Максим Горький урамы (Дондағы Ростов)

Максим Горький урамы — Дондағы Ростовтың үҙәк өлөшөндәге урам. Уның башы Сиверс проспекты һәм Доломановский тыҡрығы араһында ята. Урам көнбайыштан көнсығышҡа Ченцов урамына тиклем һуҙыла. Пролетар яҙыусы Алексей Максимович Горький хөрмәтенә аталған, ул Дондағы Ростов ҡалаһына өс тапҡыр килгән. 1938 йылдың 28 мартында шуның иҫтәлегенә Яр буйы урамында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған: «Бында Дондағы Ростов порты биләмәһендә 1891 йылдың йәйендә йөк ташыусы булып бөйөк пролетар яҙыусыһы Максим Горький (Пешков Алексей Максимович, 1868—1936) эшләй»[1].

Максим Горький урамы
Дондағы Ростов
Фотография
Дөйөм мәғлүмәт
Ил

Рәсәй

Төбәк

Ростов өлкәһе

Ҡала

Дондағы Ростов

Район

Ленин
Киров
Пролетарский

Элекке исемдәре

Сенная, Тургенев (1885-1895), Сенная, Романов (1913-1917), Сенная, Максим Горький (1936 йылдан)

Оҙонлоғо

~ 6,5 км

картала

Урамдың тәүге исеме — Сенная. Башта ул ҡаланың төньяғында һуңғы урам була — ҡала сите, аулаҡ урын, бында күрше урамдарҙа урынлашҡан уҡыу йорттарына яҡын ҡаланың бөтә фәхешханалары тупланған була.

  • 1885 йылда — исеме Тургенев урамы тип алмаштырыла. Әммә ҡала халҡы быны кире ҡабул итә.
  • 1895 йыл — элекке исеме кире ҡайтарыла.
  • 1913 йыл — Романовтар батша йортоноң 300-йыллығы менән бәйле, Романов урамы тип үҙгәртелә.
  • 1917 йылда — Сенная исеме яңынан тергеҙелә.
  • 1936 йыл — урам үҙенең әлеге исемен ала.

Хәҙерге торошо

үҙгәртергә

Максим Горький — машиналар юлы тар булған киң урам, сөнки унда тротуарҙар киң һәм унда трамвай юлдары урынлашҡан. Урамда күп белем биреү учреждениелары урынлашҡан: Көньяҡ Федераль университеттың идара итеү һәм хоҡуҡ институты, Хәҙерге гуманитар академияның Ростов филиалы, Ростов дәүләт иҡтисад университеты, Ростов дәүләт иҡтисад университетының колледжы, Дондағы Ростов төҙөлөш колледжы, Ростов дәүләт юл бәйләнеше университеты техникумы. Шулай уҡ, урамда Дондағы Ростовтың иң боронғо производство биналарының береһе — Дон тәмәкеһе фабрикаһы бинаһы урынлашҡан.

Урам төҙөкләндерелә

үҙгәртергә

2012 йылда урамды глобаль реконструкциялау башлана һәм ул бөгөн дә дауам итә. Еңел автотранспорт өсөн трамвай юлдарын үтеү юлы төҙөү һәм машиналар йөрөй торған юлды киңәйтеү аша, дүрт һыҙатлы ике яҡлы хәрәкәт булдырыла. Был реконструкцияның маҡсаты Красноармейская һәм Пушкин урамдарында, шулай уҡ Оло Баҡса урамында автомобилдәр ағымы көсөргәнешлелеген кәметеү.

Баштағы план буйынса реконструкция Сиверс проспектынан башланырға тейеш була[2]. Эштәр 956 миллион һумлыҡ тип баһалана. Әммә 2014 йыл башында, киреһенсә, урамдың урта өлөшө реконструкциялана (Буденный проспектынан юғары), ә уның башында эш башланды ғына әле.

Иғтибарға лайыҡ биналар һәм ҡоролмалар

үҙгәртергә
 
Иҫке открыткала сауҙа мәктәбе һәм Успение сиркәүе

Таҡ яғында:

Йоп яғында:

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Централизованная Библиотечная Система Ростова-на-Дону.
  2. За год в Ростове отремонтируют дороги на площади более миллиона квадратных метров
  3. Шулепова Э. А. Материалы свода памятников истории и культуры РСФСР. Ростовская область.. — М.: Изд-во НИИ культуры, 1990. — С. 24.
  4. Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы. № 6100022000 // Сайт «Объекты культурного наследия (памятники истории и культуры) народов Российской Федерации».