтереү, мал үрсетеү менән шөғөлләнә. Һуңғараҡ колхоз «Митрофановский» совхозы составына инә. 1990 йылдарҙа ауыл территорияһында «Митрофановское» ЯАЗТ бүлексәһе урынлаша. Хәҙер Малышево ауылында эшкә һәләтле кешеләр юҡ (тик ялға сыҡҡан кешеләр генә йәшәй)
Географияһы
үҙгәртергәМалышево ауылы Сосновка районының үҙәк өлөшөндә, Мейәс йылғаһы яры буйында, Кайгородово ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан яҡынса 3,5 км алыҫлыҡта һәм өлкә үҙәге Силәбегә яҡын урынлашҡан. Рельефы — ярым тигеҙлек. (Урал аръяғы пенеплены); иң яҡын бейеклек — 267 м. Ландшафты — утрауҙағы ҡарағайлыҡтар һыҙаты менән урман-дала[4]
Яҡындағы тимер юл станцияһы – Силәбе – Ҡыштым – Екатеринбург тимер юлы һыҙығында – Шагол станцияһы, Кайгородово ауылынан көньяҡтараҡ 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан Полетаево станцияһы. Ауылдан көнбайыштараҡ өлкә әһәмиәтендәге автомобиль юлдары: Силәбене урап, Силәбе – Харлуши – Кулуево үтә. Малышево ауылы диңгеҙ кимәленән 236. м бейеклектә ята[5]
Малышево ауылын күрше тораҡ пункттар менән шоссе юлдары бәйләй. Район үҙәгенә тиклем (Долгодеревенское ауылы) алыҫлыҡ 50 км, ауыл биләмәһе үҙәгенә тиклем (Кременкүл) — 10 км.
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[6] | 2010[7] |
7 | ↗23 |
Халҡы 7 кеше. (1775 йылда — 100 (51 казак, 49 крәҫтиән), 1873 йылда — 274, 1900 йылда — 213, 1916 йылда — 312, 1926 йылда — 316, 1995 йылда — 13].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ 4,0 4,1 Малышево
- ↑ Малышево. Фото-планета.Дата обращения: 26 августа 2015.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Малышево, деревня
- «Тракторосад № 5» — д. Малышево
- Генеральный план деревни Малышево (DOCX). Челябинск: ООО «Архстрой-сервис» (2011). Дата обращения: 26 август 2015.