Лицин йорто (Таганрог)

Лицин йорто— Лермонтов тыҡрығындағы 10-сы һанлы йорт, Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһында урынлашҡан[1].

Иҫтәлекле урын
Лицин йорто (Таганрог)
Лицин йорто
Ил Россия
Ҡала Таганрог, Лермонтов тыҡрығы, 10
Төҙөүсе Н. Д. Алфераки
Нигеҙләнгән 1870-се йылдар

Алфераки Николай Дмитриевич ғаиләһе 1870-се йылдарҙа[2] Таганрог ҡалаһы Лермонтов тыҡрығында 10-сы һанлы яңы йорт төҙөгән. 1873 йылда йорт теш табибы Григорий Вальтер милкенә күскән. 18801906 йылдарҙа йорт статский советник ҡатыны Александра Дмитриевна Лицина милкендә тора. Уның ире Николай Анастасьевич Лицин табип була, һуңынан финанс менән шөғөлләнә. Улар Хәйриә йәмғиәтен ойоштороусыларҙың береһе була, статский советниғы һәм Ҡала Думаһы гласныйы вазифаларын башҡара. 18971901 йылдарҙа һәм 19011905 йылдарҙа Николай Лицин ҡала башлығы була.

1915 йылда Александра һәм Николай Лициндарҙың йорто уларҙың балалары Алексей, Михаил, Борис һәм Григорий милкенә күсә. Күсемһеҙ милек 15200 һум суммаға тиң тип баһалана. Лициндың балалары тураһында аҙ билдәле. Уларҙың береһе — Алексей Николаевич — Таганрог коммерция училищеһында уҡытыусы була. 1925 йылға тиклем Лициндар йорттоң хужалары була.

Тасуирлама

үҙгәртергә

Йорт бер ҡатлы, уның ярым подвалы бар. Йорттоң фасадын һыланған биҙәктәр һәм Алферакиҙарҙың гербы (герб фамильный) матурлап тора.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә