Левбердон, ҡайһы берҙә Лебердон (Дон йылғаһының һул яры) — Дондағы Ростов ҡалаһы Киров һәм Ленин райондарының Дон йылғаһының һул ярында урынлашҡан өлөшөнөң рәсми булмаған атамаһы, Дон йылғаһы яры буйлап яҡынса 10 километрға һуҙыла. Майҙанының 90%-ы рекреация комплексы булып тора[1][2] (ял базаһы, ҡомло пляждар, кафе, ресторандар, төнгө клубтар), яҡынса 10 % майҙаны сәнәғәт предприятиеларына тура килә, уларҙың бер өлөшө ҡаланың үҙәк райондарынан сығарылған.

Ворошилов күперенән Левбердон күренеше.

Үҫеш перспективаһы

үҙгәртергә

2018 йылғы футбол буйынса донъя чемпионаты үткәреү сиктәрендә, Дондың һул яры буйында, яҡынса Богатян ауышлығы ҡаршыһында, 45 000 кеше һыйҙырышлы футбол стадионы төҙөү планлаштырыла[3]. Стадион менән йәнәш, Гребной каналдың көнсығыш яғы буйлап, Ростов өлкәһенең яңы Хөкүмәт бинаһы[4] һәм спорт ҡоролмалары төҙөлөшө ҡаралған; ә биналар һәм ҡоролмалар төҙөү өсөн ҡом алыуҙан барлыҡҡа килгән карьер базаһында — яңы канал төҙөү планлаштырыла.

Шулай уҡ Дон йылғаһының һул яҡ ярында, Ворошилов күпере буйлап офистар һәм ҡунаҡханалар урынлаштырыу ҡаралған, ә Батайск ҡалаһы йүнәлешендәге юлдың көнбайыш яғында, Гребной канал ҡаршыһында — яңы Ростов ипподромы төҙөләсәк[5][6].

Бер үк ваҡытта, «МЕГАМАГ» сауҙа-күңел асыу үҙәге төҙөлөшөнөң икенсе этабын проектлау алып барыла, ул үҙенә бер нисә магазинды, шул иҫәптән «Ашан» гипермаркетын һыйҙырасаҡ[7].

Левбердон сәнғәттә

үҙгәртергә

1988 йылда, ул ваҡытта совет телевидениеһының йәштәр редакцияһында эшләүсе режиссёр һәм телетапшырыуҙар алып барыусы ростовлы Иван Кононов, «Левый берег Дона» тип аталған йыр яҙа.

«Рус шансоны» жанрында популяр башҡарыусы Константин Ундров башҡарған һәм яҙҙырған йыр ростовлыларға, шулай уҡ бөтә Рәсәй халҡына бик оҡшай — Ундров башҡарыуында «Левбердон» миллионлы тираж менән пластинкаларҙа һәм кассеталарҙа тарала. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, «Левбердон» Михаил Шуфутинский репертуарына күсә[8].

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә

Үҙәк ҡала пляжы — пляж, Ворошилов күперенән бер аҙ юғарыраҡ урынлашҡан .

 
Дон йылғаһының һул ярынан ҡала яр буйының панорамалы фотоһүрәте

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә