Төньяҡ Македонияла ислам
Төньяҡ Македонияла ислам — ислам диненең Төньяҡ Македония Республикаһында таралышы. Төньяҡ Македония мосолмандары дине башлыса исламдың сөнни йүнәлешенә ҡарай. 2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала яҡынса 674 мең мосолман йәшәй, был ил халҡының 33,3 процентын тәшкил итә.
Тарихы
үҙгәртергәХәҙерге Македония Республикаһы территорияһында XIV—XV быуаттарҙа Ғосман империяһы киңәйеүе менән бергә ислам дине ныҡ таралыу ала башлай. Урта быуат Сербияһы Ғосман империяһына ҡушылғандан һуң, ислам динен халыҡтың яртыһы тиерлек тота. Күп кенә славяндар, сиғандар һәм албандар ислам динен ҡабул итә, шулай уҡ бында көнсығыштан төрөктәр һәм башҡа мосолман халыҡтары күсеп килә.
XIX быуатта көньяҡ славяндарҙың Ғосман империяһы хакимлығынан азат ителеүе барышында күп кенә мосолмандар Македония ташлап китергә мәжбүр була, шулай ҙа албан халҡының тәбиғи артымы мосолмандар һанын тулыландыра.
Иҫәбе
үҙгәртергә1904 һәм 1961 йылдар араһында республикала мосолмандар кәмеһә лә, артабан диндарарҙар арта башлай һәм 2002 йылда улар халыҡтың 33,33 процентынына етә[1].
Йыл | Мосолмандарҙың иҫәбе | Мосолмандарҙың өлөшө |
---|---|---|
1904 | 634 000 | 36,76 % |
1912 | 384 000 | 33,47 % |
1921 | 269 000 | 31,43 % |
1948 | 314 603 | 27,29 % |
1953 | 388 515 | 29,78 % |
1961 | 338 200 | 24,05 % |
1971 | 414 176 | 25,14 % |
1981 | 546 437 | 28,62 % |
1991 | 611 326 | 30,06 % |
1994 | 581 203 | 30,04 % |
2002 | 674 015 | 33,33 % |
- Македония мосолмандарының этник составы
Урыны | Милләте | Иҫәбе |
---|---|---|
1 | Албандар | 509,083 |
2 | Төрөктәр | 77,959 |
3 | Сиғандар | 53,879 |
4 | Македондар | 40,000-100,000 |
5 | Босняктар | 17,018 |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ The Future of the Global Muslim Population, The Pew Forum 2013 йыл 9 март архивланған.