Ленинград өлкәһе гербы
Ленинград өлкәһе гербы — рус. Герб Ленинградской области — Рәсәй Федерацияһының Ленинград өлкәһе символы, 1997 йылдың 9 декабрендә раҫланған, гербты һүрәтләү 1998 йылдың 11 авгусындағы закон менән үҙгәртелгән. Герб Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Геральдик Регистрына 435-се номер аҫтында теркәлгән.
Ленинград өлкәһе гербы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Юрисдикция таралышы | Ленинград өлкәһе |
Ленинград өлкәһе гербы Викимилектә |
Тасуирлама
үҙгәртергәРәсми тасуирлама[1]:
В лазоревом (синем, голубом) поле накрест серебряный якорь и поверх его — золотой ключ ушком вверх; в червлённой (красной) главе щита — серебряная зубчатая мурованная стена |
Герб авторы — В. И. Евланов.
Тарихы
үҙгәртергә1927 йылдың 1 авгусында РСФСР-ҙың Ленинград өлкәһе барлыҡҡа килә, әммә 1997 йылға тиклем гербы булмаған.
1997 йылдың 16 майында өлкә губернаторы Ленинград өлкәһе гербы, флагы һәм гимнын ижад итеүгә асыҡ конкурс иғлан итә.[2] 1997 йылдың 1 авгусында конкурс тамамлана, герб һәм флаг үрнәге номинацияһында беренсе премияны В. И. Евланов; икенсе премияны — А. А. Парушкин һәм В. В. Мочалов составында авторлыҡ коллективы; өсөнсө премияны — В. Л. Иофин ала[3]. 29 июлдә, конкурстың рәсми тамамланыуына бер ни тиклем ваҡыт ҡала, өлкәнең Закон сығарыу йыйылышы әлеге проектты ваҡытлыса (өлкәнең символика тураһындағы ҡанунын рәсми ҡабул иткәнгә тиклем) ҡабул итеү тураһында резолюция ҡабул итә.[4]
Ленинград өлкәһе гербы конкурста еңеп сыҡҡан проект нигеҙендә 1997 йылдың 31 декабрендәге «Ленинград өлкәһе гербы һәм флагы тураһында» № 74-ОЗ Законы менән раҫлана (Ленинград өлкәһе, Закондар сығарыу йыйылышы тарафынан 1997 йылдың 9 декабрендә ҡабул ителә). Закон буйынса тексы:
«герб Ленинградской области представляет собой изображение на геральдическом щите с отношением ширины к высоте 8:9 серебряного якоря, пересечюнного золотым ключом на лазоревом (голубом) поле. В верхней части щита изображена серебряная зубчатая стена в перевязь на красном поле»
[5].
1998 йылдың 11 авгусындағы № 28-ОЗ (1998 йылдың 7 июлендә Закондар сығарыу йыйылышы тарафынан ҡабул ителә) тарафынан хәҙерге ваҡытта ла ҡулланыла торған гербты тасуирлауға төҙәтмәләр индерелгән. Ленинград өлкәһе гербын һүрәтләү аныҡланғандан һуң Дәүләт геральдик регистрына индерелгән. 2015 йылдан бирле 9 декабрҙә өлкәлә Ленинград өлкәһе гербы, флагы һәм гимны көнө булараҡ билдәләп үтелә[6].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Ленинград өлкәһе флагы
- Ленинград өлкәһе гербы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ЗАКОН ЛЕНИНГРАДСКОЙ ОБЛАСТИ О ВНЕСЕНИИ ИЗМЕНЕНИЙ И ДОПОЛНЕНИЙ В ЗАКОН ЛЕНИНГРАДСКОЙ ОБЛАСТИ О ГЕРБЕ И ФЛАГЕ ЛЕНИНГРАДСКОЙ ОБЛАСТИ. Дата принятия: 11 августа 1998 г.
- ↑ ПОСТАНОВЛЕНИЕ ГУБЕРНАТОРА ЛЕНИНГРАДСКОЙ ОБЛАСТИ О КОНКУРСЕ НА РАЗРАБОТКУ ОФИЦИАЛЬНЫХ СИМВОЛОВ (ГЕРБА, ФЛАГА И ГИМНА) ЛЕНИНГРАДСКОЙ ОБЛАСТИ. Дата принятия: 16 мая 1997 г.
- ↑ ПОСТАНОВЛЕНИЕ ПРАВИТЕЛЬСТВА ЛЕНИНГРАДСКОЙ ОБЛАСТИ ОБ ИТОГАХ КОНКУРСА НА РАЗРАБОТКУ ОФИЦИАЛЬНЫХ СИМВОЛОВ (ГЕРБА, ФЛАГА И ГИМНА) ЛЕНИНГРАДСКОЙ ОБЛАСТИ. Дата принятия: 01 августа 1997 г.
- ↑ ПОСТАНОВЛЕНИЕ ЗАКОНОДАТЕЛЬНОГО СОБРАНИЯ ЛЕНИНГРАДСКОЙ ОБЛАСТИ от 29 июля 1997 года N 66 «Об утверждении герба и флага Ленинградской области».
- ↑ ЗАКОН ЛЕНИНГРАДСКОЙ ОБЛАСТИ О ГЕРБЕ И ФЛАГЕ ЛЕНИНГРАДСКОЙ ОБЛАСТИ. Дата принятия: 31 декабря 1997 г.
- ↑ Законодательное собрание Ленинградской области \ Новости . www.lenoblzaks.ru. Дата обращения: 25 ноябрь 2019. 2021 йыл 22 июнь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Герб Ленинградской области www.heraldicum.ru
- Символы на официальном сайте Ленинградской области.