Ливвик Википедияһы
Ливвик Википедияһы (ливв. Wikipedii Livvinkarjalan) — Википедияның карел теленең ливвик һөйләше бүлеге. 2016 йылдың 7 октябрендә эш башлай (элек инкубаторҙа була).
Ливвик Википедияһы | |
Нигеҙләү датаһы | 7 октябрь 2016 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Livvinkarjalan Wikipedii |
Хужаһы | Wikimedia |
Әҫәрҙең теле | ливвиковское наречие[d] |
Яҙыу | Латин алфавиты |
Хеҙмәтләндереүсе | Wikimedia |
Продукция | интернет-энциклопедия[d] |
Рәсми сайт | olo.wikipedia.org |
Лицензия | 🅭🅯🄎 3.0[d] һәм GNU FDL[d] |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | защищено авторским правом[d] |
Число записей | 3295 |
Эндпоинт API | olo.wikipedia.org/w/api.… |
Викимедиа проекттарында тел коды | olo |
Ливвик Википедияһы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәЛиввик Википедияһын булдырыу инициативаһы менән «Карел теле дуҫтары йәмғиәте» ағзалары сығыш яһай. Күп активистар, шул иҫәптән Йоэнсуу университеты[1], карел йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, Рәсәй Федерацияһының милли республикаларының башҡа телдәге википедиялары активистары үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша, мәҡәләләр яҙарға ярҙам итә, интерфейсты ливвик һөйләшенә тәржемә итергә ярҙамлаша.
Ливвик Википедияһы 2015 йылдың 19 ғинуарында инкубаторҙа асыла. 2016 йылдың 26 сентябрендә ойоштороу комитеты Ливвик Википедияһын хуплай[2], һәм 7 октябренән ул үҙ доменында эш башлай[3].
2019 йылдың 16 апрелендә мәҡәләләр һаны 3000 барып етә.
Статистика
үҙгәртергә2019 йылдың 3 июнендә бүлектә 3046 мәҡәлә иҫәпләнә. Шулай уҡ Ливвик Википедияһында 3724 ҡатнашыусы теркәлгән, уларҙың 12-һе һуңғы 30 көндә нимәлер эшләгән, ике ҡатнашыусы хаким статусына эйә. Дөйөм төҙәтеүҙәр һаны 25067.
Бүлектең тәрәнлеге ағымдағы мәлдә 6,2 берәмек тәшкил итә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Открылся первый языковой раздел карельской Википедии . www.encyclopedia.ru.
- В сети появилась "Википедия" на карельском языке . karelnovosti.ru. 2019 йыл 3 июнь архивланған.
- Карельский онлайн / Online karjala . rk.karelia.ru.
- Карельский язык до выборов доведет . ok-inform.ru.