Лондон фонд биржаһы

Лондон фонд биржаһы (ингл. London Stock Exchange, ҡыҫҡаса LSE) — Европала иң эре һәм иң боронғо биржаларҙың береһе һәм донъяла иң билдәле ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙарының береһе.

Лондон фонд биржаһы
Герб
Тармаҡ Ҡыйбат ҡағыҙҙар баҙары'[1]
Нигеҙләү датаһы 1698
Логотип
Рәсем
Генераль директор Julia Hoggett[d]
Дәүләт  Бөйөк Британия
Историческое графство Мидлсекс[d]
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы публичная компания в Великобритании[d][2]
Валюта фунт стерлинг[d]
Барлыҡҡа килеү урыны Лондонский Сити[d]
Хужаһы London Stock Exchange Group[d]
Баш компания (ойошма, предприятие) London Stock Exchange Group[d]
Милке Euronext Securities Milan[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Лондонский Сити[d], Лондон[d], Англия, Бөйөк Британия
Лондон, Бөйөк Британия[3]
Фонд баҙары индексы FTSE 100[d]
Каталог коды lse[4], LN[5], LSE[5], IL[6] һәм L[6]
Хеҙмәтләндереүсе London Stock Exchange Group[d]
Рәсми сайт londonstockexchange.com
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 69 116
Карта
 Лондон фонд биржаһы Викимилектә

Рәсми рәүештә 1801 йылда нигеҙ һалына, әммә ысынында уның тарихы 1571 йылда, король финанс агенты һәм кәңәшсеһе Томас Грешам Король биржаһын үҙ аҡсаһына төҙөгәндән һуң башлана. Лондон фонд биржаһы үҙе акционерҙар йәмғиәте булып тора, уның акциялары ла уның менән сауҙа итә..[7]

Акциялар баҙары

үҙгәртергә

Лондон биржаһындағы акциялар баҙары түбәндәгеләргә бүленә:

  • төп (ингл. main, official) унда Бөйөк Британияның финанс идаралығы (ингл. The Financial Conduct Authority (FCA) ); талаптарына яуап биргән компанияларға рөхсәт ителә;[8]
  • Альтернатив инвестициялар баҙары (ингл. Alternative Investments Market, AIM), йәш, күбеһенсә инновацион компаниялар өсөн тәғәйенләнгән ҡатыраҡ талаптар менән.

Лондон фонд биржаһы иң интернациональ тип иҫәпләнә - уға халыҡ-ара акциялар менән сауҙа итеүҙең 50 проценты тура килә. 2004 йылда унда донъяның 60 иленән 340 сит ил компанияһының листингы булды, ә сит ил төбәктәрҙең акциялары менән сауҙа итеү күләме 2229 миллиард доллар тәшкил итте.[9] Бөйөк Британияла барлығы 22 фонд биржаһы бар (шуларҙың иң ҙуры — Лондонда, Ливерпулдә, Глазгола һәм Бирмингемда)[10].

Берләшеү

үҙгәртергә

2000 йылдың 3 майында Лондон фонд биржаһы Deutsche Börse менән берләшеүе тураһында иғлан ителә; әммә ҡушылыу булмаған.[11]

2007 йылда биржа MBE Holdings компанияһының тулы контролен һатып алыу тураһында иғлан итә.

2009 йылда Лондон фонд биржаһы Turquoise (TQ), панъевропа MTF-һын һатып ала.[12]

Төп функциялары

үҙгәртергә
  • Бөйөк Британияла ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙың үҙәк баҙарын ойоштороу һәм көйләү.
  • LSE-ла халыҡ-ара акциялар баҙарын ойоштороу һәм көйләү.
  • Бөйөк Британияла листинг механизмын билдәләү.
  • Financial Times гәзите менән берлектә FTSE фонд индекстарын билдәләү.
  • Капиталды йәлеп итеү өсөн мөмкинлектәр булдырыу.

Котировка алыу шарттары

үҙгәртергә

Лондон фонд биржаһының котировкаһын йәки листингын алыу өсөн компания коммерция, финанс һәм идара итеү мәғлүмәтен асырға, шулай уҡ түбәндәге шарттарға яуап бирергә тейеш:

  • Баҙар капитализацияһы 700 000 фунт стерлингтан кәм түгел.
  • Сығарылған акциялар ирекле сауҙа итергә тейеш.
  • Акцияларҙың кәм тигәндә 25 % ойошманың директорҙары булмаған акционерҙарға эйә булырға тейеш.
  • Акционерҙарҙың береһе лә 30 %-тан артыҡ тауышҡа эйә булырға тейеш түгел.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  1. London Stock Exchange // https://pm20.zbw.eu/folder/co/015293 — 1908.
  2. (unspecified title)
  3. MIC
  4. https://app.swaggerhub.com/apis-docs/Crunchbase/crunchbase-enterprise_api/1.0.3#/Ipo
  5. 5,0 5,1 https://stockmarketmba.com/globalstockexchanges.php
  6. 6,0 6,1 https://help.yahoo.com/kb/SLN2310.html
  7. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. History of The Stock Market. Дата обращения: 24 август 2018.
  8. Правила листинга в руководстве Управления по финансовому регулированию и надзору Великобритании. Дата обращения: 13 октябрь 2007. Архивировано из оригинала 23 февраль 2009 года. 2009 йыл 23 февраль архивланған.
  9. The London Stock Exchange: About the main market. londonstockexchange.com. Дата обращения: 13 декабрь 2019. Архивировано 4 ноябрь 2017 года.
  10. Б. Б. Рубцов. Современные фондовые рынки. — М.: «Альпина Паблишер», 2007. — С. 928. — ISBN 5-9614-0435-8.
  11. 2000: Leading stock exchanges plan merger (3 May 2000). 13 декабрь 2019 тикшерелгән.
  12. LSE confirms Turquoise acquisition talks. Дата обращения: 28 апрель 2021. [no Архивировано] 8 ноябрь 2021 года.


Һылтанмалар

үҙгәртергә