Македония ихтилалы көнө (1941)

(Македония ихтилалы Көнө (1941) битенән йүнәлтелде)

Македония ихтилалы көнө 11 октябрҙә билдәләнә. Был көндә Югославия Македонияһында Икенсе донъя һуғышы ваҡытында фашизмға ҡаршы башланған Македония ихтилалы йыллығын билдәләйҙәр. Социалистик Федератив Югославия Республикаһы составындағы Социалистик Македония Республикаһында был көн милли байрам булып һанала, һуңғараҡ Төньяҡ Македонияла ул шулай уҡ дәүләт байрамы тип иғлан ителә. Әлеге көн ял көнө булып тора[1].

Македония ихтилалы көнө
Рәсем
Дәүләт  Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d]
 Төньяҡ Македония
Йылдың көнө 11 октябрь

Тарихы үҙгәртергә

Икенсе донъя һуғышы осоронда Күсәр илдәре Югославия короллегенә баҫып инә. 1941 йылдың 11 октябрендә югослав коммунистары Вардар Македонияһында болгар оккупанттарына ҡаршы ҡораллы ихтилал әҙерләй башлайҙар, ихтилал Прилептағы урындағы полиция участогына һөжүм итеүҙән башлана. 11 октябрь ихтилалынан фашист оккупацияһынан азат итеү өсөн ҡаршы һуғыш башлана, ул 1944 йылға тиклем дауам иткән Македония коммунистар хәрәкәтенең артабанғы үҫеше менән тап килә[2].

Байрам итеү үҙгәртергә

Йыл һайын 11 октябрь көнө Македония ихтилалы Көнө айҡанлы рәсми церемониялар, күмәк кеше алдында сығыш яһауҙар һәм тантаналар үткәрелә. Шулай уҡ «11 октябрь» исемле рәсми награда менән бүләкләнеү үткәрелә.

Фекер айырымлыҡтары үҙгәртергә

Югослав сәйәси пропагандаһының төп бурыстарының береһе Югославия коммунистик партизан хәрәкәтен данлау була. 1990 йылдарҙа Македония Республикаһы бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң македон тарихсылары югослав коммунистик тарихын ғәҙәттәгесә ҡабул итәләр[3]. Ысынында иһә, 1941 йылдың 19 апрелендә болгар армияһы Вардар Македонияһына бәреп ингәндә, урындағы халыҡ уларҙы азатлыҡ алып килгән һалдаттар булараҡ ҡаршы алалар[4]. Бынан һуң урындағы коммунистар Болгар коммунистик партияһы йоғонтоһо аҫтына эләгәләр. Әммә 1941 йылдың июнендә,Германия СССР-ға бәреп ингәндән һуң, август айында Коминтерн ҡарар ҡабул итә һәм македон коммунистары ҡабаттан Югославия коммунистар партияһына ҡушылалар. 11 октябрҙә Прилептағы полиция участогына һөжүм яһала. Һөжүмдең берҙән-бер ҡорбаны болгар полицияһына саҡырылған урындағы полиция хеҙмәткәре була[5]. Бер аҙҙан күренекле югослав коммунистарының күбеһе үлтерелә йәки ҡулға алына һәм төрмәгә ултыртыла, унда улар 1944 йылғы Болгария дәүләт түңкәрелешенә тиклем тотола[6]. 1942 йыл дауамында һәм 1943 йылдың күпселек өлөшөндә ҡаршылыҡ көсһөҙ һәм аҙ һанлы була.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Discovering Macedonia, Macedonian Holidays — a Comprehensive Guide.
  2. Macedonia is celebrating the 11th of October — The Day of the Antifascist Uprising. 11 October, 2017, META.mk.
  3. Ulf Brunnbauer, «Pro‐Serbians» vs. «Pro‐Bulgarians»: Revisionism in Post‐Socialist Macedonian Historiography, first published on 21 December 2005 https://doi.org/10.1111/j.1478-0542.2005.00130.x
  4. «Who are the Macedonians?» Hugh Poulton, Hurst & Co. Publishers, 1995, ISBN 978-1-85065-238-0, p. 101.
  5. Македонизмът и съпротивата на Македония срещу него, Коста Църнушанов, Унив. изд. «Св. Климент Охридски», София, 1992 г. стр. 206.
  6. Marshall Lee Miller, Bulgaria during the Second World War, Stanford University Press, 1975, p. 132.