Ленин һәйкәле (Таганрог)
Таганрогтағы Ленин һәйкәле — совет сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре, донъя тарихында беренсе социалистик дәүләт төҙөүсе Владимир Ильич Ленинға һәйкәл.
Тарихы
үҙгәртергәВ. И. Ленин тере саҡта Таганрогта уға бер һәйкәл дә ҡуйылмай. Владимир Ильич Ульянов (Ленин) 1924 йылдың 21 ғинуарында вафат була. Уның үлемен бөтә ил ҙур юғалтыу итеп ҡабул итә.
1924 йылдың 23 ғинуарында Таганрог округ башҡарма комитеты Таганрогта В. И. Ленинға һәйкәл ҡуйырға ҡарар ҡабул итә. Һәйкәлде В. И. Ленинды ерләгән көндә үк асырға һәм уны Петр I һәйкәле урынына ҡуйырға уйлайҙар. Бының өсөн постаменттан императорҙың бронза һынын алырға һәм Чехов музейына илтергә ҡарар ителә.
Ҡала халҡы араһында юлбашсыға һәйкәл ҡуйыу өсөн аҡса йыйыуға яҙма йөкләмә асыла. Һәйкәл Ленинды ерләгәндән һуң, Ленинград скульпторы В. В. Козлов тарафынан эшләнә. Һуңғараҡ Козлов Ленинға һәйкәлде Ленинградта, Смольный алдында ҡуйыу өсөн дә эшләй. Ленин һәйкәле 1925 йылдың 22 ғинуарында асыла һәм Ростов өлкәһендә юлбашсыға ҡуйылған беренсе һәйкәл була. В. И. Ленин бөтә кәүҙәһе менән, костюм кейҙереп, элек Петр I һәйкәле торған пьедесталда ҡулын күтәреп баҫып тора тип һүрәтләнә. Пьедесталдағы яҙыу ҙа үҙгәртелә.
1935 йылда һәйкәл өсөн яңы пьедестал әҙерләйҙәр, сөнки алдағыһы һәйкәлдең үлсәменә тура килмәгән була. Һәйкәл юлдың машина менән йөрөй торған өлөшөнән паркка яҡыныраҡ итеп күсерелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәйкәл юҡ ителә. Таганрогты азат иткәндән һуң, һәйкәл һаҡланып ҡалған ярсыҡтары буйынса скульптор М. И. Гладких тарафынан яңыртыла.
Ленинға икенсе һәйкәл 1935 йылда Ғинуар күтәрелеше майҙанында скульптор Д. Якерсон тарафынан эшләнеп ҡуйыла. Ул В. И. Ленин һыны һәм Ленин баҫып торған броневиктан торған композиция ине. Таганрог оккупацияла булған йылдарҙа был һәйкәл дә гитлерсылар тарафынан емертелә.
1936 йылда ҡаланың тимер юл вокзалы янындағы майҙанда күп фигуралы скульптура композицияһы ҡуйыла, унда Ленинды һалдат, эшсе һәм эшсе ҡатын уратып алған. Постамент итеп броневик фрагменты ҡоролған. Композицияның авторы — Д. Якерсон. Скульптура 1941 йылда немецтар тарафынан емертелә.
1944 йылдың ғинуарында ҡала паркына ингән ерҙә яңы ваҡытлыса һәйкәл ҡуйыла.
1949 йылдың 21 ғинуарында, һуғыш осоронда емертелгән һәйкәл урынында, Таганрогта Ленинға яңы өс метрлыҡ бетон һәйкәл асыла. Һәйкәлдең авторы скульптор А. В. Дрейлинг. 1970 йылда был һәйкәлде ҡутарып алалар[1].
1970 йылдың 22 апрелендә Октябрь майҙанында, юлбашсы тыуыуының 100-йыллығы уңайынан, Ленин һәйкәленә нигеҙ һалына. Һәйкәлдең скульпторы СССР художество Академияһы президенты Томский Николай Васильевич. Һәйкәл 1970 йылдың 6 ноябрендә асыла. Бронза скульптураның бейеклеге 4,62 метр, пьедестал бейеклеге — 2,74 метр тәшкил итә[2]. Пьедестал полировкаланған мәрмәр плиталар менән көпләнә. РСФСР Министрҙар Советының 1974 йылдың 4 декабрендә ҡабул ителгән 624-се һанлы ҡарары менән был һәйкәл, монументаль сәнғәт ҡомартҡыһы булараҡ, Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы объекты иҫәбенә индерелә. Ростов өлкәһе советының Кесе советы 1992 йылдың 18 ноябрендә ҡабул иткән 301-се һанлы ҡарарына ярашлы, һәйкәл регион әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты исемлегенә индерелә. 1990-сы йылдарҙа бөтә ил буйынса һәйкәлдәрҙең категорияһын үҙгәртеү буйынса урындағы власть органдарының инициативаһы тормошҡа ашырыла башлай. Был һәйкәлдәрҙе тәрбиәләп тотоу өсөн финанслау сығанаҡтарының үҙгәреүе менән бәйле була.
Йыл һайын 22 апрелдә, В. И. Лениндың тыуған көнөндә, Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһының Таганрог бүлеге ағзалары һәйкәлгә сәскәләр һала[3].
В. И. Ленинға һәйкәлдәр һәм бюстарҙы төрлө йылдарҙа төрлө урындарҙа ҡуялар: тире эшкәртеү заводы, машиналар төҙөү техникумы эргәһендә. Ленин бюсы ҡала администрацияһы бинаһы эргәһендә 1978 йылда ҡуйылған (Петровская урамы, 73)[4]. Скульпторы — Пленкин Борис Алексеевич, архитекторы — С. Церковников[4].
В. И. Ленин һәйкәлдәре «Прибой» заводы һәм Г. М. Бериев исемендәге Таганрог авиация фәнни-техник комплекс территорияһында һаҡланып ҡалған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәТышҡы рәсемдәр | |
---|---|
Ҡала паркына ингән ерҙә 1944 йылғы Ленин һәйкәле |
- Ленин һәйкәле (1970, Таганрог)
- Ленин һәйкәле (1935, Таганрог)
- Ленин бюсы (Таганрог)
- Ленин һәйкәле (Каменск-Шахтинский)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ Памятные места Таганрога 2017 йыл 2 ғинуар архивланған.
- ↑ Киричек М. С. Музей под открытым небом. — Таганрог: ИП Стадников, 2010. — С. 78. — ISBN 978-5-9901455-3-5.
- ↑ Собств. корр. Коммунисты Таганрога возложили цветы к памятнику В. И. Ленина 2014 йыл 24 апрель архивланған. // Таганрогская правда. — 2014. — 23 апр.
- ↑ 4,0 4,1 Киричек М. С. Музей под открытым небом. — Таганрог: ИП Стадников, 2010. — С. 80. — ISBN 978-5-9901455-3-5.