Ленинград АЭС-ы
Ленинград атом электр станцияһы (ЛАЭС) — рус. Ленинградская атомная электростанция (ЛАЭС) — Рәсәйҙә билдәләнгән ҡеүәте буйынса иң ҙур атом электр станцияһы (4187,6 МВт), Ленинград өлкәһендә, Санкт-Петербург сигенән 35 км көнбайышта һәм уның тарихи үҙәгентән 70 км арыраҡ, Сосновый Бор ҡалаһындағы Балтик диңгеҙенең Фин ҡултығы яры буйында (АЭС-тан 5 км) урынлашҡан. Сосновый Бор унда инеү сикләнгән ҡала статусына эйә.
Ленинград АЭС-ы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Сосновый Бор[d] |
Хеҙмәтләндереүсе | Росэнергоатом[d] |
Выходная мощность | 1850 мегаватт[1] |
Дата принятия в эксплуатацию | 23 декабрь 1973 |
Рәсми сайт | rosenergoatom.ru/station… |
Ленинград АЭС-ы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1967 йылдың сентябрендә төҙөлә башлаған, беренсе энергоблок 1973 йылда сафҡа индерелгән, артабан — 1975, 1979 һәм 1981 йылдарҙа яңы блоктар асыла барған.
2015 йыл төҙөлөп ятҡан ЛАЭС-2 станцияһының яңы энергоблоктары уға тапшырылған. Беренсеһе 2018 йылда файҙаланыуға индерелгән.
2018 йылда электр энергияһын етештереү 28 815,4 млн кВт⋅ч тәшкил итә. 2019 йылдың планын буйынса ФАС сығарыу — 30 млрд. 28 млн квт⋅ч.
«Росэнергоатом» концернында электр энергияһы етештереү буйынса ЛАЭС өлөшө 14,1 % тәшкил итә (2018 йыл йомғаҡтары буйынса мәғлүмәт).
Төҙөлөш барышы
үҙгәртергә1966 йылдың 15 апрелендә Минсредмаш башлығы Е. П. Славский Ленинград атом электр станцияһы проекты әҙерләүгә ҡул ҡуя. 1966 йылдың сентябре башында проектлау тамамлана. 1966 йылдың 29 ноябрендә СССР Министрҙар Советы ЛАЭС-тың беренсе этабын төҙөй башлау тураһында № 800—252 ҡарарын ҡабул итә, атом электр станцияһын проектлау һәм төҙөү өсөн ойоштороу структураһы һәм предприятияларҙың хеҙмәттәшлеге билдәләнә.
1973 йылдың 23 декабрендә Дәүләт ҡабул итеү комиссияһы беренсе энергоблок файҙаланыла башлауына ҡул ҡуя. ЛАЭС илдә РБМК-1000 реакторы ҡуйылған беренсе станция була.
1975 йылда Ленинград АЭС-ның икенсе блогы эшләй башлай һәм заводтың икенсе этабы төҙөлөшөнә тотоналар. Икенсе этап төҙөлөшө өҫтөндә эш 1975 йылдың 10 майында башлана. Ленинград АЭС-ның икенсе этабы беренсеһенең ябай күсермәһе түгел: блоктар компоновкаһы бер аҙ үҙгәрә, шулай уҡ ярҙамсы системалар һәм ҡоролмалар составы бер ни тиклем үҙгәреш кисерә. Өсөнсө блокта беренсе монтажлау эштәре 1977 йылдың 1 февралендә башлана.
1980 йылдың 26 декабрендә 20 сәғәт 30 минутта дүртенсе блок реакторын физик ҡабыҙыу башлана, ә 1981 йылдың 9 февралендә, КПСС-тың XXVI съезы асылыр алдынан, дүртенсе энергоблок сәнәғәт көсөргәнеше аҫтына ҡуйыла.
Эшмәкәрлеге
үҙгәртергәСтанция юридик йәһәттән 2002 йылдың 1 апреленән ""Росэнергоатом"дың атом электр станцияларында электр һәм йылылыҡ энергияһы етештереү буйынса Рәсәй концерны" АЙ филиалы булып тора.
Эшләй башлағандан бирле Ленинград АЭС-ы 2019 йылдың 1 декабренә 1053 миллиард 137 миллион кВт сәғәт электр энергияһы[2]. етештергән.
Нурланыш материалдары
үҙгәртергәРБМК реакторы конструкцияһы материалдарҙы нурландырыуҙы реакторҙы туҡтатмай үткәреү мөмкинлеге бирә. 2017 йыл АЭС-та иод-131, кобальт-60, иод-125, молибден-99 изотоптары туплау, шулай уҡ кремний легирлау маҡсаты менән нурланыш үткәрелә[3][4].
ЛАЭС-та әҙерләнгә изотопотарҙың береһе — кобальт-60, ул медицинала һәм мәнәғәттә киң ҡулланыла. 2017 йылда ЛАЭС 11 млн Кюри кобальт-60 етештергән. Изотоп йод-131 матдәһен ЛАЭС 2017 йылдың июлендә йөҙҙәрсә мең медицина процедураларына етерлек итеп эшкәртә[5].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://pris.iaea.org/PRIS/CountryStatistics/CountryDetails.aspx?current=RU
- ↑ Ленинградская АЭС: план по выработке электроэнергии за 2018 года выполнен на 105,05 % . Дата обращения: 1 февраль 2019. Архивировано 2 февраль 2019 года. 2019 йыл 2 февраль архивланған.
- ↑ Ленинградская АЭС начала производство нового изотопа, необходимого для лечения онкологических заболеваний . Дата обращения: 16 июль 2017. Архивировано 11 июль 2017 года. 2017 йыл 11 июль архивланған.
- ↑ Ленинградская АЭС полностью выполнила годовой план по наработке изотопов и обеспечила государственный оборонный заказ по поставке легированного кремния . Дата обращения: 1 февраль 2019. Архивировано 2 февраль 2019 года. 2019 йыл 2 февраль архивланған.
- ↑ АЭС полностью выполнила годовой план по наработке изотопов и обеспечила государственный оборонный заказ по поставке легированного кремния
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ленинградская АЭС 2014 йыл 23 сентябрь архивланған.. Официальный сайт.
- Ленинградская АЭС 2021 йыл 19 октябрь архивланған. на сайте Росэнергоатома
- Внезапная проверка ядерного реактора ЛАЭС // oper.ru, 15.07.2019
- Виталий Абакумов. Еще об аварии 1975 г. на ЛАЭС : Анализ причин и обстоятельств аварии 1975 года на 1-м блоке ЛАЭС (комментарий инженера-физика, участника и очевидца событий) : [арх. 25 апрель 2015] / Виктор Маркович Дмитриев // Причины Чернобыльской аварии известны : [электр. ресурс]. — 2013. — 10 апреля.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәХиггинботам А. Чернобыль: История катастрофы = Midnight in Chernobyl: The Untold Story of the World’s Greatest Nuclear Disaster (рус.) / пер. с англ. А. Бугайского, науч. ред. Л. Сергеев. — М.: Альпина нон-фикшн, 2020. — 552 с. — ISBN 978-5-00139-269-9.