Лукьянчикова Любовь Алексеевна

Лукьянчикова Любовь Алексеевна (13 июль 1950 йыл) — банк хеҙмәткәре, 1993 йылда «Олимп» коммерция банкы директоры, 1994 йылдан «Информсвязь» коммерция банкының Стәрлетамаҡ филиалы директоры. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Закон, законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибе мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы.

Лукьянчикова Любовь Алексеевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 13 июль 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (74 йәш)
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Биографияһы

үҙгәртергә

Лукьянчикова Любовь Алексеевна 1950 йылдың 13июлендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Милләте рус, юғары белемле — 1981 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1966 йылда Стәрлетамаҡ станоктар төҙөү заводының механика цехында электромонтажник өйрәнеүсе булып башлай. 1969 йылда ошо уҡ предприятиеның ВЛКСМ комитеты секретары, өлкән машинистка, завод радиоһы мөхәррире, инженер-конструктор, технолог була. 1976 йылда заводтың сәйәси аҡартыу кабинеты мөдире, Стәрлетамаҡ халыҡ депутаттарының ҡала советының социаль тәьминәт бүлеге мөдире. 1992—1993 йылдарҙа «Восток» коммерция банкы юрисы. 1993 йылда «Олимп» коммерция банкы директоры. 1994 йылдан «Информсвязь» коммерция банкының Стәрлетамаҡ филиалы директоры. [1]

Стәрлетамаҡ ҡалаһы 134-се Станкостроительный һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының закон, законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибе мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы.[2]

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

«За доблесный труд» һәм «Лениндың 100 йыллығы» миҙалдары.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104

Һылтанмалар

үҙгәртергә