Лагодехи (милли ҡурсаулыҡ)
Лагодехи — Грузияла, Кахетия биләмәһендәге ике һаҡланыусы тәбиғәт зонаһы: милли ҡурсаулыҡ (груз. ლაგოდეხის სახელმწიფო ნაკრძალი) һәм заказниктың (груз. ლაგოდეხის აღკვეთილი) исеме. Улар 2003 йылда бүленә һәм территорияға кешеләрҙең инә алыу мөмкинлеге менән булған айырмалыҡҡа бәйле. Быға тиклем Лагодехи 1912 йылда Император рус геогарфик йәмғиәте тарафынан ойошторолған берҙәм ҡурсаулыҡ була, шулай итеп, Грузия биләмәһендә берҙән-бер һаҡланыусы тәбиғәт зонаһы булып тора.
Лагодехи | |
Нигеҙләү датаһы | 1912 |
---|---|
Категория защищённых зон МСОП | категория МСОП Ia: строгий природный резерват[d] |
Дәүләт | Грузия |
Административ-территориаль берәмек | Лагодехи[d] |
Майҙан | 244,51 км² |
Лагодехи Викимилектә |
Урынлашыуы һәм географияһы
үҙгәртергәҺаҡланыусы тәбиғәт территориялары төньяҡ-көнсығыш Грузияла, Кавказдың көньяҡ битләүҙәрендә урынлашҡан. Улар Әзербайжан һәм Дағстан менән сиктәш[1]. Милли ҡурсаулыҡтың майҙаны 19 749 гектар, ә заказниктыҡы 4702 гектар тәшкил итә. Бейеклектәр айырмаһы диңгеҙ кимәленән 590 м алып 3500 м тиклем тәшкил итә, тау битләүҙәре бер нисә тарлауыҡты киҫеп үтә[2][3]. Һаҡланыусы тәбиғәт территорияһы буйлап ағыусы эре йылғаларҙан Ниносхеви, Шромисхеви, Лагодехисцкали һәм Мицимисцкали тора; бейеклектә боҙлоҡ күлдәре урынлаша, уларҙың иң ҙуры - 14 метр тәрәнлектәге Хала-Хель, ул Дағстан сигендә урынлашҡан. Ҡурсаулыҡ биләмәһендә көкөрт сығанаҡтары бар[4].
Милли ҡурсаулыҡ территорияһына инеү тикшеренеү өсөн генә рөхсәт ителә; заказник биләмәһе йәйәүле туризм өсөн йыһазландырылған, уның биш маршруты: Рочо шарлауығына, «Нино тарлауығы» шарлауығына, XI быуат Мачи замогына,[1] Хале-Хель күленә һәм «тәбиғәтте өйрәнеү һуҡмағы» бар[2]. Әзербайжан һәм Грузия менән килешеү йәйәүле туристарға дәүләт сиген ирекле үтеп заказникҡа барыу мөмкинлеге бирә.
Флора һәм фауна
үҙгәртергәЛагодехиның төп биомдары булып япраҡлы урман һәм тау тундраһы тора. Һаҡланыусы территорияның яҡынса 70%-ы урман менән ҡаплаған; үҫемлектәрҙең төп төрө булып көнсығыш бугы (Fāgus orientālis), ябай граб (Carpinus betulus) һәм сағандың төрлө төрҙәре (Acer)[3] тора. Лагодехи шулай уҡ хайуандар төрлөлөгө менән дә билдәле, ул элек һунар итеү урыны ла булған. Ҡурсаулыҡ көнсығыш кавказ турының (Capra caucasica cylindricornis) төп йәшәү урыны[5], унда тағы ла ҡыр кәзәһе (Rupicapra rupicapra) һәм аҫыл болан (cervus elaphus) осрай. Йыртҡыс хайуандарҙан ябай һеләүһен (Lynx lynx), бүре (Canis lupus), һоро айыу (Ursus arctos), ә йыртҡыс ҡоштарҙан — һаҡалбай (Gypaetus barbatus), көсөгән (Aquila heliaca), бөркөт (Aquila chrysaetos) һәм дала бөркөт (Aquila nipalensis) тереклек итә[6]. Һаҡланыусы тәбиғәт зонаһында бөтәһе 150 төр ҡош, 53 имеҙеүселәр төрө, 5 төр амфибиялар, 12 төр һөйрәлеүселәр һәм 4 төр балыҡ, 26 төр үҫемлек һәм 40-тан ашыу хайуан төрө Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән[4].
Лагодехила шулай уҡ янут-полоскун йәшәй (Procyon lotor)[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 John Noble, Michael Kohn and Danielle Systermans, Georgia, Armenia & Azerbaijan, 3rd ed. Footscray, Victoria / London: Lonely Planet, 2008, ISBN 9781741044775, p. 115.
- ↑ 2,0 2,1 Lagodekhi Protected Areas Administration, Agency of Protected Areas, Georgia, retrieved 19 August 2014.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Valdis Pilāts and Māris Laiviņš, "Historical Parallels of Moricsala and Lagodekhi—Two 100-Year Old Protected Nature Areas in Latvia and Georgia", Acta Biologica Universitatis Daugavpiliensis 13.2 (2013) 111–35, ISSN 1407-8953, p. 112 (pdf) Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «lv» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ 4,0 4,1 "Lagodekhi Nature Reserve: The history of a century" .(недоступная ссылка), Georgia Today, 22 November 2012. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «History» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ Paul J. Weinberg, "Capra cylindricornis" ., Mammalian Species 695, 5 July 2002, pp. 1-9, p. 6.
- ↑ 3