Богородица- Раштыуа Лукианов бушлығы — Урыҫ православие сиркәүе Александровский епархияһының ирҙәр монастыры, Владимир өлкәһе Александровский районы Лукьянцево ауылында урынлашҡан.

Лукианов бушлығы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Лукьянцево[d]
Епархия Александровская епархия[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Владимирская область/Александровский район[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1]
Рәсми сайт slpustin.ru
Указания, как добраться Монастырская улица, 9/1, 9/2, 9/3, 9/4, 9/5, 9/6, 9/7
Карта
 Лукианов бушлығы Викимилектә

Бушлыҡҡа монах Лукиан нигеҙ һалған, шуға күрә ул лукиан исемен йөрөтә. 1650 йылда ойошторолған. Октябрь революцияһынан һуң ябыла. 1991 йылдың 7 майындағы Изге Синод ҡарарына ярашлы тергеҙелә[2]. Рәсәй федерацияһы халыҡтарының мәҙәни мираҫ объекты — Рәсәйҙең төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫы.

Богородица Раштыуаһы Сиркәүе

үҙгәртергә

Лукианов бушлығы урында элек « Псковитиново Раменье» тигән урын булған. Бындағы буш урманда, һаҙлыҡта, Преесвятая Богородица Раштыуаһы сиркәүе булған. Был сиркәү Игнатьево ауылынан күсерелә; сөнки Матерь Божья үҙенең мөғжизәле иконаһы белдереүе буйынса был урында ҡорам төҙөргә ҡуша[3].

Легендар риүәйәт версия8ы буйынса монастырь Богородица раштыуаһы хөрмәтенә 1594 йылда иерей Григорий үтенесе буйынса ҡорам Игнатьево ауылында төҙөлгән, шул ерҙән алыҫ түгел монастырь урынлашҡан[4].

Лукиан преподобный (тыуған ере - Галич) Покровский (Тверь) монастырынан яңы монастырь төҙөү өсөн буш урын эҙләп Переславль-Залесскийға Александровский слободаһына килә һәм шул ауыл кешеләре Марк һәм Семен күрһәтеүе буйынса буш торған сиркәү эргәһендә йәшәй башлай.

Сиркәүҙе булдырыу

үҙгәртергә

Спасо-Прилуцк сиркәүе руханийы Феодосий Поморец тарафынан Лука монахлыҡҡа алына башта, артабан ул патриарх рөхсәте менән 1646 йылда поп итеп ҡуйыла. Патриарх Иосиф 1650 йылдың 28 авгусында Лукианға Богородица раштыуаһы тигән грамота бирә һәм уны иеромонах тип билдәләй. Һәм шул ваҡыттан алып сиркәү эшләй башлай һәм уға Лукиандың исеме бирелә.

1654 йылдың 8 сентябрендә Лукиан вафат була [5].

Монастырҙың сиркәүҙәре

үҙгәртергә
 
Пресвятая Богородица раштыуаһы сиркәүе

1. Пресвятая Богородица раштыуаһы сиркәүе. Тәүҙә сиркәү 1640 йылда Поморец Феодосий тарафынан ҡапланған булған. 1648 йылдан хеҙмәт өсөн яңы сиркәү һалына.

1712 йылдың 14 июнендә ағас сиркәү урынында таш сиркәү төҙөлә.

2. Раббы хаҡына Богоявление сиркәүе. Был сиркәүҙе ҡаскем төҙөүе билдәһеҙ. 1680 йылда иҫке ағас сиркәү урынында таш сиркәү төҙөлә.

3. Великомученица Екатерина хөрмәтенә дауахана сиркәүе.

  1. Решение исполнительного комитета Владимирского областного совета депутатов трудящихся № 754 от 05.10.1960
  2. Определения Священного Синода [1991.05.07: благословить открытие Лукьяновой мужской пустыни близ г. Александрова Владимирской епархии] // Журнал Московской Патриархии. М., 1991. № 8 (ЖМП). стр. 16.
  3. Муравьёв А. Н. Жития святых российской церкви, также иверских и славянских. СПб., 1856. Т. 4. Приложения, с. 216.
  4. Поповицкий Е.А. Православные русские обители : Полное иллюстрированное описание всех православных русских монастырей в Российской империи и на Афоне. — СПб: издательство Сойкина П.П., 1909. — 712 с.
  5. Преподобный Лукиан Александровский (+ 1654) на сайте Седмица.ru

Һылтанмалар

үҙгәртергә