Лютик (ҡәлғә)
Лютик — Ростов өлкәһе Дон дельтаһының төньяҡ ҡылымығының һул ярында Недвиговка утарынан алыҫ түгел урынлашҡан ҡәлғә. XVII — XVIII быуаттарҙа Аҙау диңгеҙенә сығыу юлын ҡаплап, стратегик әһәмиәткә эйә булған. Ҡырым Рәсәй империяһы составына индерелгәндән һуң ҡәлғә бөлгөнлөккә төшә.
Лютик | |
Нигеҙләү датаһы | XVII быуат |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Мясниковский район[d] |
Урын | Недвиговка[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Тарихы
үҙгәртергәТәүге осор (1660—1695)
үҙгәртергәҠәлғәгә 1660 йылдың йәйендә Ҡырым ханы күрһәтмәһе буйынса нигеҙ һалына. Аҙау нығытмалары менән бер рәттән Лютик Дон дельтаһын рус йылға караптарынан һаҡларға тейеш була. Фортификация ҡоролмаһын төҙөүҙә төрөктәр, татарҙар, венгрҙар, валахтар, шулай уҡ рус әсирҙәре ҡатнаша, ул квадрат формала була, яҡынса 40*40 метр ҙурлыҡта һәм йырын менән уратып алына. Ҡәлғәнең мөйөштәрендә бейек биш ҡырлы манаралар урынлаша. Эстә торлаҡ ҡоролмалар (гарнизондың 500 кешеһен һыйҙыра алырлыҡ), ат аҙбары һәм таш мәсет була. Йылға аша казак кәмәләренә үтеү өсөн ҡамасаулаусы тимер сынйыр һуҙыла
1661 йылда казак отрядтары һәм 1686 йылда рус ғәскәрҙәре тарафынан ҡәлғәне штурмлау уңышһыҙ була
Петр осоро (1696—1711)
үҙгәртергәПётр I Аҙау походы ваҡытында Лютик мөһим стратегик пункт булып тора. Ҡәлғәне штурм менән ала алмайҙар, әммә 1696 йылдың 20 июлендә, Аҙауҙы тапшырғандан һуң, уның гарнизоны шулай уҡ ҡорал һала. Константинополь тыныслыҡ килешеүен төҙөгәндән һуң Аҙау эргәһендәге тораҡ пункттар һәм нығытмалар, шул иҫәптән Лютик, рәсми рәүештә Рәсәйҙән китә.
Рус инженерҙары тарафынан Лютиктың оборона ҡоролмаларын реконструкциялау үткәрелә, ләкин бөтә булған тырышлыҡтар Прут походының уңышһыҙлыҡтары менән юҡҡа сыға. Төркиә менән солох килешеүе шарттарын үтәп, Петр яңы нығытмаларҙы шартлатырға бойороҡ бирә.
1713—1739
үҙгәртергәЛютикта ҡабаттан төрөк ғәскәрҙәре урынлаша. Әммә хәрби хәрәкәттәр был өлкәлә тик 1735—1739 йылдарҙағы Рус-төрөк һуғышы ваҡытында яңынан башлана. 1736 йылдың 23 мартында Рәсәй армияһы частары генерал-майор фон Сперейтер командованиеһы аҫтында ҡәлғәне минималь юғалтыуҙар менән ала.
Тыныслыҡ килешеүе буйынса 1739 йылда Лютик ҡәлғәһе Рәсәйгә бирелә. Бында почта посы ойошторола.
Һуңғы осор
үҙгәртергәҠырымда ғосман хакимлығы юҡҡа сыҡҡандан һуң Лютик стратегик әһәмиәтен юғалта һәм яйлап ташлана. Дон казактары араһынан урындағы халыҡ форт ҡалдыҡтарын үҙ ихтыяждары өсөн ҡуллана. Ҡомартҡының археологик өйрәнеүҙәре Лютик ҡәлғәһенә В.Ф. Чеснок етәкселеге аҫтында экспедиция ебәрелгәс кенә 1970 йылда башлана.
Хәҙерге ваҡытта ҡәлғә Танаис археологик музей-ҡурсаулығының өлөшө
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Бутков П. Г. — Материалы для новой истории Кавказа с 1722 по 1803 год.