Ләмәҙ (Әй ҡушылдығы)

Ләмәҙ  — Рәсәйҙәге йылға, Әй йылғаһының һул ҡушылдығы. Башҡортостан Республикаһының Дыуан һәм Мәсетле районы[1] биләмәләрендә аға. Башланған ере Дыуан районы Ҡутрас ауылы янында. Йылға Әй йылғаһының тамағынан 113 км өҫтә һул ярына, Ләмәҙтамаҡ ауылында ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 22 км.

Ләмәҙ
Характеристика
Оҙонлоғо 22 км
Һыу ағымы
Инеше Ҡутрас, Дыуан районы
 · Координаталар 55°43′00″ с. ш. 58°01′22″ в. д.HGЯO
 · Бейеклеге 318 м
Тамағы Әй йылғаһы тамағынан 113 км өҫтә
 · Урынлашыуы Әй йылғаһының һул ярында, Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылында
 · Бейеклеге 194 м
 · Координаталар 55°49′52″ с. ш. 58°16′28″ в. д.HGЯO
 · Координаталар 55°49′43″ с. ш. 58°16′12″ в. д.HGЯO
Йылға ауышлығы 5.64 м/км
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан Республикаһы
РДҺР 10010201012111100022549
Ләмәҙ (Әй ҡушылдығы) (Рәсәй)
Точка
Точка

Этимология

үҙгәртергә

Йылғаның исеме «Ләм»+«Әҙ» һүҙбәйләнешән хасил булған.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Әй йылғаһы башынан тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010201012111100022549
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111102254
  • Бассейн коды — 10.01.02.010
  • ГӨ буйынса томы — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1

География и гидрология

үҙгәртергә

Йылғаның оҙонлоғо 22 км тәшкил итә[3].

Йылға буйында атлы туризм ойошоролған. Йылғаның уң яҡ яры буйлап юл үтә. Юлды йылғаның ҡаршы яғы менән тоташтырыусы күперҙәр һалынған. Дыуан районына ҡараған биләмәләрҙең бер урынында юл менән йылға араһында ҡыҙылармеецтарҙың туғандар ҡәберлеге бар.

Йылғаның башы Ҡутрас утары эргәһендә башлана. Бында ул ҡоро үҙән (сағыл) аша үтә.Дыуан районының Ләмәҙ ауылы янында йырҙаһы тулылана[4]. Йылға башынан тамағына тиклем һул яғынан күп кенә ҡушылдыҡтар һыуҙарын ҡоя: Таштыҡул, Отмечаль (Дуло), Ләмәҙсыҡ (Ләмәҙ ауылынан һуң.Улар барыһы ла тиерлек йәй мәленә ҡороп бөтә.

Йылға ағым түбәненә ҡарай урмандар аша :Сивокаменка, Зайцевка, Булат, Чухаревка, Новая Деревня, Лукановка төбәктәренән(барыһы ла юҡҡа сыҡҡан ауылдар яны) үтә.

Йылға үҙәне V рәүешле, ярынан 40°-ҡа еткән текә битләүҙәр оҙатып бара. Уң яры буйлап ҡарағай һәм ҡайын урмандары, һул ярынан һирәк кенә ҡайынлыҡтар һәм көтөүлектәр һуҙылған. Туғайҙары ике яҡлы, киңлектәре 30 метрға тиклем етә. Йырҙа киңлеге 3 метрға тиклем, төбө ҡомло һәм ташлы, шаршыларҙа ҡырсынлы. Текә ярҙары ҡомло балсыҡтан тора, урыны менән 3 метр бейеклеккә еткән урындары (коренные) бар. Төбөндәге сапропель ләме шифалы, ҡалынлығы 0,5 метрға етә.

Йылға ямғыр, шишмә һәм ирегән ҡар һыуҙары менән туйына. Ҡышҡыһын өҫтө тулыһынса туңып бөтмәй. Яҙғы һыу һүл мәлендә йырҙаһы ярҙарҙы йыуып ҡырҡа ғына йүнәлешен үҙгәртә.Был бигерәк тә, йылға үҙәненең түбәнендә, Мәсетле районыЛәмәҙтамаҡ ауылы янында йыш күҙәтелә.

Ләмәҙ йылғаһы буйындағы күп кенә урман массивтары һаҡланыусы зоналарға инә. Һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә:

  1. Типик йәки әһәмиәтле(урманлы дала, бореаль-урманлы, йылға буйҙары, карст мәмерйәһләре, һаҙлыҡтар) экологик яҡтан ҡиммәте ҙур булған тәбиғәт комплекстары.
  2. Ҙур биотөрлөлөк, шулай уҡ һирәк осраған хайуан (европейский бәрҙеһе, ҡондоҙ) һәм үҫемлек (кәкүк ситеге, ҡылсыҡлы аҡтамыр, аҙ сәскәле зыягөл (володушка многожильчатая) һәм башҡа төрҙәр үҫкән урындар
  3. Ресурс төрҙәр популяциялары (һары умырзая, әҫпе еләге, энәлек, эт муйылы һәм башҡалар).

Йылға буйында урынлашҡан ауылдар

үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһы Дыуан районы Ҡутрас, Ләмәҙ, Трапезниковка һәм Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылдары урынлашҡан.

Ҡушылдыҡтары

үҙгәртергә

Ҡушылдыҡтары (тамағынан инешенә табан) һул яҡтан — Таштыҡул, Отмечаль (Дуло), Ләмәҙсыҡ.

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт

үҙгәртергә
  • Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
  2. 2,0 2,1 РФ һыу реестры: Ләмәҙ.
  3. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; МПР России төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  4. Лист карты N-40-9 Большеустьикинское. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1978 г.