Ловран (хорв. Lovran) — Истрия ярымутрауының төньяҡ көнсығышындағы ҡала, Адриатик диңгеҙенең яры буйында, Хорватияның төньяҡ өлөшөндә ята. Кварнер ҡултығы ярында урынлашҡан. Йәйге генә түгел, ҡышҡы популяр курорт булараҡ та билдәле.

Ловран
Байраҡ
Рәсем
Этнохороним lauranesi
Дәүләт  Хорватия
Административ-территориаль берәмек Приморско-Горанская жупания[d]
Халыҡ һаны 3527 кеше (31 август 2021)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 0 метр
Туғандаш ҡала Кастель-Сан-Пьетро-Терме[d] һәм Budapest District XVII[d]
Майҙан 20,3 км²[2],
1,9 км²[2]
Почта индексы 51415[3]
Рәсми сайт lovran.hr
Изге ҡурсалаусы Георгий Победоносец[d]
Карта
 Ловран Викимилектә

 

Легендаға ярашлы, рим патрицийы һәм дәүләт эшмәкәре Маркус Агриппа 1-се быуатта хәҙерге ҡала урынында үҙенең йәйге резиденцияһы Тускулумды төҙөгән урында Ловран ҡалаһы барлыҡҡа килгән.

Ловран XIX быуатҡа тиклем урта быуат диңгеҙ үҙәге кеүек билдәле.

XX быуат башында Ловран австро-венгрия юғары ҡатламының киң билдәле ҡышҡы курортына әүерелә. Тик Икенсе донъя һуғышынан һуң ғына ҡала йәйге ял өсөн курорт урыны һымаҡ үҫешә башлай.

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
  • Боронғо ҡала ҡала ҡапҡалары менән.
  • 14 быуатта төҙөлгән үрта быуат готик фрескалары һәм глаголик яҙыуҙары менән Изге Юрай Приход сиркәүе.
  • 14-се быуатта төҙөлгән Изге Георгий майҙанындағы манара.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. Popis stanovništva, kućanstava i stanova 2021. – stanovništvo prema starosti i spolu po naseljima, 2021 Croatian census: population data by age, sex, settlementСтатистическое бюро Хорватии, 2022.
  2. 2,0 2,1 https://dgu.gov.hr/registar-prostornih-jedinica-172/172
  3. https://www.posta.hr/preuzimanje-podataka-o-postanskim-uredima — 2022.