Литва мосолмандары

Ислам — Литвалағы бик әҙ генә кеше тотҡан диндәрҙең береһе.

Литва мосолмандары
Дәүләт  Литва
 Литва мосолмандары Викимилектә
Вильнюс янындағы Немежиста татар зыяратындағы мәсет, Литва

Мосолмандарҙың Литвала йәшәй башлауы

үҙгәртергә

Литвала мосолмандар XIV быуаттан даими йәшәй башлайҙар, һәм был иң элек Польша-Литва татарҙары менән бәйле. Илдең территорияһында биш мәсет иҫәпләнә.

Мосолман литва халҡы — башлыса татарҙар тоҡомо, алты йөҙ йылдан ашыу элек бында йәшәй башлаған. Татарҙарҙы Литва кенәзе тәре йөрөтөүселәрҙең баҫып алыуынан һаҡлашырға саҡыра, ул татар һуғышсыларына ил сигендә, ҡалалар һәм ҡәлғәләр янында ер биргән.Мосолмандар Вильно янында ултырған Ваки йылғаһы уйһыулығына күпләп күсенеп ултыра, шулай уҡ Лид, Трок, Ошмян, Новогруд, Брест уездах һәм Волындә ерегәләр.

Кенәз татарҙарға дин тоторға ирек, төрлө өҫтөнлөктәр биреп, үҙенә тоғро яугирҙар туплап ала. Бөйөк Литва кенәзлеге ерҙәрендә мосолмандар икенсе тыуған илен таба. Татарҙар этник һыҙаттарын һыҙаттарын, тәртип-йолаларын һаҡлаған. Мосолмандарға мәсет төҙөргә рөхсәт бирелә, мырҙалар поляк һәм литва элитаһы менән тиң хоҡуҡлы тип таныла[1].

ХХ быуат аҙағы - яңы быуат башы

үҙгәртергә

Литва татарҙары йәмғиәте рәйесе, мөфтөй Адас Якубаускас һүҙҙәре буйынса, Литвала ислам христиан дине менән бер үк ваҡытта — XIV быуатта килеп ингән. 1989 йылда Литвала 5 меңгә яҡын мосолман булған, XXI быуат башына иһә яҡынса 4 мең ҡалған, шуларҙың 25 - динде яңы ҡабул иткән.

Статистика буйынса, бөгөн Литвала өс меңдән ашыу мосолман йәшәй. Ысынында, мосолман һаны ун меңгә барып етә, ти мөфтөй. Литвала рәсми рәүештә 7 мосолман дини ойошмаһы теркәлгән һәм эшләп килә. Илдәге мосолмандар – төрлө милләт кешеләре, уларҙың күпмеһелер бында ваҡытлыса йәшәй[2].

«Baltijos tyrimai» компанияһы Литваның Юстиция Министрлығы тәҡдиме буйынса «Йәмғиәттә яңы дини төркөмдәргә мөнәсәбәт» тигән һораулама буйынса бирелгән яуаптарҙан күренеүенсә, 9,2 % литвалы ғына Исламды ыңғай баһалай, ә 34,2 проценты — кире ҡарашта, 30,8 % — нейтраль яуап биргән. Шулай итеп, был һораштырыу һөҙөмтәләре буйынса Литвала донъя дине булараҡ Исламдың иң негатив ҡабул ителеүе асыҡланған. Адас Якубаускас бындай һөҙөмтә Исламды насар белеүҙәре һәм стереотиптар йоғонтоһо менән аңлатҡан[3].

90-сы йылдар уртаһында берҙәм дини ойошмаға нигеҙ һалына, ә бер йыл үткәс — мөфтиәт, Литва мосолмандарының диниә назараты ойошторола[4]..

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Мусульмане Литвы[1]
  2. Муфтий Литвы Ромас Якубаускас: «Российские мусульманские учебные заведения перспективны для получения образования нашей молодежью»[2]
  3. М. Яцкявичюс Литовцы нетерпимы к исламу, но чтят христианство // ru.delfi.lt 11 декабря 2007
  4. Мусульмане Литвы[3]

Һылтанмалар

үҙгәртергә