Лиза Хёрнблад
Лиза Хернблад (швед. Lisa Hörnblad; 6 март 1996, Эрншельдсвик, Швеция) — швед тау саңғысыһы, тиҙ йөрөшлө дисциплинала шөғөлләнә. 2018 йылда Ҡышҡы олимпия уйындары ҡатнашыусыһы.
Лиза Хёрнблад | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Швеция |
Тыуған көнө | 6 март 1996[1] (28 йәш) |
Тыуған урыны | Эрншёльдсвик[d], Вестерноррланд[d], Швеция |
Һөнәр төрө | тау саңғысыһы |
Спорт төрө | Тау саңғыһы спорты[2] |
Ҡатнашыусы | Чемпионат мира по горнолыжному спорту 2017[d], Горнолыжный спорт на зимних Олимпийских играх 2018[d] һәм Чемпионат мира по горнолыжному спорту 2019[d] |
Спорт карьераһы
үҙгәртергәСаңғы спорты буйынса чемпионатта тәүге миҙалын Лиза Хёрнблад Швеция сиктәрендә — «алтын» миҙалды тиҙ йөрөшлө ауышта — ике ынтылыш суммаһы буйынса Хелена Рапапортты уҙып, 2015 йылда яулай[3]. Милли беренселектәрҙә Хёрнбладтың иҫәбендә барлығы 9 еңеү иҫәпләнә, тағы ла ошо ярышта өс тапҡыр призёр була[4].
2016 йылда саңғы спорты буйынса юниорҙарҙың донъя чемпионатында ҡатнаша һәм команда беренселегенең швед дүртлеһе составында көмөш миҙал яулай.
Хёрнблад 2017 һәм 2019 йылғы донъя чемпионаты ҡатнашыусыһы, шулай уҡ 2018 йылда олимпиадала ҡатнаша. Был турнирҙарҙа иң яҡшы күрһәткесе булып Оре ҡалаһындағы тау саңғыһы комбинацияһында 9-сы урыны тора[5].
2019 йылдың авгусында күнекмәләр ваҡытында швед ҡыҙы уң тубығын йәрәхәтләй; артабан тикшереү барышында тарамыштарының йәрәхәтләнеүе асыҡлана[6]. Шуға күрә Донъя кубогына 2019/2020 ярыш миҙгелендә Хёрнблад сығыш яһай алмай һәм «SVT» телеканалында тау саңғыһы спорты буйынса Донъя кубогы старттарының комментаторы-эксперты булып сығыш яһай.
Һөҙөмтәләр
үҙгәртергәОлимпия уйындары
үҙгәртергәЙыл | Йәше | Слалом | Гигант слалом | Супергигант | Тиҙ йөрөшлө ауышлыҡ | Комбинация | Команда |
---|---|---|---|---|---|---|---|
Ҡалып:Флагификация/KOR 2018 Пхенчхан | 22 | — | — | 24 | 17 | — | — |
Донъя чемпионаты
үҙгәртергәЙыл | Йәше | Слалом | Гигант слалом | Супергигант | Тиҙ йөрөшлө ауышлыҡ | Комбинация | Команда |
---|---|---|---|---|---|---|---|
Ҡалып:Флагификация/SUI 2017 Санкт-Мориц | 21 | — | — | 33 | 19 | — | |
2019 Оре | 23 | — | — | 20 | 25 | 9 | — |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Lisa Hörnblad // http://sok.se/idrottare/idrottare/l/lisa--hornblad.html
- ↑ https://www.ski-db.com/db/profiles/lisa_hoernblad_swe_506701.php (ингл.)
- ↑ Sören Häggkvist. "Min största dag i karriären" (швед.). Allehanda (25 марта 2015). Дата обращения: 17 марта 2021.
- ↑ Lisa Hoernblad — Results (англ.). FIS. Дата обращения: 17 марта 2021.
- ↑ Nicolinn Törnmalm. Svenska kritiken ”Det missgynnar fartåkare” (швед.) (8 февраль 2019). Дата обращения: 17 март 2021.
- ↑ Lisa Hörnblad korsbandsopererad (швед.). Svenska Skidförbundet(30 августа 2019).Дата обращения: 17 марта 2021.