Ласло Паал (мадьярса  László Paál, 30 июль 1846 йыл4 март 1879 йыл) — мажар рәссам-пейзажисы һәм импрессионисы. Барбизон мәктәбе вәкиле.

Ласло Паал
мадьярса  Paál László

М. Мункачи. Ласло Паал портреты.
Исеме:

мадьярса  László Paál

Тыуған:

30 июль 1846({{padleft:1846|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})

Тыуған урыны:

Венгрия Короллеге, Австрия империяһы

Үлгән:

4 март 1879({{padleft:1879|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (32 йәш)

Үлгән урыны:

Шарантон-ле-Пон Франция флагы

Ил:

 Венгрия

Жанр:

пейзаж

Уҡыған урыны:

Дюссельдорфтағы һынлы сәнғәт Академияһы (Вена)

Стиль:

барбизон мәктәбе

Йоғонто:

Циммерман, Август Альберт

Викимилектә эштәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Ласло Паал 1846 йылдың 30 июлендә хәҙерге Румынияның Трансильвания төбәгендәге Хунедоара жудецының Зам ауылында тыуған.

1864—1866 Вена Һынлы сәнғәт академияһында рәсем сәнғәтенә өйрәнә. Немец рәссамы Альберт Циммермандың уҡыусыһы.

1869 йылда тәүгә үҙенең ҡайһы бер эштәрен Мюнхендәге күргәҙмәгә ҡуя. 1870 йылда Нидерландыға сәйәхәт ҡыла, шул уҡ йылда яҡын дуҫы һәм теләктәше мажар живописецы Михай Мункачи тәҡдиме менән белем алыуын дауам итеү өсөн дюссельдорф һынлы сәнғәт Академияһына уҡырға инә.

1873 йылдан Паал рәссам-барбизонлылар колонияһында йәшәй. Париж Салонында ҡатнаша. 1873 йылда унда «Закат»(«Ҡояш батышы») картинаһы өсөн бүләккә лайыҡ була.

1874 йылдан — Дюссельдорф рәссамдар ассоциацияһы ағзаһы.

1879 йылда Шарантон-ле-Понда Франция вафат була. Ижад йылдары осоронда 65-кә яҡын картина яҙа. Вафатынан һуң уның эштәре 1880 йылда Парижда үткән аукционда һатыла.

Белгестәр  һәм тәнҡитселәр фекеренсә, Паал тәбиғәтте көсөргәнешле хис-тойғолар һәм темперамент аша һүрәтләй ала. Рәссамдың живопись манералары Мункачиҙағы кеүек хисле һәм әүҙем. Төҫтәр алышыныуы драматик һәм киҫкен. Уның пейзаждарындағы тәбиғәт мәңгелек хәрәкәт һәм үҙгәрештәр менән һуғарылған. Тәбиғәттең был туҡтауһыҙ хәрәкәтен тойомлауҙы рәссам темпераментлы яҙыу манераһы аша башҡара. Шул уҡ ваҡытта Паал пейзаждарында импрессионистарса еңелсә ҡабул итеүҙең әҫәре лә юҡ. Бер туҡтауһыҙ үҙгәреш кисереүҙе тойорға булышҡан уның тәбиғәт күренештәре үҙенең әйбер билдәләнешендә, пластик бөтөнлөктә матди хәлдә ҡала.

Галереяһы

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә