Леушино (Башҡортостан)

ЛеушиноБашҡортостанда бөткән тораҡ пункт. Стәрлетамаҡ районы Подлесный ауыл Советы биләмәһендә урынлашҡан булған.

Леушино
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Подлесный ауыл советы
Карта

XIX быуатта Леушино ауылы Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең 1-се станы составына инә[1]. Кальций, магний, калий һәм натрийҙан торған Леушино сығанаҡтары урынлашыуы арҡаһында билдәле була[2].

1870 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Леушинола 46 ихата һәм 301 кеше булған (152 ир-егет һәм 149 ҡатын-ҡыҙ); өҫтөнлөклө милләт — урыҫтар. Ауылда һыу тирмәне булған. Халыҡ арба, сана, тәгәрмәстәр, тәгәрмәс туғыны эшләү, сабата үреү менән шөғөлләнгән[1].

1920 йылдарҙа Стәрлетамаҡ кантоны Ашҡаҙар улусының Леушино ҡасабаһы булараҡ иҫәпләнә. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ҡасабала 13 ихата һәм 82 кеше булған (35 ир-егет һәм 47 ҡатын-ҡыҙ); өҫтөнлөклө милләт — рустар[3]. 1926 йылда СССР Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Ашҡаҙар улусы Талалаевка ауыл Советының Леушино ауылында 15 йорт һәм 96 кеше булған (50 ир-егет һәм 46 ҡатын-ҡыҙ)[4].

1952 йылғы белешмәлә Леушино ауылы Стәрлетамаҡ районы Талалаевка ауыл Советы составында ауыл булараҡ теркәлгән[5]. 1969 йылғы белешмәлә һәм 1985 йылғы топографик картала инде Леушино ауылы юҡ[6][7]. Фараз буйынса, Леушино ауылы Талалаевка составына инә.

Леушино ауылында Социалистик Хеҙмәт Геройы Анатолий Назарович Каллистов (1910—2001) тыуған.

Урынлашыуы

үҙгәртергә

Леушино ауылы Мәҫәле йылғаһының уң ярында урынлашҡан булған. 1952 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Талалаевка ауылынан көнбайышҡа ҡарай бер километр алыҫлыҡта ятҡан[5][8].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Списки населенных мест Российской империи, составленные и издаваемые Центральным статистическим комитетом Министерства внутренних дел. - СПб. : изд. Центр. стат. ком. Мин. внутр. дел, 1861-1885. Вып. 45 : Уфимская губерния :... по сведениям 1870 года. - 1877.
  2. Леушинские источники // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  3. Список населенных пунктов Башреспублики. Уфа, 1926.: с. 129 2012 йыл 24 декабрь архивланған.
  4. Ашкадарская волость. Перечень материалов переписи 1926 года
  5. 5,0 5,1 Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 июня 1952 года : [справочник] / Президиум Верхов. Совета БАССР ; [сост. Н. Ильин, Ш. Файзуллин, М. Курамшин и др. ; отв. ред. А. Денисов]. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1953. С. 376
  6. Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 января 1969 года : [справочник / ред. А. И. Захаров]. — Изд. 5-е. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1969. С. 285
  7. Лист карты N-40-77 Красноусольский. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1980 г.
  8. Карта Уфимской губернии 1912 года