Максим Богданович һәйкәле

Максим Богданович һәйкәле — Минск ҡалаһында билдәле белорус шағиры Максим Богданович һәйкәле.

Максим Богданович һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 1981
Рәсем
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Минск
Булдырыусы Вакар, Сергей Михайлович[d]
Дата производства 1981
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән гранит[d] һәм бронза
Архитектор Юрий Казаков[d] һәм Леонард Москалевич[d]
Мираҫ статусы государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d]
Карта

Һәйкәл 1981 йылдың 9 декабрендә, Максим Богдановичтың тыуыуының 90 йыллығына асыла.

2008 йылдың апрелендә, Минск ҡала башҡарма комитетының ҡарарына ярашлы, белорус әҙәбиәте классигы һәйкәле реставрациялауға ебәрелә[1]. Һәйкәл урынында фонтан ҡуйыу планлаштырыла. Властың бындай ҡарары эмиграциялағы белорус оппозицияһы лидерҙарының асыуын уята, улар Богданович һәйкәлен һүтеүҙе 1995 йыл референдумынан һуң аҡ-ҡыҙыл-аҡ флагты алмаштырыу менән сағыштыра[2]. 2008 йылдың июнендә һәйкәл яңынан Максим Богданович урамы һәм Париж коммунаһы майҙаны мөйөшөндә ҡуйыла[3]. Элекке урынына ҡарата һәйкәл 151 метрға төньяҡ-көнбайышҡа, шағирҙың тыуған урынына яҡыныраҡ күсерелә, һәм йөҙө менән Свислочь йылғаһына, М. Богданович урамындағы 27-се йорт һәм Суворов училищеһы араһындағы йүнәлештә бороп ҡуйыла.

Авторҙары

үҙгәртергә

Скульптор С. Вакар, архитекторҙар Ю. Казаков, Л. Москалевич[4].

Тасуирлама

үҙгәртергә

Бейеклеге — 4,6 м

Пьедестал — ҡыҙыл граниттан.

Шағир фигураһы — ҡулдары ҡаушырылған, уң ҡулына күк сәскәләр (шиғриәтендә маҡтап йырлаған) гөлләмәһе тотҡан.

Париж Коммунаһы майҙанындағы скверҙа, Беларусь Республикаһының Ҙур Милли академия опера һәм балет театрына ингән ерҙән һул яҡта (Максим Богданович тыуған һәм йәшәгән элекке йорттан алыҫ түгел) урынлашҡан.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Памятник Максиму Богдановичу в Ярославле

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә