49-сы мәктәп (Дондағы Ростов)
49-сы мәктәп (элекке А. А. Филипьева гимназияһы) — Дондағы Ростов ҡалаһындағы дөйөм белем биреү учреждениеһы. Бина 1910-сы йылдарҙа инженер В. В. Попов (атаһы) проекты буйынса модерн стилендә[1] төҙөлгән. Гимназия бинаһы мәҙәни мираҫ объекты[2] статусына эйә.
49-сы мәктәп | |
Директор |
Монтеро Евгения Антониовна |
---|---|
Адресы |
Дондағы Ростов, Гәзит тыҡрығы, 82/108 |
Тарихы
үҙгәртергәА. А. Филипьеваның ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһына XX быуат башында нигеҙ һалына. 1910-сы йылдарҙа ул Гәзит тыҡрығындағы яңы бинаға күсә. Совет власы урынлашҡандан һуң гимназия 11-се 1-се баҫҡыс мәктәбе итеп үҙгәртелә. 1930-сы йылдарҙа 49-сы мәктәп итеп үҙгәртелә.
Архитектураһы
үҙгәртергәӨс ҡатлы бина планда П-рәүешле формала. Бина фасадтары асимметрик, улар Максим Горький урамына һәм Гәзит тыҡрығына ҡарай. Фасадтарҙың архитектура-художество йөҙөн сығынтылар һәм йоморайтылған мөйөш билдәләй. Фасадтары икенсе һәм өсөнсө ҡатты берләштергән яңғыҙ һәм парлы дүрт ҡырлы ярым колонналар менән биҙәлгән. Бина венок рәүешендәге һылап яһалған биҙәктәр менән ябай ғына биҙәлгән. Бинаның тыҡрыҡҡа ҡараған ярымтүңәрәк мөйөш өлөшөндә император ҡатыны Мария Федоровнаның инициалдары семәрләп бергә яҙылған ҡулса ҡуйылған. Бина юғары сифатлы кирбес ҡулланып төҙөлгән, туҡылдатҡанда металл тауыштары сығара. Бер нисә рәт кирбес ялтырауыҡ менән ҡапланған.
Мемориаль таҡтаташтар
үҙгәртергә2002 йылда бина фасадында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, унда былай тип яҙылған: «Был мәктәптә 1946 йыл сығарылышы уҡыусыһы, күренекле ғалим — офтальмолог һәм дәүләт эшмәкәре, академик Святослав Николаевич Федоров уҡыны ». Мемориаль таҡтаташ Федоровтар ғаиләһе иҫәбенә ҡуйыла[3].
2012 йылдың 4 октябрендә мәктәп стенаһына ошондай текст менән мемориаль таҡтаташ ҡуйылған: «Был мәктәптә 1946—1952 йылдарҙа Юдович Виктор Иосифович — күренекле ғалим-математик уҡыны, уның хөрмәтенә бәләкәй планета»[4][5] уның исеме менән аталған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Есаулов Г. В., Черницына В. А. Архитектурная летопись Ростова-на-Дону. — 2-е изд.. — Ростов-на-Дону, 2002. — С. 138—139. — ISBN 5-8456-0489-3.
- ↑ Ростов-на-Дону (выявленные объекты культурного наследия) . Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 22 сентябрь 2013.
- ↑ Постановление мэра г. Ростова н/д от 19.09.2002 № 1915 о наименованиях улиц, установке мемориальной доски, восстановлении памятника . zakon.7law.info. Дата обращения: 23 сентябрь 2013. 2014 йыл 28 июль архивланған.
- ↑ В Ростове увековечат память о поэте Леониде Григорьяне, ученом Викторе Юдовиче и писателе Владимире Моложавенко . rostov-gorod.ru (4 сентябрь 2012). Дата обращения: 23 сентябрь 2013.
- ↑ Увековечена память выдающегося ученого Виктора Юдовича . sfedu.ru. Дата обращения: 23 сентябрь 2013.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Хансиварова И. Отступи беда — живи доброта: [об А. М. Волошкиной, учительнице pост. шк. № 49 и её воспитаннике, сироте Д. Морозове] // Наше время. — 1998. — 3 февp.
- Грузинская, Т. От чувства к мысли: На путях перестройки: нар. образования : [опыт ростов. шк. № 49] // Вечерний Ростов. −1988. — 29 марта.
- Тихомирова, В. Внучата Ильича: [праздник красной звездочки в шк. № 49] // Вечерний Ростов. — 1962. — 6 ноября.
- Грузинская, Т. Старт школьной Ленинианы: [о воспитательной работе школы № 49] // Вечерний Ростов. — 1969. — 18 янв.
- Борисова, А. Учительница: [школы № 49 П. А. Винокурова] // Вечерний Ростов. — 1964. — 29 авг.
- Борисова, А. Её простое волшебство: [об учительнице литературы школы № 49 А. П. Дудкиной] // Вечерний Ростов. — 1968. — 22 июня.