Лоуэлл (Массачусетс)
Ҡалып:НП-США Лоуэлл — Мидлсекс округында урынлашҡан ҡала, Массачусетс штаты, АҠШ. 2014 йылда халыҡ һаны 109 645 кеше була.[1] Ҙурлығы буйынса штатта дүртенсе ҡала. Мидлсекс округының төньяҡ өлөшөндә административ үҙәктәрҙең береһе булып тора.
Тарих
үҙгәртергә1820 йылдарҙа Мерримак йылғаһында Бостондан төньяҡ-көнбайышта күрше Челмсфорд ерендә туҡыу сәнәғәтенең үҙәге тип ҡала нигеҙе һалына. XIX быуатта тиҙ үҫешкән сәнәғәт үҙәге була һәм күп эшселәрҙе - иммигранттарҙы үҙенә йәлеп итә.
1850 йылдарға Лоуэллала АҠШ - тың иң ҙур сәнәғәт комплекстарының береһе урынлаша.Еңел сәнәғәте Көньяҡ Америкала үҫтерелгән хлопокты эшкәртә. 1860 йылда, 11 штатты бергә алғанда ла, бында мамыҡ туҡыма күберәк етештерелә. Был штаттар аҙаҡтан Америка Конфедератив штаттарына берләшә.. Беренсе донъя һуғышының ваҡытына Лоуэлл үҙенең иҡтисади һәм демографик өлгәшеүенең сигенә барып етә — халыҡ һаны 110 000 кешегә тәшкил итә.
1970 йылдарҙа Wang Laboratories штаб - фатиры урынлашҡан ҡала булыу сәбәпле Лоуэлл Массачусетс иҡтисади мөғжизәнең өлөшө була.
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Яҙыусы Джек Керуак, битничество быуынының иң сағыу вәкилдәренең береһе .
- Инженер Роджер Божоли, «Челленджер» шаттлында буласаҡ катастрофаның мөмкинлеген беренсе итеп иҫкәртте.
- Боксер - профессионал Уорд Микән.
- Рәссам - маринист Дин Уолтер.
Спорт
үҙгәртергәСпорт ҡоролмалары
үҙгәртергә- Эдвард А. Лелашор исемендәге бейсбол стадионы, йорт бейсбол командалары «Lowell Spinners» (ингл.) һәм Лоуэллдағы Массачуссет университетының командаһы өсөн(ингл.).
- Лоуэлль мемориал залы (ингл.) — бокс һәм тамашалар.
- Цонгас-үҙәге (инг.) — күп маҡсатлы спорт һәм тамаша өсөн төҙөлөш ҡоролмалары, хоккей матчтары ваҡытында 6 500 һәм концерт ваҡытында 7800 урын һыйҙыра, Hawks Lowell UMass River хоккей командаһы өсөн өй аренаһы (инг.). Бында 2006 йылдың 1 апрелдә ир-егеттәр араһында керлинг буйынса Донъя Чемпионаты үтә.
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ State & Count QuickFacts: Lowell (city), Massachusetts . U.S. Census Bureau. Архивировано 4 ноябрь 2014 года. 2014 йыл 4 ноябрь архивланған.