Ленин һәйкәле (Ҡыҙыл Сулин)
Шахты ҡалаһындағы Ленин һәйкәле — совет сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре, донъя тарихында беренсе социалистик дәүләт төҙөүсе Владимир Ильич Ленин һәйкәле.
Һәйкәл | |
Ленин һәйкәле
| |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Ҡыҙыл Сулин ҡалаһы, В. И. Ленин майҙаны |
Төҙөлгән ваҡыты | 1934 йыл |
Бөгөнгө хәле | яҡшы |
Тарихы
үҙгәртергәТышҡы рәсемдәр | |
---|---|
на центральной площади города |
Совет власы йылдарында СССР-ҙың күп ҡалаларында В. И. Ленинға һәйкәлдәр ҡуйыла. Уларҙың бер өлөшө мәҙәни мираҫ объекттары тип таныла. Ҡыҙыл Сулин ҡалаһында ла бер нисә һәйкәл ҡуйыла.
Үҙәк майҙанда Ленин һәйкәле
үҙгәртергәҠаланың В. И. Ленин исемен йөрөткән үҙәк майҙанында 1934 йылдың ноябрендә, Октябрь революцияһының йыллығына, ҡалала В. И. Ленинға беренсе һәйкәл ҡуйыла. Һәйкәл Сулин металлургия заводының элекке директоры Соловьев Иван Григорьевч (1934—1939) инициативаһы буйынса ҡорола. Һәйкәлде Ҡыҙыл Сулин районы Администрацияһы бинаһы менән Йәштәр үҙәге араһында ҡуялар. Һәйкәл скульптураһы дүрт метрлыҡ тимер-бетон постаментҡа ҡуйыла, скульптура броневикта хеҙмәтсәндәр алдында сығыш яһаусы пролетариат юлбашсыһын кәүҙәләндерә. Һәйкәлдең нигеҙе һоро һәм алһыу гранит менән көпләнгән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, 1942 йылда һәйкәлде немецтар шартлаталар. 1945 йылда уны тергеҙәләр һәм 1966 йылда уны Сулин металлургия заводы территорияһына күсерәләр. Күсерелгән һәйкәл урынына яңыһын эшләп ҡуялар. Лениндың яңы һәйкәле 1967 йылда ҡаланың үҙәк майҙанында, элекке һәйкәл торған урында асыла. Һәйкәл совет скульптор-монументалисы Бродский Исаак Давидович проекты буйынса эшләнә[1]. Ленин һоро плитка менән көпләнгән постаментта баҫып торған итеп кәүҙәләндерелгән, уң ҡулы менән пинжәгенең ҡайтармаһын тотҡан, һул ҡулында — торба итеп төрөлгән ҡағыҙ бите.
Һәйкәл эргәһендә ҡала халҡының демонстрациялары һәм митингтары үтә.
Несветай-ГРЭС ҡасабаһындағы Ленин һәйкәле
үҙгәртергәВ. И. Ленинға икенсе һәйкәл 1956 йылда Несветай-ГРЭС ҡасабаһында энергетиктәр мәҙәниәт Һарайы янында ҡуйыла. Һәйкәл тимер-бетондан һәм гипстан эшләнгән. Һәйкәлдең үлсәмдәре: постамент бейеклеге — 2,5 м; скульптура бейеклеге — 1,8 метр.
Ленин һәйкәле металлоконструкциялар заводы территорияһында
үҙгәртергә1975 йылда совет халҡының фашистик Германияны Еңеүенең 30 йыллығына металлоконструкциялар заводы территорияһында В. И. Ленинға һәйкәл ҡуйыла. Тиражлы скульптура гипстан һәм тимер-бетондан эшләнә, завод идараһына ҡаршы, гранит менән көпләнгән таш постаментта баҫып тора. Постамент үлсәмдәре: 1,2 м. x 1,2 м. Скульптураның бейеклеге 2 метр. Ленин пальтола, һул ҡулы бөкләнгән итеп һүрәтләнгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Сулину — 210. Хроника событий 2017 йыл 6 сентябрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Памятники Ленину
- Памятники Ленину. Земля Сулинская.