Лапы аралы
Лапы аралы [1] — (рус. Осерёдок) — йылға йырҙаһында лапынан[2]хасил булған, үҫемлекһеҙ һәм ярға тоташмаған бәләкәй утрау, ташҡын ваҡытында һыу аҫтында ҡалып, һайлыҡ хасил итә, ә һыу ҡайтҡанда өҫтә күренә башлай.
Лапы аралы | |
Лапы аралы Викимилектә |
Тасуирлама
үҙгәртергәҠағиҙә булараҡ, лапы аралдары ташҡын ваҡытында, һыу күтәрелгәндә ағып килгән ташылдыҡтар ағым тиҙлеге кинәт әкренәйгәндә, һайыраҡ йә һыу ауышы кәмегән урындарҙа, йә бер нәмәгә эләгеп туҡталып өйөлөү арҡаһында хасил була. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк — ташылдыҡтар ғәҙәттә һыу ағымының иң көслө урынында, үҙәктә ағып барыусан, ундағы тиҙлек кәмеүе тап йылға уртаһында лапы аралы барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе була ла инде. Һыу һайыҡҡан осорҙа (рус. межень) ташылдыҡтар кәмей һәм лапы аралдары ла әҙәйә.
Ташылдыҡтар ағым ыңғайына килеп лапы аралдарына өҫтәлә бара. Һөҙөмтәлә, лапы аралдары яр менән тоташа, морондар, пляждар барлыҡҡа килтерә; артабан яңынан айырылып китеп, йәнә арал барлыҡҡа килеү мөмкин. Шулай уҡ улар ике йылға ҡушылған урындағы морон менән ҡушылыуы ихтимал. Үҫемлектәр ҡалҡып сығыуы йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында нығынып, лапылыҡтар йырҙа утрауҙарына ла әүерелә. Утрауҙарҙан лапылыҡтар йыш ҡына ағымға ҡаршы яғы тәпәшерәк булыуы менән айырыла, ә утрауҙар өҫтө киреһенсә, ағым ыңғайына табан түбәнәйә бара.
Лапылыҡтар йылға суднолары эшмәкәрлегенә кире йоғонто яһай — йөҙөү юлдарын тарайта, кәкрәйтә һәм тәрәнлеген кәметә.
Тармаҡаланып утрауҙарға әүерелгән ваҡытта улар йылға йырҙаһын да тармаҡлыға әйләндерә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Кондратьев Н. Ер, в. и. Попов, ф. б. процестар теорияһының нигеҙе өйөм снищенко гидроморфологический. Лена: Гидрометеоиздат, 1982, с. 272
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Наносные образования в речном русле.
- Рычагов Г. И. Ветвление русла реки (фуркация). Острова и осередки 2015 йыл 18 ноябрь архивланған.
- Р. С. Чалов. Многолетний и сезонный режимы перекатов и их учёт при проведении путевых работ на судоходных реках.
- Берега и образования в русле.
- Флювиальные процессы и формы рельефа.
- Маккавеев Н. И. Русло реки и эрозия в её бассейне. 2016 йыл 5 март архивланған.